Һыуосҡан шарлауығы
Һыуосҡан шарлауығы(рус. ручей Хуускан, Водопадное) — Бесәйүлгән йылғаһының башы булған шарлауыҡ. Һыуосҡан шарлауығы төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы.Волга буйы федераль округы Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районына ҡарай. Яҡтыкүлдән төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Һыуосҡан шарлауығы | |
Нигеҙләү датаһы | 12 февраль 1997 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Волга буйы федераль округы, Башҡортостан Республикаhы һәм Әбйәлил районы |
Урын | Ҡырҡтытау (һырт) |
Бейеклеге/буйы | 4 метр |
Һүрәтләмә
үҙгәртергәСтатусы: Махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе
Категория ООПТ: Төбәк әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Геологик тибы: Геоморфологик
Подтип: Шарлауыҡ (В)
Нигеҙ һалынған: 12.02.1997
Административ-территориаль бүленеш структураһында урыны: Волга буйы федераль округы Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы
Дөйөм майҙаны: 2 041,0 га
Һаҡланыу объекты: ландшафт, флораһы, үҫемлектәр япмаһы.
Һаҡланған тәбиғәт биләмәһен булдырыуҙы һәм уның әһәмиәтен нигеҙләү: Биләмәгә туристәр һәм ял итеүселәр күп килә. Тәбиғәт ҡомартҡыһы тәбиғәтте һаҡлау, ғилми һәм рекреацион әһәмиәткә эйә.
Һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең норматив хоҡуҡи нигеҙе:Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинеты ҡарары ( 12.02.1997 №124-р; 26.02.1999 №48; 07.12.2018 №597 )
Географик урыны
үҙгәртергәГеографик урыны: Яҡтыкүлдән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 4,5 км
Сиктәре : Күсем урман хужалығы участкаһының 74-сы, 75-се, 83-се, 84-се, 99-сы, 100-се квадраттары.
Координаталары:Киңлек: 53.634 Оҙонлоҡ: 58.552 (градусы).
Һыуосҡан_шарлауығы Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендә, Күсем тауында (1080,6 м) Айыуталаған ҡыуышында урынлашҡан. Шарлауыҡ йырып сыҡҡан урын Һыуосҡан тарлауығы тип атала. Был тарлауыҡ Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүен 3 километрға тиклем араҡыҡта ярып, батып үтә.
Бесәйүлгән йылғаһы 1041,4 м бейеклектәге түбәнән аҫтараҡ Һыуосҡан шишмәһе булып башланғыс ала ла, ҙур-ҙур ҡая-таштарҙан ағып төшөп, бейеклектәре 3-4 метрға еткән шарлауыҡтар шарлауыҡтар каскады ( иң бейеге 4 м тиклем) барлыҡҡа килтереп аҫҡа атыла.
Шарлауыҡтың хәле йылдан-йыл миҙгеленә бәйле. Йәйгеһен сылтырап аға. Яҙғыһын һәм июнь айында ҡар ирегән мәлдә ҡеүәтле гөрләп, урғылып аға.
Бында бик дымлы, урыны менән һаҙланған, йәйен үлән ныҡ бейек булып үҫә. Ҡаҙаяҡтар , шишмә ситендә ҡуйы муйыл әрәмәләре баҫҡан.
Түбәнән уң ҡулауыҡ Күсем тауының яйлаһына (яҫы таулыҡ) — Һыуосҡан төбәгенә алып сыға. Һыуосҡан төбәге Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы (1997). Яҡтыкүлдән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 2041 га. Ҡырҡтытау һыртының көнсығыш битләүендәге участканан тора.
Үҫемлектәр япмаһы
үҙгәртергәҠырҡтытауҙың Күсем түбәһен (1080,6 м) һәм 1041,4 метр бейеклектәге түбәне үҙ эсенә ала. Икеһе лә таулы урманлы дала ландшафтына ҡарайҙар. Флора бик бай һәм һирәк осрай торған үҫемлектәр күп.
Ландшафт ҡайын, уҫаҡ, ҡарағай урмандарынан һәм органоген ҡырсынташлы һәм тау һоро урман тупрағындағы урманлы далаларҙан тора. Битләүҙәрҙә йәшел мүкле, кара һәм ҡыҙыл көртмәлеле ҡарағайлыҡтар урынлашҡан. һырт тубәләрендә — ҡарағас менән шыршы, түбәндә ҡарама менән йыланың реликт ағаслығы урын алған.
Биләмәлә биләмәһендә Башҡортостан Республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре үҫә: күп һабаҡлы кәрешкә, ебәк ҡаҙүлән, Гельма минуарцияһы, кавказ күрәне, шырт еҙүлән, Литвинов сырмалсығы һәм башҡалар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының геологик тәбиғәт ҡомартҡылары, Гәрәев Э.З, Өфө «Тау» 2004
- Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары реестры
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1](недоступная ссылка)
- [2](недоступная ссылка)
- [3] 2020 йыл 29 сентябрь архивланған.;
- [4](недоступная ссылка)