Хәсәнов Әнәс Ғәббәс улы
Хәсәнов Әнәс Ғәббәс улы (18 май 1937 йыл — 11 декабрь 1997 йыл) — дәүләт эшмәкәре, 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры, 1995—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Эске эштәр органдарының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт генерал-лейтенанты.
Хәсәнов Әнәс Ғәббәс улы | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
1990 — 1995 | ||||
Тыуған: | 18 май 1937 Башҡорт АССР-ы, Шишмә районы, Түбәнге Хәжәт ауылы | |||
Үлгән: | 11 декабрь 1997 (60 йәш) Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы | |||
Ерләнгән: | Өфө мосолман зыяраты | |||
Белеме: | Урал дәүләт юридик университеты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәӘнәс Ғәббәс улы Хәсәнов 1937 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ы Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында тыуған. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң эске эштәр органдарына ҡабул ителә һәм Өфө ҡалаһы Киров районы эске эштәр бүлегендә ябай милиционер булып эш башлай.
1958—1960 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Алабуға махсус мәктәбендә уҡый.
1961—1970 йылдарҙа Өфө ҡалаһы райондары эске эштәр бүлектәрендә һәм Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы аппаратында оператив хеҙмәткәр булып эшләй.
1966 йылда ситтән тороп Свердловск юридик институтын тамамлай. 1971—1979 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Киров районы эске эштәр бүлеге начальнигы була.
1976 йылда СССР Эске эштәр министрлығы Академияһы ҡарамағындағы Юғары курсты тамамлай. 1980—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министры урынбаҫары, 1990—1995 йылдарҙа — Башҡортостандың Эске эштәр министры. РСФСР Эске эштәр министрлығының коллегия ағзаһы була.
1995—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе.
1997 йылдың 11 декабрендә вафат була, Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында ерләнгән[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
- Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре
Хәтер
үҙгәртергә- Өфө ҡалаһының Октябрь районы Нуғай ҡасабаһындағы бульварға Әнәс Хәсәнов исеме бирелгән.
- Өфөнөң 7-се балалар китапханаһында Әнәс Ғәббәс улына бағышланған музей асылған[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Он оставил о себе добрую память (К 75-летию со дня рождения Анаса Хасанова) . ИА «Башинформ» (18 май 2012). Дата обращения: 28 ғинуар 2015.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ишкулов Ф. А. Хасанов Анас Габбасович.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 618. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.