Ахирәт

(Әхирәт битенән йүнәлтелде)
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ахирәт (әхирәт)(ғәр. الآخرة‎ — ахырғы, һуңғы, теге донъялағы тормош) —— бәндәнең яҡты донъянан теге донъяға күсеүе. Ахирәт көнө —— бәндәнең был донъяла ҡылған яҡшылыҡтары һәм яманлыҡтары өсөн яуап бирәсәк көнө. Кеше был донъяла изгелектәрҙе күберәк эшләһә —— йәннәткә, насар эштәре күберәк булһа йәһәннәмгә оҙатылыу миҙгеле. Был кеше мәрхүм булғас, йәненең тәнен ташлап китеүенән ғибәрәт.

Башҡортостандың Шишмә районында Хөсәйен-бәк кәшәнәһе

Ахирәт — Ислам эсхатологияһында теге донъя, баҡый донъя, кеше өсөн берҙән-бер мәңгелек донъя. Мосолмандар фани донъянан баҡый донъяға күсеү һәм шунан һуң башланған йәшәйеште шулай атай.

Ахирәт Кесе (үлем) һәм Ахыры заманды (ҡиәмәт), йәннәт(ожмах), йәһәннәм (тамуҡ) үҙ эсенә ала. Ахыры заман етеү тип Исрафил фәрештә сурға беренсе өргәндән икенсеһенә тиклемге ваҡытты атайҙар[1].

Ахирәткә бағышлап бик күп шағирҙар ижад иткән [2].

Ахирәт һәм донъя

үҙгәртергә

Ахирәт ерҙәге тормошҡа ҡаршы ҡуйыла торған ҡиммәт. Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) ахирәт ул ерҙәге ҡылынғандар өсөн яуап тотоласаҡ донъя тип аңлатҡан. Был донъя - фани (үтә торған), теге донъя - баҡый (мәңгелек) - башҡорт халҡында йыш ҡабатлана торған әйтем булараҡ йәшәп килгән. Ожмах һәм тамуҡ бик күп дини китаптарҙа аныҡлап яҙылған[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә