Ҡонафин Шәмсетдин Сиражетдин улы

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.[1]

Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы (1918 йыл — май, 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.[1]

Ҡонафин Шәмсетдин Сиражетдин улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1918
Тыуған урыны Бөрйән районы
Иҫке Монасип
Вафат булған көнө май 1974
Вафат булған урыны Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Иҫке Монасип
Һөнәр төрө секретарь, кассир, Механизатор
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Биографияһы

үҙгәртергә

Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы Бөрйән районының Монасип ауылында 1918 йылда донъяға килә. 1935 йылда Байназар ШКМ-ның (колхозсы йәштәр мәктәбе) 5-се синыфын тамамлағас, колхозға статистик секретарь булып эшкә төшә. 1937 — 1938 йылдарҙа ауыл хужалығы бүлегендә сәркәтип вазифаһын башҡара, район һаҡлыҡ кассаһында кассир була.

Һуғыш юлы

үҙгәртергә

Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы 1940 йылдың май айында Ҡыҙыл Армия сафына алына, Әрмәнстандағы 733-сө һанлы уҡсылар полкында хеҙмәте башлана. Ошо уҡ йылдың 6 ноябрендә 733-сө уҡсылар полкын фронтҡа оҙаталар.

8 ноябрь көнө фашист ғәскәрҙәре Дьяково ауылында көслө һөжүм башлай. Был һуғышта ул, ҡулбашынан ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, ҡоралын ташламай, һуғышыуын дауам итә. Бер нисә тапҡыр дошман ғәскәре 733-сө уҡсылар полкын ҡамауға ала. Көнәфин Ш. С., пулеметтан фашистарҙың ҡырҡтан ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ итә, ҡан юғалтыуға ҡарамаҫтан, үҙенең отделениеһын ҡамауҙан ҡотҡарып алып ҡала.

Был хаҡта

  1941 йылдың 8 ноябрь көнө Дьяково ауылындағые ҡаты бәрелештә иптәш Көнәфин Ш.С. ҡырҡтан ашыу һалдат һәм офицерын юҡ итә... Ике тапҡыр яраланһа ла, ул һуғышыуын дауам итә һәм уның отделениеһы ҡамауҙан сыға. Күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн иптәш Көнәфин орденға тәҡдим ителә. Полкы командиры полковник Таванцев. Өлкән политрук, комиссар Шемякин. 1941 йыл, 24 ноябрь.  

 — тип яҙылған 1941—1945 йылдарҙағы һуғыш тураһындағы сайтта.[2].

733-сө полк һалдаттары ҙур юғалтыуҙар кисерә. Немец илбаҫарҙары менән ҡаты ҡан ҡойошта Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы, контузия алып иҫһеҙ ятҡан ваҡытта, дошман ҡулына эләгә һәм лагерҙа төрлө язаларға тарттырыла.

Дошман лагерынан ҡотолоу өсөн ул иптәштәре менән ҡасыу планы ҡора, әммә килеп сыҡмай. Ниһайәт, үҙ аллы ҡасыу планын бойомға ашыра һәм совет ғәскәрҙәренә килеп ҡушыла. Әсирлектән ҡотолған Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы армияның махсус тикшереү үҙәгендә тикшереү үтеп, уның ил алдында намыҫы таҙа икәнлеген асыҡлана.

1944 йылдың декабрь айында 733-сө уҡсылар полкы күп ҡыйратылыу арҡаһында, был полк 262-се уҡсылар полкы тип үҙгәртелә. 1943—1944 йылдарҙа Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы ошо уҡ полкта дошманға ҡаршы һуғышыуын дауам итә.

Немец ғәскәрҙәрен ҡыуа барып, улар 1944 йылдарҙа Ҡырым ярымутрауын Германия армияһынан һаҡлап алып ҡалалар. 1944 йылда, 5 май көнө Севастополь ҡалаһын штурмлай һәм ул хеҙмәт иткән полк фашистарҙы ҡамай. Ошо һуғышта улар дошмандың 14 контратакаһын кире ҡаға. Ҡырым өсөн барған был яуҙа Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы ҡул һуғышында немец траншеяһына барып инә һәм 5 гитлерсыны юҡ итә. Был бәрелештә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн уға «Батырлыҡ өсөн» миҙалы бирелә.

Гвардия ефрейторы Көнәфин Шәмсетдинды миҙал менән наградлау бойороғонда ошолай юлдар бар: «Ҡырымдағы һуғышта батырлыҡ күрһәтә һәм дошман траншеяһына барып инде һәм немецтарҙы ҡыйрата. Улар тарафынан Ҡырымды азат иткәндә 5 гитлерсы үлтерелде»[2].

Был һуғыштарҙан һуң Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы, ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланып сыға. Алған яраларҙан һуң хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылғас, 1944 йылдың авгусынан санитар поезының келәт мөдире итеп тәғәйенләнә. 1946 йылдың февраленә тиклем хеҙмәтен дауам итә.

9 майҙы Польшала ҡаршылай. Немец илбаҫарҙарын тар-мар итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән наградлана.

Көнәфин Шәмсетдин Сиражетдин улы 1946 йылдың февраль айында демобилизациялана.

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

Һуғыштан һуң Яңы Собханғолда бер йыл хәрби белем дәресе уҡытҡас, Иҫке Монасипҡа ҡайта, колхоздың бухгалтерияһында иҫәп-хисапсы була. Бөрйән МТС1954 йылда ойошторола, Ҡонафин Шәмсетдин механизаторҙар курсында уҡый. 1960 йылдарға тиклем баҫыуҙа иген ура, ә ҡыш көндәре ремонт эштәре башҡара. Тик һуғышта алған ауыр яра тынғылыҡ бирмәгәс Ҡунафин бухгалтерлыҡ эшен тағы башҡара. Һуңынын колхоздың ревизия комиссияһына ағза итеп һайлана.

1974 йылдың майында Ҡунафин Шәмсетдин Сиражетдин улы, һуғышта алған яраларҙан ауырып, 56 йәшендә вафат була. Улдары механизатор һөнәрен һайлай. Улы, Ҡунафин Хәлил, хәрби училищела уҡып, Тверь ҡалаһында хеҙмәт итә, подполковник дәрәжәһенә үрләтелә .[3]

Хәрби наградалары

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

  1. Кунафин Шамсутдин Серажетдинович
  2. 2,0 2,1 Кунафин Шамсетдин Сиражетдинович 2021 йыл 24 октябрь архивланған.
  3. Батыр исеме онотолмай