Ғәлләмов
Википедия:Күп мәғәнәлелек
Ғәлләмов — ир-ат фамилияһы. Ғәлләм исеменән барлыҡҡа килгән. Төрки халыҡтарҙа киң ҡулланыла.
Ғәлләмова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
үҙгәртергә- Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (15 октябрь 1926 йыл — 19 февраль 1989 йыл) — башҡорт теле ғалимы, методист. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
- Ғәлләмов Салауат Абдрахман улы (24 декабрь 1959 йыл — 5 сентябрь 2018 йыл) — ғалим, башҡорттарҙың һинд-иран сығышы тураһындағы гипотезаның, башҡорт теленең боронғо һәм хәҙерге Европа телдәренә йоғонтоһо һәм башҡорт эпостарының боронғо һинд философияһына йоғонтоһо тураһында гипотезалар авторы.
- Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы (20 июнь 1939 йыл — 6 март 2006 йыл) — ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—2006 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Почёт ордены кавалеры (1998).
- Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы (1 декабрь 1968 йыл) — иҡтисадсы, Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Фәнде үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды Советы, Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).
- Ғәлләмов Мөхәммәт Мостафа улы (1951 т.) — Өфө ҡалаһындағы «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияның 2015 йылғы лауреаты[1].
- Ғәлләмов Хәмзә Искәндәр улы (2 апрель 1931 йыл — 16 июнь 2015 йыл) — Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының төбәк диниә назараты[2] рәйесе, мөфтөй, Өфө ҡалаһындағы «Хәмзә-Хажи» мәсете етәксеһе, «Имам хәҙрәт Хәмзә хажи» хәйриә фонды етәксеһе.
- Ғәлләмова Әлфиә Марс ҡыҙы — башҡорт йырсыһы. Халыҡ-ара һәм республика кимәлендәге конкурстар лауреаты.
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |