Ғүтбә ибн Ғәзүән әл-Мәзини (ғәр. عُتبة بن غَزْوان المازني‎;рус. Утба ибн Газван; 581 тирәһе, Ғәрәбстан — 639) — ғәрәп дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәше. Тарихта ислам ҡабул иткән етенсе кеше.

Ғүтбә ибн Ғәзүән
ғәр. عُتبة بن غَزْوان المازني
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Хаҡ хәлифәт
Тыуған көнө 584[1]
Тыуған урыны Мәккә, Хижәз
Вафат булған көнө 638[1]
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хаҡ хәлифәт
Бер туғандары Бисра бинт Газван[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр, вали
Биләгән вазифаһы Governor of Basra[d]
Һуғыш/алыш Бәҙер һуғышы, Өхүд һуғышы, Ур һуғышы, Битва под Акрабой[d], Ғәрәптәрҙең Фарсияны яулауы һәм Битва при Хайбаре[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Эфиопияға һижрәттә ҡатнашҡан, һуңынан Мәҙинәгә күскәндә Пәйғәмбәр янында булған. Бәҙер, Өхүд һәм Ур һуғыштарында ҡатнаша[2]. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үлгәндән һуң, икенсе хаҡ хәлиф Усман ибн Әффан Ғүтбәне фарсы фронтындағы отрядтарҙың береһенең командующийы итеп тәғәйенләгән. Ихтимал, Басра ҡалаһына ул нигеҙ һалғандыр. Ғүтбә уның беренсе идарасыһы булған.

Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифәте осоронда (идара итеү йылдары 634—644) Ғүтбә Убаллаға ҡаршы кампанияла ҡатнашып, 2000 кешегә етәкселек иткән, был яу 635 йылдың июненән сентябренә тиклем дауам иткән[3]. Убалла баҫып алынғандан һуң, Ғүтбә ғәскәрен Тигр йылғаһы аша сығарып, Фурат, Бағдад төбәктәрен биләп алған[4]

Тиҙҙән хәлифә уны Басра наибы (идарасыһы) итеп тәғәйенләй.

639 йылда Хижәзгә килә һәм Ғүмәр ибн әл-Хәттабтан хаж ҡылыр эшенән бушатыуын һорай. Ғүмәр баш тарта, әммә, Басраға ҡайтҡанда, Ғүтбә дөйәнән йығылып төшөп һәләк була.


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 арабская Википедия — 2003.
  2. Bosworth, 2000, p. 944
  3. Donner, 1981, p. 213
  4. Donner, 1981, pp. 213–214