Ҡаҙағстан немецтары
Ҡаҙағстан немецтары (нем. Kasachstandeutsche) ― Ҡаҙағстан территорияһында йәшәгән этник общиналарҙың береһе. 2014 йылда Ҡаҙағстан немецтарының һаны 181 928 кеше тәшкил иткән (ил халҡының 1,06 проценты)[1].
Ҡаҙағстан немецтары | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Ҡаҙағстан немецтары Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәДепортацияға тиклем
үҙгәртергәТәүге немецтар хәҙерге республика территорияһында XVIII быуат аҙағында уҡ, улар империяның күп ерле көнсығыш һәм көньяҡ ситендәге Рәсәй миграция хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша башлағас, барлыҡҡа килә.
Ҡаҙағстанда 1885 йылда[2].нигеҙләнгән Рождественское (Фриденсфельд) ауылы тәүге немец ауылы тип һанала. Беренсе колониялар булып Мариенбург һәм Фриденсталь һанала. 1905—1911 йылдарҙағы Столыпин реформаһы осоронда Төньяҡ Ҡаҙағстанда ике тиҫтә немец ауылы була: Александрталь, Алтенау, Кенигсгоф, Пруггергоф һәм башҡалар.
1930 йылдарҙа Ҡаҙағстанға Украина, Ҡырым, Волга буйы, Ленинград өлкәһенән һәм Әзербайжан ауылдарынан немецтар күсенә башлай. Башлыса улар кулактарҙы эҙәрлекләү һәм репрессиялар һөҙөмтәһендә һөрөлгән крәҫтиәндәр була.
Компактлы йәшәү һәм эске үҙидара шарттарында Рәсәй немецтары үҙ мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм традициялары булған халыҡ булараҡ формалаша.
Шуға ҡарамаҫтан, Икенсе бөтә донъя һуғышына тиклем уҡ күп һанлы немец ауылдары (колониялары) СССР-ҙың Европа өлөшөндә була; теге йәки был дәрәжәлә үҙенсәлекле немец колонияһы мәҙәниәте һәм көндәлек аралашыуҙа ҡулланылған диалекттар һаҡланып ҡала.
1918 йылдың октябрендә Волга буйында немец хеҙмәт коммунаһы ойошторола, ә 1924 йылда уның нигеҙендә Волга буйы немецтары Автономиялы Республика иғлан ителә. Бынан тыш, Украинала немец райондары һәм немец ауыл советтары ойошторола. 1920-се йылдар аҙағында уҡ Рәсәй немецтарына ҡаршы репрессиялар башлана, 1936—1939 йылдарҙа улар бик ҙур күләмгә етәләр. Немец ауылдарына кулактарҙы эҙәрлекләү ҙур зыян килтерә, уларҙың хужалыҡтары ҡыйратыла, немецтарҙы һөргөнгә еберәләр, ҡайһы берҙә физик яҡтан юҡҡа сығарылалар. Бынан тыш, күп кенә немецтар Германия файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләнгәндәр ҡулға алына, һөрөлә һәм атып үлтерелә.
Депортация
үҙгәртергәВолга буйы немецтары Автономиялы Республикаһын бөтөрөү, Волгала, Украинала, Әзербайжанда, Ленинград өлкәһендә һәм башҡа урындарҙа немец ауылдарын юҡ ителә, бер ниндәй ғәйебе булмаған кешеләр ҡыуып сығарыла һәм үлтерелә, бөгөнгө көндә тотош халыҡтарҙы ҡорбан иткән Сталин репрессиялары бөгөнгө көндә хоҡуҡи һәм бигерәк тә әхлаҡи яҡтан аҡлана алмай. Советтар Cоюзының Европа өлөшөнән һәм Кавказдан Рәсәй немецтарын депортациялау 1941 йылдың июлендә башлана һәм бер нисә этапта үткәрелә. 1941 йыл авгусында немецтар Ҡырым ярымутрауынан ҡыуыла. Шунан немец халҡы Украинанан һәм Волга буйынан да депортациялана. 1941 йылдың 28 авгусында «Волга буйы райондарында йәшәгән немецтарҙы күсереү тураһында» исемле Указ донъя күрә. Калинин һәм Горкин ҡул ҡуйған әлеге документта түбәндәгеләр яҙыла: «Хәрби властар тарафынан алынған ышандырырлыҡ мәғлүмәттәр буйынса, Волга буйы райондарында йәшәгән немец халҡы араһында меңдәр һәм тиҫтә меңдәр диверсант һәм шпиондар бар, улар Германиянан бирелгән сигнал буйынса Волга буйы немецтары йәшәгән райондарҙа шартлатыуҙар башҡарырға тейеш». Шулай итеп, «Бөтә Волга буйы немец халҡына ҡаршы язалау саралары» күрелә.
Волга буйы немецтарына «йәшәү өсөн» һөрөү ерҙәре күп булған Новосибирск һәм Омск өлкәләренең, Алтай крайының, Ҡаҙағстандың райондары һәм башҡа күршеләш урындар тәғәйенләнә. Рәсәй немецтарының икенсе өлөшө Вермахт тарафынан оккупациялаған территорияла ҡала һәм Германияға һәм Польшаға сығарыла. Һуғыштан һуң уларҙың күпселеге Советтар Союзына ҡайтарыла һәм шулай уҡ Себергә, Ҡаҙағстанға һәм башҡа һөргөн урындарына, «спецпоселениеларға», НКВД-ның күҙәтеүе аҫтына оҙатыла. И. Флейшхауэр И. һәм Б. Пинкус мәғлүмәттәренә ярашлы, 1945—1946 йылдарҙа Ҡаҙағстанда яҡынса 530 мең немец йәшәй, шул уҡ ваҡытта РСФСР-ҙа, башлыса Себерҙә һәм Алтайҙа, уларҙың һаны 650 меңгә етә, ә Ҡырғыҙстанда һәм Тажикстанда яҡынса 70 мең немец йәшәй. Ҡаҙағстанда башлыса немецтар Караганда, Ҡостанай, Целиноград, Павлодар, Семипалатинск, Ҡоҡшытау, Джамбул өлкәләрендә төпләнә. Немецтарҙы элекке йәшәгән урындарына ҡайтарыу мәсьәләһе бик оҙайлы ваҡыт бөтөнләй күтәрелмәй. Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 26 ноябрендәге Указға ярашлы немецтар, чечендар, ҡалмыҡтар, финдар, латыштар кеүек үк, «уларға бирелгән райондарға мәңгегә күсерелергә» тейеш була, уларҙың «МВД-ның махсус рөхсәтенән тыш урынлаштырған урындарҙан китеүе» «20-се йылға тиклем каторга эштәренә» хөкөм ителә.
Өлөшләтә реабилитация
үҙгәртергә1949 йылда ГДР барлыҡҡа килә, әммә совет немецтары махсус һөргөн ауылдарынан (спецпоселениелар) иҫәбенән 1955 йылдың 30 декабрендә генә төшөрөлә. Улар илдең башҡа райондарына күсеү хоҡуғын ала, әммә һуғышҡа тиклем йәшәгән урындарына ҡайтырға рөхсәт булмай. 1955 йылғы указда немецтарға тартып алынған мөлкәтен ҡайтарыу йәки һөрөлгән урындарына кире ҡайтыу тураһында һүҙ бармауы һыҙыҡ өҫтөнә алына.
1958 йылда Алматыла немец телендә радиотапшырыу ойошторола, 1964 йылда немец тапшырыуҙарын Ҡарағанда телетапшырыу студияһы ай һайын сығара башлай[2]. В Целинограде издавалась немецкая газета «Фройндшафт» (нем. Freundschaft, c 1966 года)[3].
Рәсәй немецтарының артабанғы реабилитацияһы 1964 йылдың 29 авгусында Указ сыҡҡандан һуң дауам ителә. Указда Волга немецтарын фашист илбаҫарҙарына ярҙам итеүҙә ғәйепләүҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй тип раҫлана һәм Сталиндың шәхси культы шарттарында булған башбаштаҡлыҡ тип билдәләнә. 1941 йылғы «Волга буйында йәшәгән немецтарҙы күсереү тураһында» исемле указды юҡҡа сығарыу менән бер рәттән «немец халҡы яңы урында тамыр йәйгән» тип билдәләнә, йәғни күскенселәрҙе кире ҡайтарыу йәки ниндәй ҙә булһа дәүләт-административ структуралар булдырыу тураһында һүҙ бармай. Тик 1972 йылдың ноябрендәге указ ғына (матбуғатта баҫтырылмай) немецтарға башҡа урындарға күсергә рөхсәт ителә.
Шуға ҡарамаҫтан, Волгалағы республика ла, башҡа урындарҙағы немец райондары ла тергеҙелмәй. СССР-ҙа немецтарға ҡарата сәйәсәте, атап әйткәндә, Ҡаҙағстанда күпселектә ГФР-ҙың хөкүмәте һәм йәмәғәтселеге яғынан иғтибары уларға менән билдәләнә. Немец рейхы территорияһында ҡалған һәм Икенсе донъя һуғышы осоронда немец гражданлығын алған немецтар, немец хөкүмәте һәм Ҡыҙыл тәре ойошмаһы совет немецтарының Германияға күсеүен ойоштороу буйынса күп көс һала.
Автономияны тергеҙергә маташыу
үҙгәртергә1972 йылдың сентябрь айында Ҡаҙағстан немецтарының хаты тураһында билдәле була, хатҡа 3,5 мең ғаилә башлығы ҡул ҡуя. Немец киң мәғлүмәт сараларында әлеге көрәш сағылыш һәм теләктәшлек таба. Яуап итеп Ҡаҙағстан коммунистар партияһы немецтар ризаһыҙлығын кәметеүгә йүнәлтелгән мәҙәни автономияһын булдырыу өсөн шарттар тыуҙырыу өсөн ҡайһы бер саралар күрергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта эмиграция кәйефтәренә ҡаршы пропаганда йәйелдерелә. Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1974 йылдың 16 апрелендәге «Немец милләте граждандары араһында идея-тәрбиәүи эшен көсәйтеү тураһында» һәм 1974 йылдың 26 июнендәге «Немец милләте граждандары араһында сәйәси-тәрбиәүи эштең артабанғы көсәйтеүе тураһында» ҡарарҙар ҡабул ителә. Германияға күсергә теләгән граждандарҙың персональ эштәре махсус булдырылған йәмәғәт комиссияларында ҡарала. Шуға ҡарамаҫтан, ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеп булмай.
Шуға күрә КПСС етәкселеге немец автономияһын булдырыу зарурлығы тураһындағы һығымтаға килә. 1976 йылдың август айында әлеге мәсьәләне хәл итеү менән шөғөлләнгән КПСС Үҙәк Комитетының бер төркөм ағзалары, Ҡаҙағстанда немец автономиялы өлкәһен (үҙәге Ермантау ҡалаһы булырға тейеш) ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһай. Һуңыраҡ, 1979 йылдың 31 майында, КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы политбюроһы "Немец автономиялы өлкәһен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә, әммә ҡаҙаҡ халҡының ҡаршылығы арҡаһында был проект тормошҡа ашмай.
Үҙгәртеп ҡороу (перестройка) башланыу менән Рәсәй немецтары автономияны тергеҙеү буйынса көрәш башлайҙар, иң элек һүҙ Волгалағы республиканы тергеҙеү тураһында бара. Был маташыуҙар ҙур ҡыйынлыҡтарға тарый һәм кәрәкле һөҙөмтәгә килтермәй. Бер үк ваҡытта элекке СССР илдәрендә йәшәгән немецтарҙы немец мәҙәниәтенә ылыҡтырыу, немец телен уҡытыуҙы яҡшыртыу буйынса эш алып барыла. ГФР хөкүмәте был эшкә шаҡтай ҙур аҡса бүлә. 1990 йылда Ҡаҙағстанда ГФР-ҙан иң күп аҡса алған төбәктәр: Төньяҡ Ҡаҙағстан, Көнсығыш Ҡаҙағстан, Акмулла, Карағанда һәм Ҡостанай өлкәләре. 1992 йылға тиклем Бөтә союз немец съездары уҙғарыла.
1992 йылдың 29 октябрендә Алматы ҡалаһында Ҡаҙағстан немецтарының 1-се съезы үтә, съезда «Яңырыу» республика йәмәғәт ойошмаһын булдырыу буйынса ҡарар ҡабул ителә, ойошма Ҡаҙағстан немецтарының мәнфәғәттәрен сағылдырыу маҡсатында төбәк йәмғиәттәрен берләшетерә. 1995 йылдың 25 июнендә 2-се съезд уҙғарыла һәм унда Ҡаҙағстан немецтары Советы һайлана. 1990-сы йылдар башында Рәсәй хөкүмәте немецтарҙы борсоған мәьәләләрҙе хәл итеү буйынса ҡайһы бер эштәр башҡара. Мәҫәлән, 1992 йылдың 21 февралендә Ельцин Рәсәй немецтарын реабилитациялау буйынса кисектергеһеҙ саралар тураһында указға ҡул ҡуя.
Репатриация
үҙгәртергәТимер шаршауҙың ҡолатылыуы һәм Германияның берләшеүе Ҡаҙағстан немецтарына тарихи Ватанына ҡайтыу өсөн юлдар аса. 1992 йылда Ҡаҙағстанды 80 мең немец ҡалдырып китә, 1993 йылда уларҙың һаны 100 мең кешегә етә сыға, ә 1994 йылда Германияға 120 мең немец күсеп китә. Миграция ағымы тик 1997 йылда ғына кәмей башлай[2].
Ҡаҙағстанға 1997 йылдың майында ГФР канцлеры Һелмут Коль сәфәргә килгән саҡта Ҡаҙағстандың беренсе Президенты Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстан республикаһының немец диаспораһы ике ил араһындағы хеҙмәттәшлектә ҙур роль уйнағанын билдәләй. Бер үк ваҡытта ул Ҡаҙағстан немецтарын «тыуған илен, Ҡаҙағстанды» ташлап китмәҫкә, ошо илдең башҡа халыҡтары менән бергә яҡшы киләсәген төҙөргә саҡырҙы.
Этнографияһы
үҙгәртергәТәүге Ҡаҙағстан немец күскенселәре моноэтник мөхиттә йәшәүҙе хуп күрә, урыҫтар менән, ҡаҙаҡтар тураһында әйтеп тораһы түгел (мосолман дине вәкилдәре булараҡ), ҡатнаш никахтарға инмәҫкә тырышалар[4]. Рәсәй империяһына күскән һәм Азияла төпләнгән немец күскенселәренең яҡынса 65 %евангелистик-лютеран сиркәүенә ҡарай, икенсе ҙур төркөмдө католиктар тәшкил итә, меннонитлыҡ бик аҙ күләмдә таралған була[5].
Бөйөк Ватан һуғышы башындағы немецтарҙың депортацияһынан һуң, яңы күскенселәрҙең һәм башҡа милләттәрҙең депортацияға дусар ителгәндәрҙең Ҡаҙағстанға килеүе менән немецтарҙың күпселеге ҡатнаш этник, башлыса урыҫ телле, мөхитендә йәшәй башлай. Шуға күрә 1960—1990 йылдарҙағы быуындар тел яғынан урыҫлашҡан.
Ҡаҙағстандағы немец халҡының динамикаһы
үҙгәртергәҠаҙағстанда немецтарҙың иң күп һаны 1989 йылға тура килә, ул ваҡытта Ҡаҙаҡ ССР-ында 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 958 мең немец йәшәй (республика халҡының 5,8 %). Немецтар, шулай итеп, урыҫ һәм ҡаҙаҡтарҙан һуң, һан буйынса өсөнсө урынды биләй, украиндар 4-се урынға күсә. 1991 йылда Ҡаҙағстан суверенитеты иғлан ителгәндән һәм миграция ҡануниәте либералләштерелгәндән һуң, илдә немецтарҙың һаны бик тиҙ кәмей. 1999 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса 353 мең немец (2,4 %) теркәлә. 2000-се йылдан һуң эмигранттарҙың ҙур булмаған өлөшө Ҡаҙағстанға кире ҡайтыуы тураһында киң матбуғат селтәрҙәрендә яҙылһа ла, 2009 йылғы мәғлүмәттәр буйынса Ҡаҙағстан Республикаһында бөтәһе 178,2 мең (1,1 %) ҡала. Эмигранттар булыуына ҡарамаҫтан, 199-сы һәм 2000-се йылдар дауамында, урыҫтарҙын һәм украиндарҙан айырмалы рәүештә, немецтарҙың һаны кәмемәй, хатта 1000 кешегә +1-ҙән +2-гә тиклем кешегә артым күҙәтелә. 1990-сы йылдар башына тиклем немецтарҙың тәбиғи артымы юғары була (+6 +8 кеше), уларҙың күпселеген сиҙәм крайының ауыл кешеләре тәшкил итә. Дөйөм алғанда, абсолют һан буйынса артым күҙәтелеүенә ҡарамаҫтан, республикала немецтарҙың өлөшө (7,1 %) 1959 йылдан алып кәмей бара.
- 1897 — 2 613 немец (0.06 %)
- 1926 — 51 094 немец (0.82 %)
- 1939 — 92 571 немец (1.51 %)
- 1959 — 659 751 немец (7.08 %)
- 1970 — 839 649 немец (6.53 %)
- 1979 — 900 207 немец (6.13-сө %)
- 1989 — 957 518 немец (5.82 %)
- 1999 — 353 441 немец (2.36 %)[6]
- 2007 — 220 000 немец[7]
- 2009 — 178 409 немец (1.11 процент) (Ҡаҙағстан республикаһындағы 2009 йылда халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса)[8]
- 2012 — 180 832 немец (1.08 %)[9]
- 2014 — 181 928 немец (1.06 %)[10]
- 2015 — 181 958 немец (1.04 %)
Билдәле Ҡаҙағстан немецтары
үҙгәртергә- Атаназиус Шнайдер — рим-католик епископы. 2006 йылдың 8 апреленән Целерина титуляр епископы. 2006 йылдың 8 апреленән 2011 йылдың 5 февраленә тиклем Караганданың ярҙамсы епископы. 2011 йылдың 5 февраленән Астана ҡалаһындағы Пресвятая Дева Мария Архиепархияһының ярҙамсы епископы.
- Герман Греф — Рәсәйнемец дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы идараһы рәйесе һәм президенты, Рәсәй Федерацияһының иҡтисади үҫеше һәм сауҙаһы элекке министры (2000—2007).
- Константин Лайкам — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары (Росстат) — 2004 йылдың 16 июненән.
- Виталий Ааб — профессиональ хоккейсы, Германияның хоккей буйынса йыйылма командаһы уйынсыһы.
- Айрих Эдуард Фердинандович — СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры. «Динамо» (Алматы) ир-ат йыйылма командаһының командаһының өлкән тренеры. 980-се йылғы Олимпия уйындарында СССР-ҙың ирҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры — команда бронза миҙалдар яуланы[11]
- Константин Айрих — немец боксеры.
- Дмитрий Литесов — немец хоккейсыһы.
- Аман Евгений Иосифович — Ҡаҙағстандың күренекле дәүләт һәм партия эшмәкәре (1983 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем).
- Герольд Бельгер — яҙыусы, тәржемәсе, тәнҡитсе, прозаик. 1971 йылдан алып Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Александр Фитц — яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре.
- Боос Эрнст Гербертович — физика-математика фәндәре докторы, Ҡаҙағстан республикаһының Фәндәр академияһы академигы һәм мөхбир ағзаһы, Фәндәр академияһы Фиһика юғары энергиялары институты директоры.
- Браун Андрей Георгиевич — Акмулла өлкәһе акимы Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены, өс тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
- Геринг Яков Германович — СССР хужалыҡ эшмәкәре, зоотехниктары, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Ҡаҙағстанда ауыл хужалығы етештереүен ойоштороусы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.
- Роберт Дитрих (1986—2011) — профессиональ хоккейсы, Хоккей буйынса Германия йәштәр йыйылма командаһы өсөн уйнай.
- Игорь Дорохин — профессиональ хоккейсы, СССР-ҙың хоккей буйынса йыйылма командаһы өсөн уйнай.
- Сергей Кәримов — һөнәри футболсы, футбол буйынса Ҡаҙағстан йыйылма командаһы өсөн уйнай.
- Дмитрий Кочнев — профессиональ хоккейсы, хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы уйынсыһы.
- Александр Федорович Дедерер — «Яңырыу» Ҡаҙағстан немецтары йәмәғәт берекмәләре ассоциацияһы рәйесе
- Александр Меркель — һөнәри футболсы, футбол буйынса Ҡаҙағстан йыйылма командаһы уйынсыһы.
- Меркель Давидович Иоган — күренекле дәүләт эшмәкәре, 3-сө класлы дәүләт юстиция советнигы, «Ҡаҙағстан Республикаһы прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булған.
- Гуго Вормсбехер — СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәй немецтары вәкиле.
- Мунтаниол Вилли (Мунтаниол Василий Васильевич) — Рәсәй немецтары милли хәрәкәте ветераны, 1960-сы йылдар автономисы, СССР Журналистары союзы ағзаһы, публицист, яҙыусы, рәсәй немецтары Халыҡ-ара конвенты президиумы ағзаһы.
- Петр Нейштетер — һөнәри футболсы, футбол буйынса Ҡаҙағстан йыйылма командаһы өсөн уйнай.
- Владимир Нидергаус — һөнәри футболсы, футбол буйынса Ҡаҙағстан йыйылма командаһы өсөн уйнай.
- Дмитрий Петцольд — профессиональ хоккейсы, хоккей буйынса Германия йыйылма командаһы уйынсыһы.
- Пфеффер Нора Густавовна — шағирә. Радио немец Ҡаҙаҡ ССР-ында немец радиоһы етәксеһе, ә һуңынан «Ҡаҙағстан» нәшриәтенең немец секцияһын етәкләй.
- Рау Альберт Павлович — сәйәси эшмәкәр, Аҡмулла өлкәһе акимы, Ҡаҙағстан Республикаһының индустрия һәм яңы технологиялар вице-министры.
- Вадим Рифель — профессиональ хоккейсы, хоккей буйынса Ҡаҙағстан йыйылма командаһы өсөн уйнай.
- Генрих Шмидтгаль — һөнәри футболсы, футбол буйынса Ҡаҙағстан йыйылма командаһы уйынсыһы.
- Дмитрий Хинтер — рэп-башҡарыусы, Schokk йәки YA исеме аҫтында билдәле.
- Константин Энгель — профессиональ футболсы, футбол буйынса Ҡаҙағстан йыйылма командаһы уйынсыһы.
- Юрий Юдт — һөнәри футболсы, футбол буйынса Германия Йәштәрйыйылма командаһы өсөн уйнаған.
- Максим Браун — Ҡаҙағстан биатлонсы.
- Элеонора Хуммель — немец яҙыусыһы.
- Дмитрий Шаад — немец актеры.
- Олег Борн — немец футболсыһы.
- Кирилл Мейстер — Ҡаҙағстан телетапшырыуҙары алып барыусыһы.
Ҡатнаш никах вариҫтары
үҙгәртергә- Майданов Николай Саинович<[12] − Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Федерацияһы геройы (үлгәндән һуң).
- Вин Александр Андреевич (1952—2010), билдәле механизатор. Мулдашев Акимжандың (Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе Аҡҡайын районы «Колос гәзите», 2005 йылдың 23 июлендә "Просто исполнял долг очергын яҙа) һәм Ҡырымдан һөрөлгән Сузанна Андреевна Винстың улы
- Рейхерд Дмитрий Александрович (1989 йылдың 8 ғинуарында Усть-Каменогорскиҙа тыуған) — Ҡаҙағстан фристайлисыhttps://ru.m.wikipedia.org/wiki/Рейхерд,_Дмитрий_Александрович#/editor/0
- Оскар Хартман — Рәсәй эшҡыуары, филантроп, 10-дан ашыу компанияға нигеҙ һалған, уларҙың капиталлаштырыуы 5 млрд АҠШ долларынан ашыу.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Агентство Республики Казахстан по статистике. Этнодемографический сборник Республики Казахстан 2014 2017 йыл 8 ноябрь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 НАШИ НЕМЦЫ
- ↑ Амантай КАКЕН: ПОД НАЧАЛОМ АНДРОПОВА
- ↑ Alfred Eisfeld. Die Russlanddeutschen. ISBN 3-7844-2382-5 (нем.)
- ↑ Viktor Krieger. Deutsche Präsenz in Kasachstan zur Zarenzeit. Osteuropa-Institut, München (нем.)
- ↑ Население Казахстана вновь растёт — за исключением русскоязычных регионов
- ↑ Советские немцы: В поисках утраченного фатерланда
- ↑ Итоги переписи населения Республики Казахстан 2009 года 2010 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ Агентство Республики Казахстан по статистике. Численность населения Республики Казахстан по отдельным этносам на 1 января 2012 года. Дата обращения: 28 март 2013. Архивировано 15 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 15 ноябрь архивланған.
- ↑ 2014 жылғы мұрағат 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Айрих Эдуард Фердинандович 2019 йыл 18 декабрь архивланған.
- ↑ Повесть о настоящем солдате — Огни Мангистау 2015 йыл 30 май архивланған.
Һылтанмалар һәм әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сайт «Немцы Казахстана»
- Информация о немцах 2018 йыл 29 июнь архивланған. на веб-сайте Ассамблеи народов Казахстана
- Viktor Krieger. Deutsche Präsenz in Kasachstan zur Zarenzeit. Osteuropa-Institut, München (нем.)
- Alfred Eisfeld. Die Russlanddeutschen. ISBN 3-7844-2382-5 (нем.)
- Christian Eyselein. Russlanddeutsche Aussiedler verstehen. Praktisch-theologische Zugänge. (2006). ISBN 3-374-02379-7 (нем.)
- Немцы Казахстана. Обзор научной печати 2014 йыл 1 июль архивланған.
- «Было приказано отправляться в ссылку за свой счёт». К 75-летию депортации советских немцев вспоминается… 2017 йыл 11 февраль архивланған., — Zeitung «Aussiedlerbote» / Газета "Переселенческий Вестник