Нагаева Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы

Нагаева Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы (14 апрель 1940 йыл17 апрель 2022 йыл) — йырсы, музыка (вокал) уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).

Нагаева Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

14 апрель 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ишембай районы Маҡар ауылы

Вафат ваҡыты:

17 апрель 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (82 йәш)

Һөнәре:

йырсы, вокал уҡытыусыһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Театр:

Башҡорт дәүләт филармонияһы, Салауат музыка колледжы

Наградалары:

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)

Биографияһы

үҙгәртергә

Шәмсиә Миҙхәт ҡыҙы Нагаева 1940 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған.

Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, ҡыҙ әсәһе тәрбиәһендә үҫә. Ауыр тормошто әсәһенең моңло йырҙары биҙәй, ҡыҙы әйтеүенсә, ул күңеленә тынғы бирмәгән уй-кисерештәрен, бар һағышын башҡорт халыҡ йырҙары аша балаларына, тыңлаусыларына етерә алған һоҡланғыс башҡарыусы була. «Таштуғай», «Буранбай» кеүек халыҡ йырҙарын, һәм әлбиттә, тыуған яғында халыҡ яратып йырлаған «Ашҡаҙар» йырҙарын ул әсһенең башҡарыуында ишетеп, күңеленә һеңдереп үҫә. Күптәр уға йырсы булыр өсөн уҡыуын дауам итергә кәрәк тип өгөтләй, тик ҡыҙҙың әсәһе ҡыҙының йырсы- артист һөнәрен алыуына ҡаршы төшә.

1956 йылда Ишембай ҡалаһындағы 3-сө башҡорт мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) тамамлағас, балаларын ас-яланғас итмәҫ өсөн, көндө төнгә ялғап эшләгән әсәһенең тормошон еңеләйтергә теләп, Шәмсиә бер аҙ ваҡыт яңы асылған ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһында эшләй, һуңынан Урта Азияға күсеп киткән туғандары саҡырыуы буйынса, Үзбәкстанға ҡунаҡҡа бара. Унда музыка училищеһы бар икәнен белә Шәмсиә. Бохара ҡалаһындағы музыка училищеһына уҡырға саҡырған иғландарҙы күреп, үҙен һынап ҡарамаҡ була. Комиссия ағзалары ҡыҙҙың тауышын, төҫ-башын оҡшата, училищела уҡырға ҡалырға өгөтләй. Элекке Ленинград опера театры йырсыһы Григорий Игнатьевич Казаков класында уҡыу насип була уға.

1964 йыл — Бохара музыка училищеһын,

1988 йыл — Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.

1964—1966 йылдар- Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы.

1966—1968 йылдар- Өфө музыка- педагогия учиищеһы уҡытыусыһы.

Иптәшен һөнәре буйынса «Ишембайнефть» ойошмаһына тәғәйенләйҙәр.

1968 йылдан- Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайының йыр буйынса етәксеһе һәм бер үк ваҡытта 1972 йылдан ошо мәҙәниәт һарайының директоры.

1974—1983 йылдар- Ишембай ҡалаһы Балалар музыка мәктәбе директоры булып эшләй, яңы Балалар сәнғәт мәктәбен булдырыуҙы хәстәрләүселәрҙең береһе.

1983 йыл — тормош юлдашы менән Себерҙәге Мегион ҡалаһына китә, унда ҡаланың мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй.

1984—1990 йылдар- Ишембай ҡалаһының музыкаль ҡунаҡханаһы мөдире.

1990—2008 йылдар- Салауат музыка училищеһында яңғыҙ йырлау буйынса педагог[1].

Һуңғы йылдарҙа ҡыҙы Лилиә янында Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Баш ҡала башҡорттары ойошмалары үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар ойошторған Фәриҙә Ҡудашева, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим иҫтәлегенә ойошторолған кисәләрҙә ҡатнаша, халыҡ яратып тыңлаған йырҙарҙы башҡара[2].

Тормош иптәше Рәшит 2016 йылда вафат була. Ҡыҙы Роза Майами (АҠШ) ҡалаһында йәшәй.

Йырсы һәм педагог үҙе 2022 йылдың 17 апрелендә Мәскәүҙә мәрхүм булды[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)[4].
  • «За достижения в культу­ре» билдәһе (2002)[5].

Башҡарған йырҙары

үҙгәртергә
  • Аҡ сәскә — (Көйө: Әкрәм Дауытов/ Һүҙҙәре:Әкрәм Дауытов)
  • Оҙата кил — (Көйө: Ғәлиев Наил / Һүҙҙәре: Шәриф Бикҡол)
  • Уралымдың моңдары — (Көйө: Мәмәлимов Зәбих / Һүҙҙәре: Муса Сиражи)
  • Әгәр һин булмаһаң янымда — (Көйө: Азон Фәттәх/ Һүҙҙәре: Әхмәт Йәркәй) һ.б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. www.ishimbai-kultura.ru/index.php/2014…/246-nagaeva-shamsiya-midkhatovna
  2. www.bashinform.ru/…/353400-v-moskve-proshel-vecher-pamyati-faridy-kudashevoy…
  3. В Москве ушла из жизни башкирская певица и педагог Шамсия Нагаева. ИА «Башинформ», 17 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2022)
  4. www.ishimbai-kultura.ru/index.php/2014…/246-nagaeva-shamsiya-midkhatovna
  5. vatandash.ru/archive.php?num=67
  • Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия,2015, с.387-388
  • «Ватандаш» журналы, № 4 , 2002, 171—173 биттәр (Фәниә Сөләймәнова. Күңелдәре тулы моң)