Эфиопияға һижрәт
Эфиопияға (Хәбәшстанға) һижрәт - Ислам тарихында тәүге Һижрәт (күсенеү). Был ваҡиға 615 йылда була. Мөхәммәт Пәйғәмбәр был һижрәттә ҡатнашмай, Мәккәлә ҡала. Кескәй балаларын һәм инде Эфиопияла тыуғандарҙы иҫәпкә алмағанда, бөтәһе һикһән өс ир-ат күсеп киткән. Ғаиләләре менән киткәндәр ҙә, ғаиләһеҙ киткәндәр ҙә булған.
Тарихы
үҙгәртергәМосолмандар ҡорайыштар эҙәрләүенән яфа сиккән, ә Эфиопия батшаһы (ул саҡ христиан иле булған) бер кемде лә ҡыҫырыҡламаған һәм ислам юлынан барыусыларҙың именлеген гарантиялаған. Быларҙың барыһы ла Мөхәммәт Пәйғәмбәргә тәүге тапҡыр мосолмандарҙы күсереү тураһында ҡарар сығарырға этәрә.
Ҡорайыштар мосолмандарҙы ҡайтартыу өсөн ҡиммәтле бүләктәр менән ике ирҙе батшаға ебәрә. Улар һәр түрәгә бүләктәр бирә, һуңынан негусҡа бүләк биреп, унан мосолмандарҙы ҡайтарыуҙы үтенә, йәнәһе, «улар ни өсөн ғәйепләнгәндәрен һәм ни өсөн уларҙы хөкөм иткәндәрен яҡшыраҡ күрә һәм яҡшыраҡ белә» [1]. Әммә негус мосолмандарҙың үҙҙәренән һорамайынса ҡайтарып ебәреүҙән баш тарта. Мосолмандар өсөн Жәғәфәр ибн Әбү Талиб яуап бирә. Ул артабан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡайһы бер биографияларында урын аласаҡ һүҙҙәрҙе әйтә, мосолман авторҙары ғына түгел, мәҫәлән, Гюстав Лебон да ул һүҙҙәрҙе файҙаланған. Уның һүҙҙәре исламдың элекке мәжүсиҙәргә ни тиклем көслө йоғонто яһауын күрһәтә[2].
Батша Ҡөрьәндән берәй нәмә уҡырға ҡуша. Мәрйәм сүрәһенән аят уҡығанда негустың күңеле нескәреп, хатта илап ебәргән, тиелә. Ҡорайыштарҙың үтенесе кире ҡағыла.
Күпмелер ваҡыттан һуң мосолмандарға Мәккәлә йәшәүселәрҙең ислам динен ҡабул итеүе тураһында ялған хәбәр килеп етә. Мәккәгә ҡайтырға ҡарар ителә. Мосолмандар Мәккәгә барып еткәс, был имеш-мимеш кенә булғанын беләләр. Әммә ҡайһы берҙәре шулай ҙа Мәккәгә ингән. Мөхәммәткә әйләнеп ҡайтҡан арҡалаштарының дөйөм һаны 33 ир-ат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ибн Хишам «Жизнеописание Пророка Мухаммада» глава «Первое переселение на землю Эфиопии», перевод Гайнуллин Нияз Абдрахманович
- ↑ Г. Лебон «Цивилизация арабов», глава «Характер и частная жизнь Мохаммеда» . Дата обращения: 12 ғинуар 2009. Архивировано из оригинала 13 март 2009 года. 2009 йыл 13 март архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |