Әзербайжан милли парктары

Wikimedia-Listn

Әзербайжан милли парктарыӘзербайжан Республикаһында урынлашҡан милли парктар.

Экология һәм тәбиғи байлыҡтар министрлығы ойошторолғанға тиклем Әзербайжанда милли парктар булмай, улар 2003 йылдан булдырыла башлай. 2003 йылда Зәнгәзир, Ширван, Аҡкүл милли парктары ойошторолһа, 2004 йылда — Һирҡкан, Алтыағас, 2005 йылда — Абшерон, 2006 йылда — Шаһдағ, 2008 йылда — Күккүл, 2012 йылда Самур-Ялама милли парктары төҙөлә.

2008 йылда Һирҡан милли паркының 29.760 гектар булған биләмәһе 13.037 гектарға киңәйтелеп 42.797 гектарға, 2010 йылда Шаһдағ милли паркының 115.900 гектарына тағы ла 14.613,1 өҫтәлә һәм ерҙәр 130.508,1 гектарға еткерелә.

Хәҙерге ваҡытта милли парктар 310.136,5 гектар майҙанды биләй, был — Әзербайжан территорияһының 3,58 проценты.

Шулай итеп, илдә яңы милли парктары һәм дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары булдырыу буйынса маҡсатлы эштәр дауам итә, «Ҡыҙылағас» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы биләмәһендә Диңгеҙ буйы милли паркы ойоштороу күҙҙә тотола. Германия Федераль хөкүмәте ярҙамы менән «Кавказ башланғысы» программаһына ярашлы 2012 йылда Самур-Ямала милли паркы яңыртылды.

Исеме Төҙөлөү ваҡыты Биләмәһе (км²) Райондар Картала
1. Зәнгәзир милли паркы 16 июнь 2003 йыл 427,97 Ордубад
Шаһбуз
Йулфин
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
2. Аҡ күл милли паркы 5 июль 2003 йыл 179,24 Ағсабәди
Бейләгән
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
3. Ширван милли паркы 5 июль 2003 йыл 543,73 Салйан
Нефтҫала
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
4. Һирҡан милли паркы 9 февраль 2004 йыл 427,97 Ләнкәран
Астара
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
5. Алтыағас милли паркы 31 август 2004 йыл 110,35 Хызы
Сиүәзән
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
6. Абшерон милли паркы 8 февраль 2005 йыл 7,83 Баҡы
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
7. Шаһдағ милли паркы 8 декабрь 2006 йыл 1305,08 Ғуба
Ғусар
Исмауыллы
Ғәбәлә
Оғуз
Шамахы
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
8. Күккүл милли паркы 1 апрель 2008 127,55 Күккүл
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан
9. Самур-Ямала милли паркы 5 ноябрь 2012 йыл 117,72 Һаҫмаз
 
 
Әзербайжан милли парктары, Әзербайжан

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Зәнгәзир милли паркы

үҙгәртергә

   

Зәнгәзир милли паркы, йәки Академик Хәсән Әлиев исемендәге Зәнгәзир милли паркы (әзерб. Akademik Həsən Əliyev adına Zəngəzur Milli Parkı) Әзербайжан Республикаһы Нахичеван Автономиялы Республикаһының Ордубад, Шаһбуз, Йулфин районындарында урынлашҡан милли парк, майҙаны 42,797 гектар (427.97 км²). Президент указы менән 2003 йылдың 16 июнендә Ордубад районы биләмәһендә 12131 гектар майҙанда Академик Хәсән Әлиев исемендәге Ордубад милли паркы исемендә булдырылған. 2009 йылдың 25 ноябрендә парк майҙаны күрше райондар иҫәбенә киңәйтелә, шулай уҡ исеме үҙгәртелеп «Ордубад» һүҙе «Зәнгәзир»гә алмаштырыла. Зәнгәзир  — бер өлөшө парк биләмәһенә тура килгән тау һырты исеме. Тау һыртының уртаса бейеклеге 3200 метр, иң бейек урыны — 3906 метр, милли парк биләмәһендә урынлашҡан[1]

Зәнгәзир милли паркының төп бурысы — хас булған климат, рельеф һәм башҡа физик-географик үҙенсәлектәрен һаҡлау, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе, бөжәктәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм үрсетеү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәғрифәтселек һәм экотуризмды үҫтереү. Әзербайжан Ҡыҙыл китабына индерелгәндәрҙән 35 төр умыртаҡалылар, 20 төр бөжәк, 39 төр үҫемлек милли парк биләмәһендә көн күрә. Юғала барғандырына азия леопарды, тау һарығы — муфлон, буйлы гиена, бөркөт, аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө, безоар кәҙәһе инә.

Aҡ күл милли паркы

үҙгәртергә

 

Аҡ күл милли паркы (әзерб. Ağ göl Milli Parkı) — 2003 йылдың 5 июлендә Әзербайжандың Ағсабәди һәм Бейләгән райондары биләмәһендә төҙөлә. Милли парк Аҡ күл ҡурсаулығы һәм Аҡ күл ҡурсыулығы биләмәлерен берләштереү нигеҙендә булдырыла, уның дөйөм майҙаны майҙаны — 17,924 гектар, йәки 179.24 км². Аҡ күл исеме — йәйге ваҡытта һаҙлыҡ һыуы ҡооу һөҙөмтәһендә тоҙ ҡатламдары барлыҡҡа килеүе менән бәйле.

Аҡ күл милли паркының төп бурысы — һыу йөҙәр, һыу яны, күсмә ҡоштарҙың күпләп ҡышлау һәм оя ҡороу урыны булған һыу-һаҙлыҡ экологик системаһын маҡсатлы һаҡлау. Милли парк ЮНЕСКО «Һауйөҙәр ҡоштарҙың йәшәү урыны булған халыҡ-ара әһәмиәтле һыу-һаҙлыҡ урындары» конвенцияһы исемлегенә ингән. Парк биләмеһенд ҡоштарҙың 140 төрөн осратырға була, шул иҫәптән 89 төрө оя ҡора.

Ширван милли паркы

үҙгәртергә

 

Ширван милли паркы (әзерб. Şirvan Milli Parkı) — 2003 йылдың 5 июлендә Әзербайжандың Салйан һәм Нефтҫала райондары биләмһендә төҙөлә. Милли парк 1969 йылдан эшләп килгән ҡурсаулыҡ нигеҙендә булдырыла. Милли парктың дөйөм майҙаны 54,373.5 гектар, йәки 543.73 км², шул иҫәптән 4 гектарҙы һыу ятҡылыҡтары биләй. Милли парктың исеме Төньяҡ Әзербайжандың Ширван тарихи өлкәһе менән бәйле.

Ширван милли паркның төп бурысы — йәйрәндәр менән һыу ҡоштарын һаҡлау һәм үрсетеү.


Һирҡан милли паркы

үҙгәртергә

 

Aлтыағас милли паркы

үҙгәртергә

 

Aбшерон милли паркы

үҙгәртергә

 

Шаһдағ милли паркы

үҙгәртергә

 

Күккүл милли паркы

үҙгәртергә

 

Самур-Ялама милли паркы

үҙгәртергә

 

Фоторәсемдәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://azeri.lt/ru/азербайджан/государство/природа/зангезурский-национальный-парк/ 2017 йыл 21 апрель архивланған. Литва Әҙербайжандары сайтынынан мәғлүмәт (рус.)