Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф
Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф (ғәр. عبد الرحمن بن عوف;рус. Абдуррахман ибн Ауф) — иҫән сағында уҡ ожмах менән һөйөнсөләнгән 10 сәхәбәнең һәм тәүге һигеҙ мосолмандың береһе. Ул исламды Әбу Бәкерҙән ике көн һуңыраҡ ҡабул итә.
Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф | |
араб. عبد الرحمن بن عوف | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Ғәбд әл-Ҡәғбә |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Ғауф |
Ҡатыны |
Умм Кульсум бинт Укба[d], Сахля бинт Асим[d], Сахля бинт Сухайл[d] һәм Тумадур бин аль-Асбаг[d] |
Балалары: |
Ибрахим ибн Абдуррахман[d], Хамид ибн Абдуррахман[d], Абу Сальма ибн Абдуррахман[d] һәм Мусаб ибн Абдуррахман[d] |
Бәрелештәр: | |
Ваҡиғалар: |
Хәбәшстанға һижрәт |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
Разное: |
хәлифлеккә кандидат |
Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәбдеррәхмән ибне Ғауф раҙыйаллаһу ғәнһү Фил йылынан һуң 10 йәки 20 йыл үткәс тыуа. Исламғаса осорҙа уҡ матур холҡо һәм иҫерткес эсмәгәнлеге менән айырылып тора. Ислам ҡабул иткәс, беренсе мосолмандар кеүек үк, ҙур һынауҙар аша үтә. Мөшриктәрҙең баҫымы һөҙөмтәһендә, башҡа мосолмандар менән бергә Хәбәшстанға күсә. Ә һуңынан Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үәссәләм уны Мәҙинәлә Сәғд ибнер-Рабиға әл-Әнсари менән туғанлаштыра. Сәғд уға малын бүлергә тәҡдим итә, ләкин Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф раҙыйаллаһу ғәнһү баш тарта.
Ул табышлы сауҙагәр була — Мәҙинәгә килгәс, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мәһәргә етерлек мал туплай һәм өйләнә. Мөхәммәт Пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәләм уға доға ҡылғас, Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф әйткән: «Донъя үҙе миңә ынтылды, хатта, ташты күтәрһәм дә, уның аҫтынан алтын-көмөштән яһалған әйберҙәр табырмын кеүек тойола ине». Ул Аллаһ ризалығы өсөн бик күп аҡса иғәнә итеүсе була.
Ул Бәҙер һуғышында ҡатнаша, Үхүд һуғышында, мосолмандар сигенә башлағас, сабырлыҡ күрһәтә. Бәрелештән һуң уның тәнендә 20-нән артыҡ яра була, ҡайһылары хатта ҡул һыйырлыҡ ҙурлыҡта була. Ул үҙенең малын ислам өсөн йәлләмәгән. Көндәрҙән бер көн, Мөхәммәт Пәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үәссәләм, хәрби походҡа ғәскәр туплаған ваҡытта, Ғәбдеррәхмән ибне Ғауф 4 мең аҡсаһының яртыһын ошо эшкә бирә. Табуҡҡа яуға әҙерләнгәндә, ул бөтә аҡсаһын — 200 унция алтынын — тапшыра.
Мөхәммәд салаллаһу ғәләйһи үәссәләм үлеменән һуң, ул Уның хатындарына ярҙам итеп торған, уларҙың бағыусыһына әйләнгән.
Вафаты
үҙгәртергәҒәбдеррәхмән ибне Ғауф Һижрәттең 32-се йылында, 75 йәшендә үлә һәм әл-Баҡый зыяратына ерләнә. Уның йыназаһын Усман ибн Әффан уҡый.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Türkiye Diyanet Vakfı Türkiye Diyanet Vakfı İslâm Ansiklopedisi (төр.) — Ankara: Türkiye Diyanet Vakfı.
- ↑ 2,0 2,1 Али-заде А. Абд ар-Рахман ибн Ауф (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Али-заде А. А. Абд ар-Рахман ибн Ауф // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8. (CC BY-SA 3.0)
- ʿAbd al-Raḥmān b. ʿAwf / Houtsma, M.Th.; Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed : [англ.] : in 12 vol. / ed. by P. J. Bearman, Th. Bianquis, C. E. Bosworth, E. van Donzel, B. Lewis, W. P. Heinrichs et al. — Leiden : E.J. Brill, 1960—2005. (платн.)
Был ислам шәхесе тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |