Һыуосҡан төбәге

тәбиғәт ҡомартҡыһы

Һыуосҡан, төбәк (рус. Хуускан, урочище) — Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендәге участканан торған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997).

Һыуосҡан төбәге
урыҫ :Хуускан, урочище
Төп мәғлүмәт
Майҙаны2041,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты12 февраль 1997 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБР-ы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
53°37′29″ с. ш. 58°36′44″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Һыуосҡан төбәге
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Һыуосҡан төбәге

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Яҡтыкүлдән төньяҡ-көнбайышҡа табан 4,5 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан һырт участкаһы. Күсем участка урмансылығына инә. Дөйөм майҙаны — 2041 га. Һырт түбәләренән ҡаялы тарлауыҡ буйлап шарлауыҡтар һикәлтәһе барлыҡҡа килтереүсе Һыуосҡан шишмәһе ағып сыға, уларҙың иң ҙуры 4 м бейеклеккә етә. Ландшафы ҡайын, ҡарағай, уҫаҡ ҡатыш урмандарҙан һәм урман-далаларҙан тора. Тарлауыҡ битләүендә ҡара көртмәле һәм ҡыҙыл көртмәле ҡатыш йәшел мүкле ҡарағайлыҡ, соҡорло урындарҙа йыла һәм ҡарама ағастарының реликт ултыртмалары осрай. Һырттың өҫкө өлөшөндә ҡарт ҡарағастар һәм ҙур булмаған шыршы ағастары үҫә.

Төбәк флораһы үҫемлектәрҙең бик күп һирәк төрҙәрен үҙ эсенә ала: ебәк ҡаҙ үләне, шырт ебәк ҡаҙ үләне, күп һабаҡлы борсаҡ. Гельм минуарцияһы, ебәк ҡаҙ үләне, кавказ күрәне, ҡырҡһабаҡ кәрешкә, Литвинов торна борсағы, шырттөклө еҙүлән Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән[1].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы экологик, фәнни һәм рекреацион әһәмиәткә эйә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә