Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы

(Ғәйфулла Сарбаев битенән йүнәлтелде)

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы (12 октябрь 1915 йыл22 февраль 1965 йыл) — театр актёры, режиссёр, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).

Ғәйфулла Сарбаев
Исеме:

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы

Тыуған ваҡыты:

12 октябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Хәлил ауылы[1]

Вафат ваҡыты:

22 февраль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (49 йәш)

Вафат урыны:

Сибай

Һөнәре:

актёр, режиссёр

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Театр:

Сибай башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1957

Биографияһы

үҙгәртергә

1915 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Хәлил ауылында тыуа. Бик иртә атайһыҙ ҡала. Башланғыс белемде Хәлил ауылы мәктәбендә ала. Йәй көндәрендә һарыҡ көтә, шул мәлдә ул ҡурайға тартыла, был музыка ҡоралында ныҡлап уйнарға өйрәнә. Үҫмер сағынан агитбригада сығыштарында ҡатнаша, шуға ла уны район агитбригадаһы составына индерәләр. Райондағы йәштәр араһында оҫта ҡурайсы булып танылған егеткә музыка буйынса артабан уҡырға тәҡдим итәләр. 1939 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай (Х. Бохарский курсы). Тәүҙә Ҡыйғы театрында эш башлай, шунан Баймаҡ театрына күсә. Бөйөк Ватан һуғышына китер алдынан Баймаҡ театрының баш режиссеры була[2].

Ғәйфулла Сарбаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша, яуҙа ла ҡурайынан айырылмай. Дивизияның ул саҡтағы политбүлек начальнигы Сабир Ҡадиров үҙенең хәтирәләрендә («Күренекле яҙыусылар Башҡорт дивизияһында»,"Ағиҙел", 1981, № 5) Ғәйфулла Сарбаевтың күренекле урыҫ яҙыусыһы Константин Симонов алдында «Азамат» көйөн тәүҙә ҡурайҙа уйнауы, аҙаҡ йырлап та ишеттереүе тураһында яҙа.

Ҡурайына һәр саҡ тоғро булған Ғәйфулла Сарбаев 49 йәшендә, 1965 йылдың 22 февралендә вафат була.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (18.10.1943)[3].

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы, Әбйәлил районы.
  2. Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө:АльфаРеклама, 2014. — 424 б.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.;

Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө: АльфаРеклама, 2014. Т. 1 000 экз. — 424 б.