Сәғд ибн Әби Үәҡҡас
Сәғд ибн Әби Үәҡҡас (ғәр. سعد بن أبي وقاص;рус. Саад ибн Абу Ваккас) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең яҡын сәхәбәһе, иҫән ваҡытында уҡ ожмах вәғәҙә ителгән ун сәхәбәнең береһе, Хәлифәттең ғәскәр башлығы һәм дәүләт эшмәкәре.
Сәғд ибн Әби Үәҡҡас | |
араб. سعد بن أبي وقاص | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Сәғд ибн Мәлик |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Әби Үәҡҡас Мәлик |
Әсәһе: | |
Балалары: |
Умар ибн Саад[d], Мухаммад ибн Саад[d], Амир ибн Саад[d], Мусаб ибн Саад[d], Аиша ибн Саад[d] һәм Q50186478? |
Бәрелештәр: | |
Сәғд ибн Әби Үәҡҡас Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәСәғд беренселәрҙән булып ислам ҡабул итә, был ваҡытта уға 17 йәш була.
Мосолмандар менән бергә Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Бәҙер, Үхүд, Хәндәк һәм башҡа һуғыштарҙа ҡатнаша.
Әбү Бәкер һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәлеге осоронда Хәлифәтте нығытыуҙа ҡатнаша. Византия һәм Иранға ҡаршы һуғыштарҙа ғәскәр башлығы вазифаһын биләй. Уның етәкселегендә Ҡадисиә һуғышында мосолмандар фарсыларҙы еңә.
Ғүмәр уны үҙенән һуң хәлифәлеккә алты кандидаттың береһе итеп ҡалдыра, ләкин шурала Усман ибн Әффан хәлифә итеп һайлана. Усман идара иткән осорҙа Сәғд Куфә идарасыһы итеп тәғәйенләнә, ә һуңынан Усман уның урынына башҡаны билдәләй.
Хәлифәттәге фетнә ваҡытында сәйәси роль уйнамаған.
Вафаты
үҙгәртергәСәғд һижри 55 йылда вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде А. Сад ибн Абу Ваккас (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Saʿd b. Abī Waḳḳāṣ / Hawting, G.R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1995. — Т. 8. (түләүле)
- Снесарев Г.П., Хорезмские легенды как источник по истории религиозных культов Средней Азии. Москва: Наука, 1983.
- Джаббаров Иса, Древний Хорезм – страна высокой культуры и уникальной духовности (Этно-исторические очерки). М.: ИЭА РАН, 2014.
- Маликов А.М. Культ святого Саад ибн Абу Ваккаса в Хорезме и Центральной Азии: история и современность // Хорезм в истории народов Евразии. Материалы международного симпозиума. Каскелен, 2019, с.25-34
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |