Ҡабарҙы-Балҡар ҡурсаулығы
Ҡабарҙы-Балҡар бейек тау ҡурсаулығы (рус. Кабарди́но-Балка́рский высокого́рный запове́дник) — Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһындағы дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы[1]. 1976 йылдың ғинуарында ойошторола. Майҙаны 82 649 гектар. Буфер зонаһының майҙаны — 26 000 гектар.
Ҡабарҙы-Балҡар бейек тау ҡурсаулығы | |
---|---|
Категория МСОП — Ia (Ҡәтғи тәбиғи резерват) | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 82649 га. |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 8 ғинуар 1976 йыл |
Урынлашыуы | |
43°02′57″ с. ш. 43°14′33″ в. д.HGЯO | |
РФ субъекты | Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы |
Яҡындағы ҡала | Нальчик |
zapovednik-kbr.ru | |
Ҡабарҙы-Балҡар ҡурсаулығы Викимилектә |
Рельефы
үҙгәртергәҠурсаулыҡ Оло Кавказдың бейек тау зонаһына инә. Уның иң юғары нөктәһе — Дыхтау тауы (5204 м), иң түбән нөктәһе диңгеҙ кимәленән 1800 метр бейеклектә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡта 256 боҙлоҡ бар. Уларҙың 194-енең майҙаны — 10 гектарҙан ашыу. Йәшәү мөмкин булмаған бүлкәттең дөйөм майҙаны 45 502 гектар, йәки ҡурсаулыҡ территорияһының 60,7 процентын тәшкил итә.
Гидрологияһы
үҙгәртергәТерритория күп һанлы боҙлоҡтарҙан сыҡҡан йылғалар селтәре менән ҡапланған. Иң ҙурҙары — Чегем, Черек-Безенги, Черек-Балкар, Сукан-Су һәм Хазнидон. Минераль һыуҙарҙарҙың бер нисә сығанағы бар.
Флора һәм фаунаһы
үҙгәртергәҠурсаулыҡта теркәлгән төрҙәрҙең һаны: юғары үҫемлектәр — 1200, балыҡтар — 1, ер-һыу хайуандары — 1, һөйрәлеүселәр — 3, ҡоштар — 128, Һөтимәрҙәр — 29. Дағстан туры, ябай төлкө, ҡабан, шакал, һоро айыу, кавказ урман бесәйе, һеләүһен, аҫ, йәтсә, алтай тейене, ҡуян, ярғанат һ.б. даими йәшәй. Ҡоштарҙың һирәк төрҙәре бар: бөркөт, ҡара гриф, һаҡаллы бөркөт, таҙғара, көсөгән, ыласын, кавказ һуйыры, тау күркәһе.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кабардино-Балкарский государственный заповедник . Дата обращения: 20 октябрь 2014. Архивировано 11 ғинуар 2016 года.