Викидатала элемент юҡ

Әнәс — башҡорт ир-ат исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Әнәс исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән, шатлыҡ, ҡыуаныс; шат күңелле[1] ; дуҫ, иптәш[2] тигәнде аңлата.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Хәсәнов Әнәс Ғәббәс улы (18 май) 1937 йыл — 11 декабрь 1997 йыл) — дәүләт эшмәкәре, 19901995 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры, 19951997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт генерал-лейтенанты.

Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы (15 ғинуар 1930 йыл31 июль 2020 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре, йәмәғәтсе. 19911998 йылдарҙа хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры, 19982001 йылдарҙа «Экономика и управление» журналының баш мөхәррире, 19822005 йылдарҙа СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһының идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984), РСФСР-ҙың (1990) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2010) һәм Салауат Юлаев (2020) ордендары кавалеры[3].

Әбү Абдулла́ Мәлик ибн Әнәс әл-Әсбәхи, имам Мәлик (ғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎مالك ابن أنس الأصبحيғәр. مالك ابن أنس الأصبحي‎; исеме аҫтында билдәле — фәких, мөхәддис, мәликит Мәҙһәбенә нигеҙ һалыусы һәм эпоним.

Мырҙаҡаев Әнәс Сабир улы (20 сентябрь) 1935 йыл — 12 апрель 2009 йыл) — халыҡ оҫтаһы. Пермь крайының Пермь районы Башҡултай ауылындағы «Батыр торҡаһы» һәйкәле авторы.

Рәхмәтуллин Әнәс Сәғиҙулла улы (рус. Рахматуллин Анас Сагидуллович) — 2 февраль 1937 йыл — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы кавалеры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шәйәхмәтов Әнәс Ноғоман улы (рус. Шаяхметов Анас Нугуманович, 23 июнь 1936) — СССР һәм хужалыҡ эшмәкәре, сауҙа хеҙмәткәре. БАССР-ҙың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Әнәс (рус. Анясево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл.

Әнәс (рус. Аначево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Әнәс ҡаласығы (рус. Аначевское городище) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Әнәс ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. V—IV быуаттарҙан алып б.э. II быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ