Еҙ үлән

үҫемлек заты

Еҙ үлән — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Еҙ үлән
Еҙ үлән
Тонконог пирамидальный (Koeleria pyramidata)
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Koeleria Pers. (1805)

Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  41803
NCBI  49771
EOL  108168
GRIN  g:6358
IPNI  30002889-2

Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Кәҫ барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 25—80 см. Кәҫе ҡуйы (Делявин еҙ үләне кәүшәк), сәскәле һабаҡтарҙан һәм ҡаты, тар, яҫы йәки буй төрөлгән япраҡлы ҡыҫҡа емешһеҙ үренделәрҙән тора. Башағы аҡһыл йәки көмөш төҫөндә, ян-яҡтан ҡыҫылған, 2—5 сәскәле; башаҡса тәңкәһе һиҙелер-һиҙелмәҫ киль менән, осло, эскеһе — эрерәк, 3 аныҡ беленмәгән һеңерсәле. Сәскә тәңкәһе 9 һеңерсәле, аҫҡы тәңкәһе үлән кеүек, һиҙелер-һиҙелмәҫ киль менән, башаҡса тәңкәһенән оҙонораҡ, өҫкөһө — тарыраҡ, аҡ ярылы. Сәскәлеге — ҡуйы, башаҡҡа оҡшаш, цилиндр рәүешендәге һепертке. Май—августа сәскә ата. Емеше — ҡабарынҡы-батынҡы оҙонса бөртөксә, июль—сентябрҙә өлгөрә. Ледебур еҙ үләне — Ирәмәл тауының тау тундраһында, Делявин Еҙ үләне — Башҡортостандың Урал алдында далала һыубаҫар болон һәм уйпаттар буйлап, бүрекле еҙ үлән — республиканың барлыҡ бмләмәһендә тиерлек далаларҙа, ташлы һәм далалы битләүҙәрҙә, ҡаяларҙа, урман аҡландарында, шырт төклө еҙ үлән ташлы далала, таш сығыштарында, дала, урман-дала, һирәкләп тау-урман зоналары битләүҙәрендә һәм Өфө яйлаһында үҫә. Делявин еҙ үлән һәм бүрекле еҙ үлән — мал аҙығы үҫемлектәре. Реликт булған Ледебур еҙ үлән — Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына, эндемик шырт төклө еҙ үләне Башҡортостан Республикаһының һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  • Гончаров Н. Ф. Род 153. Тонконог, келерия — Koeleria Pers. // Флора СССР. В 30-ти томах / Главный редактор акад. В. Л. Комаров; Редакторы тома Р. Ю. Рожевиц и Б. К. Шишкин. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1934. — Т. II. — С. 320—337. — 778 + XXXIII с. — 5175 экз.
  • Цвелёв Н. Н. Род 49. Тонконог, келерия — Koeleria Pers. // Злаки СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров. — Л.: Наука, 1976. — С. 268—279. — 788 с. — 2900 экз.