Әбү Мансур әл-Матуриди
Әбү Мансу́р Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн Мәхмүт әл-Матури́ди әс-Сәмәрҡәнди́ (ғәр. أبو منصور محمد بن محمد بن محمود الماتريدي السمرقندي; һижри 870, Матурид, Сәмәрҡәнд янында — һижри 944, Сәмәрҡәнд) — ислам аҡыл эйәһе, кәләм— матуридизм мәктәптәренең береһенә нигеҙ һалыусы һәм исем биреүсеһе (эпонимы).
Әбү Мансур әл-Матуриди | |
ғәр. أبو منصور محمد بن محمد بن محمود الماتريدي السمرقندي | |
Сәмәрҡәндә имам әл-Матуриди кәшәнәһе | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Мөхәммәт ибн Мөхәммәт әл-Матуриди |
Ҡушаматы: |
Имам әл-Худа, |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Мөхәммәт әл-Матуриди |
Дини эшмәкәрлек | |
Эшмәкәрлек йүнәлеше: | |
Остаздары: |
Исемлек
|
Йоғонто яһаған: | |
Хеҙмәттәре: | |
Әбү Мансур әл-Матуриди Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәӘбү Мансур әл-Матуриди Сәмәрҡәнд эргәһендәге Матурид ауылында тыуған[5]. Хәнәфи фиҡһы һәм башҡа дини дисциплиналар буйынса белемде Сәмәрҡәндтә ала [6][7]. Һуңынан әл-Матуриди үҙе фиҡһ һәм кәләм уҡытҡан[6]. Уның тормошо тураһында бик аҙ билдәле, хәнәфи табаҡаттары (замандаштары) уның тураһында юл ыңғайы ғына телгә ала. Ошо сығанаҡтарҙан уҡытыусыһы Әбү Нәсүр әл-Ийәдиҙең һәм бер нисә яҡын уҡыусыһының исемдәре генә билдәле. Әбү-л-Мүин ән-Насафиҙың (1114 й. вафат булған) «Табсират әл-әдиллә»һендә әл-Матуриди хеҙмәте һәм тәғлимәте тураһында ентекле мәғлүмәт, шулай уҡ уның замандаштары һәм уҡыусылары тураһында мәғлүмәт бирелгән[8].
Ән-Насафиға ярашлы, әл-Матуриди танылған ислам дин белгесе Әбү Насүр әл-Ийядиҙың уҡыусылары түңәрәгендә ҡатнашҡан. Шул уҡ ваҡытта уның менән бергә Әбү-л-Ҡасим әл-Хәким әс-Сәмәрҡәнди, Әбү Бәкер Мөхәммәт ибн әл-Йаман әс-Сәмәрҡәнди һәм Әбү Сәләмә Мөхәммәт ибн Мөхәммәт тә уҡыған. Уның икенсе уҡытыусыһы «Иршат әл-мөхтәди» һәм «Китаб әз-заваид үә-л-фәүәид» хеҙмәттәре авторы Әбү-л-Хәсән әр-Рүстүғфани (Рүстағфани) була. Әл-Матуриди һәм әр-Рүстүғфани үҙенең хеҙмәтенең хаҡ хәлен билдәләргә маташҡан кеше ижтиһад (үҙ аллы һығымта яһау) һөҙөмтәһендә дөрөҫ юлдан яҙлыҡты икән, уны нисек баһаларға тип бәхәс ҡорғандары билдәле. Беренсеһе бындай ижтиһад дөрөҫ түгел тип иҫәпләгән, ә икенсеһе, дөрөҫ баһалағанда ла, баһаламаған хәлдә лә, һығымта яһау зирәклеккә бәйле тигән[8].
Бөтә сығанаҡтар ҙа әл-Матуриди һижри 332 йәки 333 йылда (940 йыл) вафат булған тип күрһәтә. Күптәр уның Әбү-л-Хәсән әл-Ашариҙан саҡ ҡына һуңыраҡ вафат булыуын иҫкә ала. Уның ҡәбере Сәмәрҡәндтә Чокардиза (Chokardiza — Йакардиза) ғалимдар зыяратында урынлашҡан. Әл-Ҡорашиға ярашлы, әл-Матуридиҙың кәүҙәһе Түрбәт әл-Мөхәммәди төрбәһендә ерләнгән, унда Мөхәммәт исемле 400-ҙән ашыу мосолман ерләнгән[8].
Мираҫы
үҙгәртергәӘл-Матуриди һәм уның эйәрсендәре кәләм дисциплинаһының бер нисә һорауына, изге текстарҙың рационалистик аңлатмаһына өҫтөнлөк биреп, әшәриҙәр рухында яуап биргән[9]: улар Ҡөрьәнде шөһрәтле тип иҫәпләгән һәм был мәғәнә һүҙ аша бирелгән ваҡытта барлыҡҡа килгән тип һанаған, ләкин диндарҙар Аллаһы Тәғәләне теге донъяла күрәсәк, кешенең бөтә ғәмәле Алла тарафынан ярала, ә кеше бары тик үҙ ихтыяры һәм һәләте ярҙамында уны үҙләштерә (кәсеб), Аллаһы Тәғәләнең асыл атрибуттары (белем, ҡөҙрәт һ.б.) ысынбарлыҡ һәм мәңгелек тигән[6]. Ләкин әшәриттәрҙән айырмалы рәүештә, әл-Матуриди Алланың асыл атрибутын ғына түгел, ә ғәмәл атрибуттарының мәңгелеген дә таныған; мөғтәзилиҙәр кешенең ихтыяр ирке, шул иҫәптән — ике ҡапма-ҡаршылыҡ араһынан һайлауынан, иман дини йолаларҙы үтәү генә түгел, ә Аллаһты һүҙҙәр нигеҙендә таныуҙан ғибәрәт, тигән фекерҙә булған[6].
Әл-Матуриди тәғлимәте Мәүәрәннәһер хәнәфиҙәре араһында таралған булған[6].
Сәмәрҡәндтән һәм уның тирә-яғынан килгән төрлө мәҙһәб вәкилдәре менән алып барған диспуттарында Әбү Мансур әл-Матуриди уңыш ҡаҙанған. Ул дискуссияларҙа кәррамиҙар, шиғыйҙар һәм мөғтәзилиҙәр менән фекер алышҡан[10], уларҙың ҡараштарын кире ҡағыуға хеҙмәттәренең береһен бағышланған[7].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергәӘл-Матуриди хеҙмәттәрен түбәндәге категорияларға бүлергә була:
- Кәләм һәм диспуттар сәнғәте буйынса хеҙмәттәр.
- Үсүл буйынса хеҙмәттәр.
- Тәфсир һәм ҡөрьән ғилеме буйынса хеҙмәттәр.
- Бойороҡтар (васайа) һәм Аллаһҡа мөрәжәғәт итеү (мүнәжә) тураһында хеҙмәттәр[10].
Әл-Матуриди ижадынан билдәлеләре:
- «Та’вилат аль-Куран» (ғәр. تأويلات القرآن) — Ҡөрьән тәфсире.
- «Шарх аль-фикх аль-акбар» (ғәр. شرح الفقه الأكبر) — Әбү Хәнифәнең «Әл-фиҡһ әл-әҡбәр» трактаты аңлатмаһы[7].
- «Ма’ахиз аш-шар‘ия» (ғәр. مآخذ الشرائع) — фиҡһ буйынса китап.
- «Китаб аль-макалат» (ғәр. كتاب المقالات) — кәләм буйынса китап.
- «Китаб ат-таухид» (ғәр. كتاب التوحيد — «Книга о единобожии») — матуриҙар тәғлимәтенән сығып ислам нигеҙҙәрен аңлатҡан китап.
- «Радд аваиль аль-адилла» (ғәр. رد أوائل الأدلة) — мөғтәзили Әбү-л-Ҡасим әл-Бәлхиҙең (Abū l-Qāsim al-Balchī) «Аваиль аль-адилла» хеҙмәте буйынса тәнҡит
- «Баян вахм аль-мутазила» (ғәр. بيان وهم المعتزلة) — мөғтәзилиҙәр ҡарашын тәнҡитләү.
- «Ар-Радд ‘ала усуль аль-карамита» (ғәр. الرد على أصول القرامطة) — ҡарматтар ҡарашын тәнҡитләү.
- «Радд китаб аль-имама ли-ба‘д ар-равафида» (ғәр. رد كتاب الإمامة لبعض الروافض) — шиғыйҙар ҡарашын тәнҡитләү[5].
Шуларҙан хәҙерге көнгә тиклем «Та’вилат аль-Куран» һәм «Китаб ат-таухид» генә һаҡланған[8].
Хәтер
үҙгәртергә2000 йылда Үзбәкстанда имам Әбү Мансур әл-Матуридиҙың тыуыуына 1130 йыл тулыуы киң билдәләнде. Был датаға уның хеҙмәттәрен нәшер итеү, халыҡ-ара конференция уҙғарыу һәм Сәмәрҡәндтә уның ҡәберендә мемориаль комплекс асыу ойошторолдо[11].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Персей — 2005.
- ↑ Али-заде А. Абу Мансур аль-Матуриди (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #11908581X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 5,0 5,1 Али-заде, 2007
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Ибрагим, Сагадеев, 1991
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Ибрагим Т. К., 2010
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Rippin A. The Qur’an: Formative Interpretation. — Routledge. — 181—183. — 414 p. — ISBN 9781351963626. Архивировано 25 ноябрь 2022 года.
- ↑ Imam-i Maturidi // İslam alimleri ansiklopedisi. Türkiye Gazetesi. İstanbul, 1984. C. 4. S. 201
- ↑ 10,0 10,1 Имам Матуриди 2011 йыл 28 ноябрь архивланған. — об имаме Матуриди на info-islam.ru.
- ↑ Артиков М. А. Просвещённый ислам — духовная основа единения 2016 йыл 5 март архивланған. ИД «Медина».
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ибрагим, Сагадеев. ал-Матуриди // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 161.
- Матуриди / Ибрагим Т. К. // Новая философская энциклопедия : в 4 т. / пред. науч.-ред. совета В. С. Стёпин. — 2-е изд., испр. и доп. — М. : Мысль, 2010. — 2816 с.
- Ҡалып:ВТ-ИЭС
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Айдын Али-заде. Матуридизм в ортодоксальном исламском мировоззрении . upelsinka.com. Дата обращения: 23 апрель 2015.