Ҡобағошов Өлфәт Миниәхмәт улы

Салауат Юлаев ордены кавалеры, хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, скульптор.

Ҡобағошов Өлфәт Миниәхмәт улы (рус. Кубагушев Ульфат Миниахметович; 1 апрель 1952 йыл) — рәссам, скульптор, монументалист, күп һанлы проекттар авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021), Көйөргәҙе районының почётлы гражданы (2022).

Ҡобағошов Өлфәт Миниәхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 апрель 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Таймаҫ, Таймаҫ ауыл советы, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Бер туғандары Ҡобағошов Айрат Миңлеәхмәт улы
Һөнәр төрө скульптор
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Өлфәт Миниәхмәт улы Ҡобағошов 1952 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Күмертау районы[1] Таймаҫ ауылында тыуған. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Ҡобағошов Айрат Миңләхмәт улының ҡустыһы. 1969 йылда Таймаҫ урта мәктәбен тамамлай. 1970—1972 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1973—1974 йылдарҙа тыуған мәктәбендә рәсем һәм музыка уҡытыусыһы булып эшләй.

Өфө сәнғәт училищеһының биҙәү-ҡулланма бүлеген «таш, ағас, һөйәк эшкәртеү» һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтын «скульптура» һөнәре буйынса тамамлай. (скульптор Калининушкин оҫтаханаһы).

Рәсәй Рәссамдар ижади союзы һәм Халыҡ-ара Рәссамдар федерацияһы ағзаһы, күп һанлы күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы, төрлө конкурстар еңеүсеһе. 1979 йылдан «Иммунопрепарат» дәүләт унитар предприятиеһында рәссам булып эшләй.

Ө. Ҡобағошов — Башҡортостандың беренсе композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтовҡа мемориаль таҡтаташ авторы.

Ул «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексы проектына республика конкурсында ҡатнаша, унда уның эштәре иң яҡшы проект тип таныла.

Скульпторҙың эштәре Өфө һәм Санкт-Петербург ҡалаларын биҙәй.

Уның ижады күп яҡлы. Тыуған еренең тарихы, этнографияһы, рухи мәҙәниәте темаһына 50-нән ашыу фәнни баҫма, «Таймас ауылы (Бөрйән мәхәлләһенең махсус ҡушымтаһы)» китабы, авторҙашлыҡта ғәрәп теле дәреслеге (яңы эш башлаусылар өсөн) авторы.

Ө. М. Ҡобағошов утыҙ йылға яҡын республика ауылдары тарихы буйынса архив материалдарын, боронғо эпитафияларҙы өйрәнә, фольклор материалы йыя, үҙ инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе райондарына бер нисә экспедиция ойоштора.

Иң билдәле эштәре

үҙгәртергә

Өлфәт Миниәхмәт улы Ҡобағошов — рәссам, скульптор, монументалист, күп һанлы проекттар авторы. Әҫәрҙәре композицияларҙың үҙсәнлеге, сағыу милли колорит менән айырылып тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районы хакимиәтенең рәхмәт хаттары (2015, 2017);
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме (2009);
  • Хеҙмәт ветераны (2012);
  • «Республика һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм па ветерандар советына 30 йыл» юбилей миҙалы (2017);
  • Салауат Юлаев ордены (2021)[2];
  • Көйөргәҙе районының почётлы гражданы (2022)[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә