Раүи (хәҙис)
Рәүи (ғәр. الراوي ; рус. рави) — хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилемендә: йөкмәткеһе сәхәбәләргә, ә уларҙан Мөхәммәт пәйғәмбәргә барып тоташырға тейешле хәҙис тапшырыусылар, риүәйәтселәр. Хәҙистәрҙе өйрәнеү фәненең хәҙистәрҙең дөрөҫлөгө һәм уларҙы тапшырыусылар сылбыры менән бәйле проблемалар тикшерелгән бүлеге дирәйәт әл-хәҙис атала.
Раүи | |
Эшмәкәрлек сфераһы | Хәҙис ғилеме |
---|
Бөтә хәҙистәр улар тураһында хәҙис тексына тиклем телгә алынған рәүиҙәр тарафынан тапшырылған. Тапшырыусылары сылбырында хәбәрҙәренә ышанырға мөмкин булған кешеләр торғанда ғына хәҙис ышаныслы (сәхих) тип һанала ала. Был шарттар үтәлмәһә, хәҙис ышаныслы тип һанала алмай[1].
Сөнниҙәрҙең хәҙистәрҙе өйрәнеү ғилеме буйынса хәҙистәрҙе тапшырыусылар ошондай сифаттарға эйә булырға тейеш[1]:
- мосолман булыу — әгәр берәй тапшырыусы хәҙисте мосолман булмаған саҡта ишеткән булһа (кафыр), исламға килгәс һөйләгән шул уҡ хәҙисе ҡабул ителә;
- аҡылы камил булырға тейеш — хәҙистәр балаларҙан һәм аҡылы зәғифтәрҙән ҡабул ителмәй;
- намыҫлы, әҙәплелек һәм тәҡүәлек менән айырылып торған кеше булыу — рәүиҙәр намыҫлы мосолман булырға, ауыр гонаһтар ҡылмаҫҡа, дингә яңылыҡтар (бидғәт) индермәҫкә тейеш.
- хәтере яҡшы булыу — хәҙис тапшырыусыларҙың хәтере яҡшы булыуы һәм ғүмеренең төрлө йылдарында хәҙисте төрлө мәғәнә биреп йәки икенсе төрлө текст менән телгә алмауы аныҡ билдәле булыуы фарыз[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Али-заде, А. А. Рави // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Rāwī / Jacobi, R. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)