Әнәс ҡаласығы
Әнәс ҡаласығы (рус. Аначевское городище) — Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Әнәс ауылы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. V—IV быуаттарҙан алып б.э. II быуаттарға ҡараған археологик ҡомартҡыһы[1][2][3]
Әнәс ҡаласығы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Урын | Илеш районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәӘнәс ҡаласығы Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Әнәс ауылының төньяҡ ситендә Ағиҙел йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан. Район үҙәгенә тиклем (Үрге Йәркәй) — 32 км.
Табылдыҡтар
үҙгәртергәӘнәс ҡаласығы майҙанының 232 м² ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
Ҡаласыҡтың оҙонлоғо оҙонлоғо 130 м, киңлеге 70 м тәшкил итә. Ул көньяҡтан ярым түңәрәк ур[4] һәм соҡор менән уратып алынған. Урҙың киңлеге — 10 м, оҙонлоғо — 100 м, бейеклеге — 1 м. Ур ағас нигеҙгә ҡоролған һәм өҫтән яндырылған балсыҡ менән нығытылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған балсыҡ әйберҙәрҙе типологик яҡтан Ананьин мәҙәниәтенә һәм Пьяный Бор мәҙәниәтенә индереп була.
Ҡаласыҡта металлургия менән шөғөлләнгәндәр, сөнки металл иретеү өсөн тигелдәр, шлак табылған. Бынан тыш һөйәктән эшләнгән әйберҙәр, балсыҡ орсоҡбаштар һәм кеше һындары килеп сыҡҡан.
Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға фин‑уғыр ҡәбиләләренең килеп ултырыу барышын сағылдыра. Әнәс ҡаласығы материалдары Башҡортостан Республикаһының Археология һәм этнография музейында һаҡлана[5]. Музей архитектура ҡомартҡыһы булып иҫәпләнгән Е. А. Поносова-Молло йортонда урынлашҡан[6]..
Асыш тарихы
үҙгәртергә1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла.
1971—73 йылдарҙа БДУ экспедицияһы ғалим-тарихсы-археолог, тарих фәндәре докторы, профессор В. А. Иванов етәкселегендә ҡаласыҡты яңынан тикшерә[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Әнәс ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
- ↑ ур — ғәҙәттә, тәрән, тар итеп ҡаҙылған соҡор, тупрағын алдына өйөп, тәрән, тар итеп ҡаҙған хәрби нығытма — Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 476-сы бит
- ↑ И.Г.Петров. Музей археологии и этнографии // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Карточка объекта культурного наследия России регионального значения № 021410153440005
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әнәс ҡаласығы//Башҡорт энциклопедияһы 2020 йыл 31 октябрь архивланған.
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- Городище//Большая российская энциклопедия 2020 йыл 16 сентябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Городище// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 7-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.