Зәнгәзир милли паркы
Академик Хәсән Әлиев исемендәге Зәнгәзир милли паркы Хәсән Әлиев (әзерб. Akademik Həsən Əliyev adına Zəngəzur Milli Parkı) — Әзербайжандағы ҡурсаулыҡ. 2003 йылда Нахичеван Автономиялы Республикаһының Ордубад районы биләмәһендә булдырылған. Парктың дөйөм майҙаны 42,797 гектар (427.97 км²). 2009 йылдың 25 ноябренә тиклем академик Хәсән Әлиев исемендәге Ордубад милли паркы исемен йөрөтә. Әзербайжан Республикаһының Президенты ҡарары (№606) менән исеме «Зәнгәзир»гә алмаштырыла. Зәнгәзир — бер өлөшө парк биләмәһенә тура килгән тау һырты исеме. [1].
Академик Хәсән Әлиев исемендәге Зәнгәзир милли паркы | |
---|---|
әзерб. Akademik Həsən Əliyev adına Zəngəzur Milli Parkı | |
Категория МСОП — II (Милли парк) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 42,797 га (427.97 км²) |
Нигеҙләнгән ваҡыты | [[200316 июнь йыл]] |
Идара итеүсе ойошма | Әзербайжандың экология һәм тәбиғәт ресурстары министерствоһы |
Урынлашыуы | |
39°09′44″ с. ш. 45°55′47″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Ордубад |
Зәнгәзир милли паркы Викимилектә |
Паркты булдырыу маҡсаты
үҙгәртергәЗәнгәзир милли паркы тау һарығы — муфлон, безоар кәзәһе, леопард, һоро айыу, кавказ ҡоро, буйлы гиеналарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында булдырылған. Бөтә был йәнлектәр Әзербайжан Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Зәнгәзир милли паркының төп бурысы — хас булған климат, рельеф һәм башҡа физик-географик үҙенсәлектәрен һаҡлау, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе, бөжәктәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлау һәм үрсетеү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса мәғрифәтселек һәм экотуризмды үҫтереү. Әзербайжан Ҡыҙыл китабына индерелгәндәрҙән 35 төр умыртаҡалылар, 20 төр бөжәк, 39 төр үҫемлек милли парк биләмәһендә көн күрә. Юғала барғандарына азия леопарды, бөркөт, аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтө инә.
Флора и Фауна
үҙгәртергәЗәнгәзир милли паркы бай биологик төрлөлөккә эйә. Әзербайжан Ҡыҙыл китабына индерелгән йәнлек, бөжәк һәм үҫемлектәрҙең 58 (35 умыртҡалы һәм 20 бөжәк) йәнлек төрө һәм 39 үҫемлек төрө парк биләмәһендә тереклек итә.Бик һирәк һәм юғалып барған фауна төрҙәренән азиат леопардын, тау һарығы - муфлонды, безоар кәзәһен, аҡ ҡойроҡло диңгеҙ бөркөтөн, бөркөттө һәм дрофуны атарға була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Әзербайжан милли парктары исемлеге
- Әзербайжан Ҡыҙыл китабы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Zangazur National Park named after Academician Hasan Aliyev (ингл.). Әзербайжандың экология һәм тәбиғәт ресурстары министерствоһы рәсми сайты.. 2011 йыл 26 июль архивланған.
Zangazur range of mountains reaching 3200 meters on average is the highest range of the Lesser Caucasus. The highest peak of the range making 3906 meters is located in the National Park. The last third part of the Zangazur range is Soyug Dagh (Cold Mountain) which also belongs to the National Park’s area.
Һылтанмалар
үҙгәртергәЗәнгәзир милли паркы Викимилектә |
- Зангезурский национальный парк — Министерство экологии и природных ресурсов Азербайджана 2011 йыл 26 июль архивланған. (инг.)
- Национальные парки Азербайджана 2016 йыл 5 март архивланған.
Был Әзербайжан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |