Ғүҫмән ибн Мәҙғүн

Ғүҫмән ибн Мәҙғүн (ғәр. عثمان بن مظعون‎;рус. Усман ибн Мазун; вафаты 624) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәштәренең береһе. Ислам ҡабул иткән ун өсөнсө кеше, икенсе Хаҡ хәлифә Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың ҡәйнеше.

Ғүҫмән ибн Мәҙғүн
араб. عثمان بن مظعون
Хәбәшстандағы мөһәжирҙәр етәксеһе
с 615
Дауам итеүсе:

Жәғәфәр ибн Әбү Талиб


Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Ғүҫмән ибн Мәҙғүн ибн Хәбиб

Тыуған ере:

Мәккә, Хижәз

Үлем көнө:

624 или 625

Үлгән ере:

Мәҙинә, Мәҙинә йәмәғәте

Ерләнгән ере:

Әл-Баҡый

Дине:
Ағымы:


Атаһы:

Мәҙғүн ибн Хәбиб

Ҡатыны

Хавля бинт Хаким[d]

Балалары:

Саиб ибн Усман[d]

Бәрелештәр:

Бәҙер һуғышы


Өҫтәмә мәғлүмәт
Имзаһы:

Биографияһы

үҙгәртергә

Ул ҡорайыштарҙың бәнү джумаһ ҡәбиләһенән булған [1].

Ғүҫмән Хәүлә бинт Хәким тигән ҡатынға өйләнгән булған. Ибн Исхаҡ хәбәр итеүенсә, ул Мәккә мөшриктәренең диндарҙарҙы эҙәрләүҙәренән ҡасып, Эфиопияға һижрәт ҡылған мосолмандар төркөмөнә етәкселек иткән. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡорайыштар менән ярашыуы тураһында ялған хәбәр ишеткәс, Мәккәгә ҡайтып, үҙенең ағаһы Вәлид ибн әл-Муғирәнән (en[Walid ibn al-Mughira]) яҡлау алған. Тиҙҙән ул былай ҡурсаланыуҙан баш тартҡан һәм, үҙенең имандаштары кеүек үк, кәмһетеүҙәргә дусар булыуҙы өҫтөн күргән.[1]

Риүәйәттәргә ярашлы, Ғүҫмән ибн Мәҙғүн үҙен ғибәҙәттәргә генә бағышлап, ғиффәтлелек (целомудрие) антын ҡабул итергә булған. Уның ҡатыны был хаҡта Мөхәммәт Пәйғәмбәргә хәбәр иткән. Пәйғәмбәр иһә йомшаҡ ҡына итеп Ғүҫмәнде киҫәткән: ул үҙе лә, пәйғәмбәр булараҡ, ғаилә тормошонан баш тартмаған; Ғүҫмән ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тота һәм монахлыҡ тормошон үҙ өҫтөнә алырға тейеш түгел[2].

Ғүҫмән ибн Мәҙғүн 624 йылда Мәҙинәлә вафат була. Ул Әл-Баҡый зыяратында ерләнгән беренсе мөһәжир була[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Encyclopaedia of Islam, 1960—2005
  2. Murtada Mutahhari, Sexual Ethics in Islam and the Western World, p. 5.
  3. History оf the cemetery of Jannat al-Baqi at Medina. duas.org. Дата обращения: 25 февраль 2015. Архивировано 24 март 2015 года.
  • ʿUt̲h̲mān b. Maẓʿūn / Wensinck A.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)