Хәлимә - Пәйғәмбәрҙең Һөт Инәһе
Хәлимә бинт Әбү Зүәйб, - Хәлимә әс-Садия исеме менән дә билдәле зат (ғәр. حليمة السعدية) — Пәйғәмбәр Мөхәммәт с.ғ.с.-дең Һөт Инәһе. Малайҙы ул дүрт йәшенә тиклем имеҙгән, сөнки баланың әсәһе вафат булып ҡалған. Хәлимә менән уның хәләл ефете әл-Харис ғәрәптәрҙең хауазин ырыуынан Сад ибн Бәкр араһынан булған [1].
Хәлимә - Пәйғәмбәрҙең Һөт Инәһе | |
ғәр. حليمة بنت أبي ذؤيب | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: |
һөт инәһе |
Тыуған көнө: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Милләте: |
ғәрәптәрҙең хауазин ырыуынан Сад ибн Бәкр араһынан |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Абдуллаһ ибн әл-Харис |
Ҡатыны | |
Балалары: |
улы Абдуллаһ, ҡыҙҙары Әнисә һәм Хүзәфә |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
Разное: |
Пәйғәмбәр Мөхәммәт с.ғ.с.-дең Һөт Инәһе |
Хәлимә - Пәйғәмбәрҙең Һөт Инәһе Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМөхәммәт с.ғ.с. донъяға килгән йылы Сад ибн Бәкр араһы вәкилдәре имеҙергә бала алыр өсөн Мәккәгә килә. Балаларҙы хәлле, атайлы ғаиләләрҙән алырға тырышалар. Риүәйәттәргә ҡарағанда, Хәлимәгә етем Мөхәммәт кенә тороп ҡала, баланың атаһы ул донъя күргәнсе үк баҡыйлыҡҡа күскән булһа ла ҡатын буш ҡайтырға теләмәй, уны ала.Бәйән ителеүенсә, ул йылы ныҡ ҡоролоҡ була, аслыҡтан Хәлимәнең хатта үҙ балаһына ла һөтө етмәгән була. Мәгәр Мөхәммәтте ҡулына алыу менән уға һөт төшә башлай, ике балаға ла туйғансы имеҙергә етә [2].
Сад ибн Бәкр араһы башта Худайбиәлә, артабан Мәҙинәлә йәшәй. Мөхәммәткә ике йәш булғас, Хәлимә баланы кире ҡайтарырға уйлай, тик уның әсәһе Әминә бинт Ваһб тағы күпмелер ваҡытҡа уны ҡалдырып тороуын үтенә.
Мөхәммәт с.ғ.с Хәҙисәгә (Хәдиджә р.ғ)өйләнгән була инде, Хәлимә Уға ауыр хәлдә йәшәүҙәрен әйтә. Мөхәммәт с.ғ.с ҡатынынан уға 40 һарыҡ биреүҙе һорай. Рәсүллек иңгәс, Хәлимә менән ире уның янына килеп шәһәҙәт әйтә, Ислам ҡабул итә. Һәләкәтле еңелеү була яҙған урындан еңеүгә килтергән Хүнәйнә һуғышы булараҡ тарихта ҡалған көндә Һөт Инәһе уларға килгәс, Пәйғәмбәр с.ғ.с өҫтөндәге сапанын сисеп аҫтына түшәп ултырта.
Хәлимәнең өс балаһы булған: улы Абдуллаһ, ҡыҙҙары Әнисә һәм Һизәфә.[3]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ситдиҡова Гүзәл.Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ.// Башҡортостан ҡыҙы. - 2008, №10
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Muhammad (prophet of Islam) . Encyclopædia Britannica. Дата обращения: 8 ноябрь 2014.(недоступная ссылка)
- ↑ Halimah bint Abi Dhuayb . The Oxford Dictionary of Islam. Дата обращения: 8 ноябрь 2014.
- ↑ Ситдиҡова Гүзәл.Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ.// Башҡортостан ҡыҙы. - 2008, №10
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Исламский энциклопедический словарь. А. Али-заде, Ансар, 2007 г.
- Тәсһилүл бәйән фи тәфсирил Ҡөрьән// Ҡөрьән тәфсиренең еңеләйтелгән аңлатмаһы. 4 томда. — Ҡазан:2004 йыл
- Ситдиҡова Гүзәл. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
- Ситдиҡова Гүзәл. Күсле ил — көслө ил. — Өфө:Китап, 2007.- 448 бит
- Ситдиҡова Гүзәл. Динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙ.// Башҡортостан ҡыҙы. — 2008, № 10