Ғәниева Зиба Паша ҡыҙы
Ғәниева Зиба Паша ҡыҙы (әзерб. Qəniyeva Ziba Paşa qızı; 20 август 1923 йыл — 2010 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, радист, снайпер, разведчик. Шәрҡиәтте өйрәнеү докторы, профессор, филология фәндәре кандидаты.
Ғәниева Зиба Паша ҡыҙы | |
әзерб. Ziba Qəniyeva | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 20 август 1923 |
Тыуған урыны | Шәмәхә, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР |
Вафат булған көнө | 2010 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Атаһы | Николай Михайлович Шверник[d] |
Бер туғандары | Шверник, Людмила Николаевна[d] |
Һөнәр төрө | снайпер |
Хәрби звание | младший лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәниева Зиба Паша ҡыҙы Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҺуғыштан алдағы осор
үҙгәртергәЗиба Ғәниева 1923 йылдың 20 авгуында, ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, Әзербайжандың Шәмәхә ҡалаһында[1][2][3][4], «Халыҡ батырлығы» проектына ярашлы, Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында[5], Әзербайжан совет энциклопедияһы буйынса Гөлстан үзбәк ҡалаһында тыуа[6]. Атаһы — әзербайжан, әсәһе — үзбәк. 14 йәшендә ҡыҙ ата-әсәһе тере килеш етем ҡала — 1937 йылда Зибаның әсәһе репрессиялана, ә атаһы — Паша Ғәниев, ҡыҙының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мәжбүри рәүештә унан баш тарта[7]. Шул уҡ йылда Зиба Ташкентҡа китә, Үзбәкстан филармонияһының хореография бүлегенә уҡырға инә. 1940 йылда Зиба Мәскәүгә килә һәм ГИТИС-тың актерҙар әҙерләү факультетына уҡырға инә. А. В. Луначарский исемендәге Мәскәү дәүләт театр сәнғәте институты студенты булһа ла, йөҙҙәрсә мең совет студенты кеүек үк, һуғыштың беренсе көнөнән үк, доброволец булып фронтҡа яҙыла. Ғәниева ҡыҫҡа ваҡытлы уҡсылар курсына ебәрелә, унда пулеметтан менән эш итергә, снайпер винтовкаһынан атырға, шулай уҡ разведка сәнғәте менән таныша. 1941 йылдың 7 ноябрендә 3-сө Мәскәү коммунистик дивизияһы составында Ҡыҙыл майҙанда парадта ҡатнашып, ул тамамлағандан һуң, шунда уҡ Тыуған илде һаҡларға китә.
Бөйөк Ватан һуғышы
үҙгәртергәХеҙмәткә саҡырылыу һәм хеҙмәт
үҙгәртергәҠыҙылармеец Зиба Ғәниева 1941 йылдың 16 октябренән РККА сафында. Мәскәү өлкәһе, Мәскәү ҡалаһы, Краснопресненский районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[8]. Ленинград һәм Төньяҡ-көнбайыш фронттарында һуғыша. Радист булараҡ, разведка төркөмө составында 16 тапҡыр фронт һыҙығын үтеп, рация аша дошман тураһында мөһим мәғлүмәттәр тапшыра[9]. Дивизияла иң яҡшы снайперҙарҙың береһе тип иҫәпләнә.
1941 йылдың октябрендә 3-сө Мәскәү коммунистик дивизияһы уҡсыһы булып китә, унда снайпер оҫталығын камиллаштырыуын дауам итә. 1942 йылдың ғинуарында 3-сө Мәскәү коммунистик уҡсылар дивизияһы базаһында 130-сы уҡсылар дивизияһы (икенсе формирование) ойошторола. 1942 йылдың яҙында дивизия составында Төньяҡ-Көнбайыш фронтҡа килә һәм әүҙем хәрби хәрәкәттәргә ҡушыла. Хәрби әхирәте комсомолка Нина Соловей менән бергә, комсомолка Зиба Ғәниева дивизияла снайперҙар хәрәкәтен ойоштороу инициаторы була[10]. «Халыҡ батырлығы» базаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 1942 йылдың 12 апреленән 23 майға тиклем дивизияның 151-се айырым мотоуҡсылар батальонының снайпер-разведчигы Зиба Ғәниева, Черное, Лунево, Ожесцы һәм Дягилево ауылдарында хәрәкәт итеп, 20 немецты, шул иҫәптән ике офицерҙы юҡ итә. С. Мурманцеваның «Бөйөк Ватан һуғышында совет ҡатын-ҡыҙы» китабына ярашлы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 21 гитлерсыны үлтерә[11]. Рәссам Таһир Сәләхов иҫтәлектәре буйынса, бер әңгәмә ваҡытында Ғәниева: «Таһир, мин йөҙ егерме туғыҙ фашисты үлтерҙем», — ти[7].
Ҡаһарманлығы
үҙгәртергә1942 йылдың 23 майында Ленинград өлкәһенең Молвотицк районы Оло Врагово ауылы өсөн барған алышта Зиба Ғәниева батырлыҡ ҡыла. Командованиенан немец гарнизоны буйынса снайпер уты алып барырға бурыс алып, ауылдан көнсығыштараҡ булған ҡалҡыулыҡта урынлаша. Танк взводы һөжүме һөҙөмтәһендә фашистар сигенә башлағас, Зиба Ғәниева туғыҙ яугирҙан төркөм төҙөп, сигенеүсе дошманға ут снайпер уты яуҙыра. Зиба Ғәниева үҙе алға сығып, тубыҡланып ут аса һәм алты немецтың башына етә. Был ваҡытта кесе лейтенант Марченко етәкселегендәге төркөм ауыл эсендә һуғыша. Марченко Ғәниеванан ярҙам һорап, связной ебәрә. 130-сы уҡсылар дивизияһының 528-се уҡсылар полкы командиры майор Павловтан ярҙамға алты яугир алып, Зиба Ғәниева 15 яугир менән Марченко отрядына ярҙамға юллана. Юлда төркөм бер төркөм автоматсылар биналар емереклектәре араһында урынлашҡан автоматсының уты аҫтына эләгә. Зиба ҡаушап ҡалмай, бер яугир менән автоматсыныъ позицияһын тылдан урап үтә һәм уны атып үлтерә. Был ваҡытта минометтарҙан көслө ут асылыуы һөҙөмтәһендә Ғәниеваның ҡабырғаһына ярсыҡ тейеп, яралана. Әммә был ваҡытҡа инде төркөм Марченко отряды менән ҡушылып өлгөрә һәм берлектәге көс ярҙамында дошман ауылдан ҡыуып сығарыла[12].
Яраланыуы һәм госпиталдә дауаланыуы
үҙгәртергәҠаты яраланған кесе лейтенант Зиба Ғәниеваны ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, яу яланынан уның хәрби дуҫтары Нина Соловей, Федор Кириллов һәм Яков Коляко алып сыға. Ғәниеваны самолет менән Мәскәүгә оҙаталар. Госпиталдә уның ғүмерен Мария Федоровна Шверник ҡотҡарып ҡала һәм тәрбиәләй. Ғәниеваның ҡаны зарарланған була һәм ул үлем сигендә була. 11 ай Мария Федоровна Зибаның эргәһенән китмәй, ә ул аяҡҡа баҫҡас: «Ғәҙәти ҡатын-ҡыҙ балаһын 9 ай йөрөтә, ә мин һине 11 ай йөрөттөм», — тип үкһей. Дауахананан сыҡҡас, Мария Федоровна Шверник һәм уның ире Сталин хакимлығының һуңғы йылдарында (1946—1953) Михаил Калинин урынына СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе вазифаһында эшләгән Николай Михайлович Шверник әзербайжан ҡыҙын үҙ ғаиләһенә ҡабул итә[13].
Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн Зиба Ганиева Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл йондоҙ ордендары, «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградлана[4].
Ғәниеваның Кавказ әсәләренә мөрәжәғәте
үҙгәртергәҠыйыу комсомолканың батырлығы тураһындағы хәбәр бөтөн совет иле буйлап тарала. Барлыҡ үҙәк һәм урындағы гәзиттәрҙә уның фотоһүрәте ҡуйылып, Зиба Ғәниеваның снайпер винтовкаһынан 20 фашисты юҡ итеүе тураһында яҙыла. Ә немец ғәскәрҙәре Кавказ байлыҡтарына һәм Баҡы нефтенә ынтылғас, ул әсәләргә, ҡыҙҙарға, әхирәттәренә бөйөк Тыуған илде һаҡларға баҫырға саҡырып мөрәжәғәт итә. 1942 йылда «Работница» журналының 19-20-се һанында уның мөрәжәғәте баҫыла:
«Враги посягают на наш чудесный, величественный Кавказ. Женщины гор: казачки, чеченки, кабардино-балкарки, азербайджанки, грузинки, армянки — все, кто живёт под небом Кавказа и Закавказья, помогайте своим мужьям и братьям, поднявшимся на разбойничьи полчища врага! Нефтью, хлопком, плодами цветущих садов — всем, что творят руки человека — труженика и труженицы, можно бить врага! Защитим, отстоим от проклятых варваров завоевания Великой Октябрьской социалистической революции: свободу, достоинство, честь! Не отдадим врагу наших жилищ, наших детей! Смерть врагам! Неминуемая смерть от нашего острого, закалённого оружия!»
Һуғыштан һуңғы осор
үҙгәртергә1945 йылда Ғәниева Нәби Ғәниевтың «Таһир һәм Зөһрә» фильмында фарсы шаһбикәһе ролен уйнай[7].
Еңеүҙән һуң Зиба Ғәниева ул саҡта СССР-ҙың Төркиәләге ваҡытлыса ышаныслы илсеһе вазифаһын башҡарған Әзербайжан дипломаты Тофик Ҡадировҡа кейәүгә сыға. Ғәниева ире менән бергә Мәскәүгә ҡайта[14], улдары — Марат Ҡадиров тыуа[15].
Ғәниева тарих менән шөғөлләнә, шәрҡиәтте өйрәнеү докторы, профессор, филология фәндәре кандидаты була[11]. 1955-56 йылдарҙа Баҡы юғары партия мәктәбенең тел һәм әәҙбиәт кафедраһы мөдире булып эшләй. 1956 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Шәрҡиәт институтының ғилми хеҙмәткәре[6].
1985 йылда, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40-йыллығына 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Хәтирәләр
үҙгәртергә518-се уҡсылар полкының элекке комсоргы, лейтенант Г. Д. Киевскаяның «Минең ҡәҙерле мәскәүҙәрем» мәҡәләһенән («Дан приказ ему на запад», «Воениздат», 1968):
В Московской Коммунистической дивизии я познакомилась со студенткой 1-го курса института Театрального искусства Зибой Ганиевой. На фронте она овладела снайперским мастерством, стала одним из лучших снайперов Северо-Западного фронта. После второго ранения Зиба около двух лет пролежала в госпитале. Долгая борьба за жизнь, за здоровье. Потом не менее упорная борьба за знания. После войны она окончила институт, затем аспирантуру. Получила учёную степень.
Наградалары
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ QƏNİYEVA Ziba Paşa qızı 2018 йыл 24 ғинуар архивланған.
- ↑ Агамалиев Ф. Снайпер 2018 йыл 24 ғинуар архивланған. // AZCONEWS.
- ↑ Зиба Ганиева. История женщины-легенды
- ↑ 4,0 4,1 Ганиева Зиба
- ↑ Ганиева Зиба // podvignaroda.ru.
- ↑ 6,0 6,1 Гәнијева Зиба Паша гызы // Азербайджанская советская энциклопедия / Под ред. Дж. Кулиева. — 1979. — Т. III. — С. 137.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Таир Салахов «Город моей молодости»(недоступная ссылка)
- ↑ Ганиева Зиба — архивные документы
- ↑ МОУ Красноярская СОШ: «Женщины в годы войны».
- ↑ Справка политотдела 53-й гвардейской краснознаменной стрелковой дивизии о комсомольской организации дивизии, в частности, о подвигах бойцов членов ВЛКСМ(недоступная ссылка)
- ↑ 11,0 11,1 Советские женщины в Великой Отечественной войне // Мурманцева В. С. Советские женщины в Великой Отечественной войне. М., Мысль, 1974
- ↑ СНАЙПЕР-РАЗВЕДЧИК РККА ЗИБА ГАНИЕВА 2019 йыл 15 апрель архивланған.
- ↑ Удивительная судьба и подвиги Зибы Ганиевой для нас, молодежи послевоенной страны, служили примером беззаветной храбрости и патриотизма. 2015 йыл 23 сентябрь архивланған.
- ↑ Белые страницы Москвы: Зиба Паша кызы Ганиева 2016 йыл 12 март архивланған.
- ↑ Белые страницы Москвы: Марат Кадыров 2016 йыл 9 март архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- В. С. Мурманцева — «Женщины в солдатских шинелях». Воениздат, М. 1971 г.
- Александр Гритченко: «Героизм сынов и дочерей Азербайджана». Баку, «Военное Издательство», 2009.
- Исбах А. А.: «Вставай, страна огромная… Рассказы о Великой Отечественной войне. Зиба Ганиева.» Худож. лит., 1969. — Т.2