Ғәмир әш-Шәғәби
Ғәмир ибн Шәрәхил әш-Шәғәби (ғәр. عامر بن شراحيل الشعبي; 641, Әл-Күфә, хәҙ. Ираҡ — 723, Әл-Күфә, хәҙ. Ираҡ) — боронғо тәбиғиндәрҙең береһе, билдәле ғалим, мөхәддис һәм фаҡиһ (хоҡуҡ белгесе).
Ғәмир әш-Шәғәби | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 641 |
Тыуған урыны | Әл-Күфә, Ираҡ |
Вафат булған көнө | 723 |
Вафат булған урыны | Әл-Күфә, Ираҡ |
Һөнәр төрө | Фаҡиһ, хоҡуҡ белгесе, тарихсы, Ҡаҙый, илсе, Раүи (хәҙис) |
Эшмәкәрлек төрө | Шәриғәт |
Биләгән вазифаһы | Ҡаҙый |
Уҡыусылар | Катада ибн Диама[d], Абу-Исхак аш-Шайбани[d], Тауба аль-Анбари[d] һәм Әбү Хәнифә |
Кемдә уҡыған | Ғабдулла ибне Мәсғүд, Әнәс ибн Мәлик һәм Абу Абдуррахман ас-Сулями[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәмир әш-Шәғәби 641 йылда Әл-Күфәлә Ғүмәр ибн әл-Хәттаб идара иткән осорҙа тыуған. Сығышы менән Йәмәндән. Уны хәмдән ырыуының бер тармағы шәғәб нәҫеленән булараҡ, әш-Шәғәби тип йөрөткәндәр [1].
Вафатына ҡағылышлы фекер айырымлыҡтары бар. Риүәйәттәрҙең күпселеге буйынса, ул 723 йылда Әл-Күфәлә вафат булған[2].
Дини эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒәмир әш-Шәғәби ислам хоҡуғы һәм хәҙистәрҙе өйрәнеү фәндәре буйынса бөйөк ғалим. Ул Әбү Хәнифә имамдың төп уҡытыусыларының береһе була [3].
Ғәмир әш-Шәғәби тәфсиргә бик һаҡлыҡ һәм иғтибар күрһәтә. Уның аяттарға аңлатмалары Мөхәммәт Пәйғәмбәр сөннәтенә таяна.
Ғәмир әш-Шәғәбиҙең хәтере феноменаль булған. Ул бер нәмә лә яҙып алмаған, әммә, шуға ҡарамаҫтан, үҙе ишеткән бөтә хәҙистәрҙе яттан белгән[4].
Ғәмир әш-Шәғәби 500-ҙән ашыу сәхәбәне күреп өлгөргән[5]. Ул Али ибн Әбү Талип, Сәғд ибн Әби Үәҡҡас, Сәғит ибн Зәйет, Зәйет ибн Сабит, Әбү Муса әл-Әшғари һәм башҡа бик күптәрҙән хәҙис отоп ҡалып, тапшырған[6].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Аль-Хатиб аль-Багдади
- ↑ Аль-Хатиб аль-Багдади, Т. 12, с. 231
- ↑ аз-Захаби, Тазкира
- ↑ аз-Захаби, Сияр
- ↑ аль-Бухари
- ↑ аль-Аскаляни, Т. 5, с. 58
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аль-Хатиб аль-Багдади. Тарих Багдад.
- Мухаммад аз-Захаби. Тазкира аль-хуффаз.
- İslam Alimleri Ansiklopedisi. — İstanbul: Türkiye Gazetesi Yayınları, 1984. — Т. 2.
- Хейраддин аз-Зирикли. А‘лям.
- Мухаммад аз-Захаби. Сияр а‘лям ан-нубала.
- Шамсуддин ибн Халликан. Вафаят аль-аян.
- Ибн Сад аль-Багдади. Ат-Табакат аль-кубра.
- Мухаммад аль-Бухари. Тарих аль-кабир.
- Ибн Хаджар аль-Аскаляни. Тахзиб ат-тахзиб.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 'Amir al-Sha’bi (ар.). muslimscholars.info. Дата обращения: 23 февраля 2014.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |