Әбү Ҙәр Жүнүб ибн Жәнәдә әл-Ғифәри (ғәр. أبو ذر جندب بن جنادة الغفاري‎; вафаты 652, әр-Рабада) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе. Тәүгеләрҙән булып ислам ҡабул итеүсе. Ул ислам динен дүртенсе йә бишенсе булып ҡабул иткән тип хәбәр ителә, бәҙәүиҙәр араһында беренсе мосолман.

Әбү Ҙәр әл-Ғифәри
ғәр. أَبُو ذَرّ ٱلْغِفَارِيّ
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Жүнүб ибн Жәнәдә әл-Ғифәри

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

дин өндәүсе, Мөхәддис, сауҙагәр

Тыуған көнө:

билдәһеҙ

Тыуған ере:

Хижәз

Үлем көнө:

651[1]

Үлгән ере:

ар-Рабада[d], Хаҡ хәлифәт

Дине:
Ағымы:


Бәрелештәр:

Мәккәне яулау, Хүнәйнә һуғышы, Арабское завоевание Египта[d] һәм Ғәрәп-Византия һуғыштары

Шәкерттәре:

Әнәс ибн Мәлик

 Әбү Ҙәр әл-Ғифәри Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Сығышы менән Мәккәгә яҡын Ваддан үҙәнендә йәшәгән ғифәр ҡәбиләһенән. Ғифәрҙәр юлдарҙа талау менән шөғөлләнгән һәм ошо урындар аша үткән ҡорайыш каруандарынан өлөш тартып алып тора. Әбү Ҙәр әл-Ғифәри Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең вәғәздәре башланғанға тиклем мәжүсилектән баш тарта. Күпмелер ваҡыт ул Ибраһим динен тотоусыларҙың береһе — хәниф була. Әммә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр тураһында ишеткәс, Мәккәгә килеп, Али ибн Әбү Талиб менән һөйләшкәндән һуң ислам ҡабул итә[2].

Ислам динен ҡабул иткәндән һуң, Әбү Ҙәр үҙҙәренә ҡайта һәм ырыуҙаштары араһында яңы дин тарата башлай. Бынан һуң ғифәрҙәрҙең күпселеге ислам динен ҡабул итә, ә ҡалғандары Мәккәнән Мәҙинәгә Һижрәтенән һуң иманға килә. Әбү Ҙәр мосолман йәмәғәте тормошонда әүҙем эш алып бара, [[Бәҙер һуғышы|Бәҙер ], Өхүд, Ур һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнаша. Мәккәне яулағанда, ул үҙ ырыуының байраҡсыһы була[2].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр үлгәндән һуң Әбү Ҙәр әл-Ғифәри Мәҙинәнән Сүриәгә күсеп китә һәм Әбү Бәкер менән Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара итеү осоронда шунда йәшәй. Әбү Ҙәр рухи практикаға ҙур әһәмиәт бирә, тәҡүә һәм аскеттарса көн итә. Усман ибн Әффан идара иткән осорҙа ул әр-Рабада ауылына күсеп килә, унда вафатына тиклем донъяуи тормоштан ваз кисеп йәшәй[2].

Әбү Ҙәр әл-Ғифәри 281 хәҙис һөйләп ҡалдырған[2].

Ғәрәп авторы Әхмәт Рида артынан фарсы ғалимы Али Шәриғәти ҙә Әбү Ҙәрҙе беренсе ислам социализмы вәкиле тип иҫәпләй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  Тышҡы медиафайлдар
  • Али-заде А. А. Абу Зарр аль-Гифари // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)