Ғилмани Садуакас
Садуакас Ғилмани (Ғилманов) (ҡаҙ. Сәдуақас Ғылмани; 1890, Малтабар[d], Ерейментау районы[d] — 24 апрель 1972, Алматы) — Ҡаҙағстандың мосолман дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре, тәржемәсе һәм шағир. 1952—1972 йылдарҙа Урта Азия мосолмандары Диниә назаратының Ҡаҙағстанда тулы хоҡуҡлы вәкиле (ҡазыйы) һәм Алматының баш имамы була. Бик күп хеҙмәттәр авторы.
Ғилмани Садуакас | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1890 |
Тыуған урыны | Малтабар[d], Тайбайский сельский округ[d], Ерейментау районы[d], Аҡмулла өлкәһе |
Вафат булған көнө | 24 апрель 1972 |
Вафат булған урыны | Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ерләнгән урыны | Кеңсай зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | шағир, дин белгесе, тәржемәсе, Имам |
Эшмәкәрлек төрө | ислам дин ғилеме һәм шиғриәт |
Биләгән вазифаһы | Ҡаҙағстан ҡазыятының ҡазыйы[d] |
Мәзһәб | Хәнәфи мәҙһәб |
Биографияһы
үҙгәртергәСығышы менән башҡорттарҙан. Садуакас Ғилманиҙың ҡартҡартатаһы Мөхәмәтйәр Мөхтәр улы Ғәзин (Ғәзиев, 1807—1870) һәм ҡартатаһы Сәлмән Мөхәмәтйәр улы (1830—1914) указлы муллалар булып хеҙмәт иткән. Ғилмани үҙенең «Тәржемәи хәл» әҫәрендә яҙыуынса, уның ата-бабалары Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Димескәй ауылы башҡорттары булған[1]. Атаһы — Ғилман Сәлмән улы (1856—1939) ваҡ һөнәрсе булған. Атаһы Омск өлкәһе территорияһында ерләнгән, Ғилманиҙың ҡартатаһы менән ҡартҡартатаһы Кызылшилик ауылындағы зыяратта (хәҙер Павлодар өлкәһе) ерләнә[2].
Садуакас Ғилмани 1890 йылда (Урта Азия мосолмандары Диниә назаратының некрологы буйынса — 1889 йылда[3], башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1880 йылда[4][5]) Рәсәй империяһының Аҡмулла өлкәһе (хәҙерге Ҡаҙағстан Республикаһы Аҡмулла өлкәһе Ерментау районы) Малтабар ауылында тыуған.
Үҙенең автобиографик поэмаларында Садуакас Ғилмани 11 йәшендә әсәһенән мәхрүм ҡалыуы, ҡартатаһында ғәрәп телен өйрәнә башлауы, һуңынан Шарыҡты йәйләүендә Байдуйсен муллаһында уҡыған һәм 14 йәшендә «бала мулла» (ҡаҙ. «бала молда») тигән ҡушамат алып, Тасбаҡа һәм Умирзак ауылдарында шәкерттәргә уҡытҡаны тураһында бәйән итә. 15 йәшендә Тора ауылында Айтмағамбәт муллала уҡый, уның менән бергә «Бохарзаде» (фарс. كتاب بخار زاده) һәм «Төхфә» (фарс. تحفة) китаптарын өйрәнә. Һуңынан Туйғанкүл эргәһендәге Толенгит ауылында Аҡтамаҡ-ҡалпе мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. 24 йәшендә аҡһаҡалдар хуплауын алып, Аккозы ауылында балаларҙы өс йыл уҡыта[6].
1916 йылда Рәсәй властарына ҡаршы ихтилалда ҡатнаша, фетнәнең аяуһыҙ баҫылыуына шаһит була һәм бик күп туғандарын һәм дуҫтарын юғалта. Садуакастың бер туғаны — Мукан рус һалдаттары тарафынан атып үлтерелә[6].
1929 йылдан совет власы яғынан эҙәрлекләүҙәргә дусар булған. Ул ҡулға алына һәм төрмәлә ултыра, унан Абдукәрим Мөсимов (Мөслимов) исеменә документтар менән сыға һәм Омск өлкәһенә күсә, унда 1946 йылға тиклем йәшәй[7].
Садуакас Ғилманиҙың шиғри мираҫының күп өлөшө 1930-сы йылдарҙа яҙылған, тағы ла бер нисә әҫәр 1940-1960-сы йылдарҙа ижад ителгән. 1946 йылдан 1966 йылға тиклем 108 мең һүҙҙән торған ғәрәп-ҡаҙаҡ күләмле һүҙлеген төҙөү менән шөғөлләнә[6].
1943 йылда Садуакас Ғилманиҙың берҙән-бер улы Хамат Ғилманов Краснодар крайындағы һуғышта хәбәрһеҙ юғала. 1946 йылдан — Аҡмола мәсетендә мулла. 1949 йылда, совет хөкүмәтенең рөхсәте менән, Мәккәгә хаж ҡыла. 1952 йылда ул саҡтағы Урта Азия мосолмандары Диниә назараты вәкиле Абд әл-Ғаффар Шәмсетдинов тарафынан Алматыға саҡырыла, унда Садуакас Ғилмани уның вариҫы итеп тәғәйенләнә. Иосиф Сталин вафат булғандан һуң мөфтөй Эшон Бабахан ибн Абдулмажидхан менән бергә уны ерләүҙә ҡатнаша[6].
1968 йылда яҙыусы Моҡатай Тоҡжигитов «Казахстан» нәшриәтендә «Ҡөрьән тураһында хәҡиҡәттәр» (ҡаҙ. «Құран туралы ақиқаттар») исемле атеистик йүнәлештәге китап баҫтырып сығарғандан һуң, Садуакас Ғилмани беренсе булып ошо әҫәрҙе тәнҡитләй[8] һәм «Ҡөрьән тураһында нахаҡ һәм ялғанлыҡ» (ҡаҙ. «Құран туралы жала мен өтірік») исеме аҫтында кире ҡағыу яҙа[9].
1972 йылдың 24 апрелендә вафат булған, Кенсай зыяратында ерләнгән[6].
Ғаиләһе һәм тоҡомдары
үҙгәртергәСадуакас Ғилмани бер нисә тапҡыр өйләнгән. Беренсе ҡатыны — Дәмилә Ержан ҡыҙы 1927 йылда 25 йәшендә донъя ҡуйған. Икенсе ҡатыны Мәғфирә (Мапен) 1933 йылда 33 йәшендә мәрхүм була. Беренсе ҡатыны уға өс, икенсеһе ете бала тапҡан. Өсөнсө ҡатыны — Жәмилә (1894—1975). Садуакастың балалары ла йәштән үк вафат булған, тик өсәүһе генә иҫән ҡала: улы Хамат (1922 йылғы) һәм ҡыҙҙары Укижан (1923 йылғы) менән Әминә (1939 йылғы). Икенсе ҡатыны Мәғфирәнең улы Хамат[10] Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәбәрһеҙ юғала, әммә атаһы уны үлгәнгә тиклем көтә һәм үҙенең әҙәби мираҫын уға васыят итә[6].
Беренсе ҡатыны Дәмиләнең ҡыҙы Укижан, Ғәлимйән Кәримовҡа (1999 йылда вафат булған) кейәүгә сыҡҡан, һәм ете бала тапҡан: Ғәбдүсәмәҙә, Рәйхан, Мөхәммәтғәли, Күлйән, Ғәбделәхәт, Ғәбделмәжит һәм Саул. Шулай уҡ Ғилманиҙың беренсе ҡатынынан тыуған Әминә 1963 йылда Рахман Абжакановҡа кейәүгә сыға һәм уларҙың бер улы Ғәбделуахит тыуа, әммә уларҙың никахы оҙаҡҡа бармай. 1963 йылда Әминә икенсегә Дәүлән Рәхмәт улы Есмагамбетовҡа (2009 йылда вафат булған) кейәүгә сыға, унан өс ҡыҙ бала таба: Сәғиҙә (1965 йылғы), Шырын (1969 йылғы) һәм Ғәйшә (1972 йылғы)[10].
Библиографияһы
үҙгәртергәҠаҙағстандың Фәндәр академияһы ҡушыуы буйынса, Ғилмани Әбү Насир әл-Фарабиҙың хеҙмәттәрен ғәрәп теленән ҡаҙаҡ теленә туранан-тура тәржемә итеүҙә ҡатнашҡан. Ислам буйынса 42 китап авторы. 2006 йылдан Л.Н. Гумилёв исемендәге Евразия милли университетының «Алаш» мәҙәни һәм рухи үҫеш институты Ғилманиҙың шиғри мираҫын йыя башланы һәм 2010 йылда китап итеп нәшер итте[6].
- «Клевета и ложь о Коране» (ҡаҙ. «Құран туралы жала мен өтірік», 1970). Ответ на антиисламскую книгу Мукатая Токжигитова «Правда о Коране».
- Арабско-казахский толковый словарь (108208 слов). Хранится в виде 27-томной рукописи и 5-томной машинной рукописи.
- Борьба казахского народа против Николая II. История руководителя восстания Шаймердена Косшыгулова (ҡаҙ. Қазақ халқының Николайға қарсы шығуы, оны бастаушы Шаймерден Қосшығұловтың тарихы).
- Перевод «Калилы и Димны» на казахский язык (1958).
Хәтер
үҙгәртергә- Ҡаҙағстандың баш ҡалаһын Нур-Солтандағы мәсет уның хөрмәтенә аталған (Сәдуақас қажы Ғылмани мешіті).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑
Бабамыз башқұрт ұру, түрік заты,
Еуропалық Бұлғаның дәмін татты.
Гүберне Самар деген-зор бір шаһар,
Үйезге қарайтұғын Бүгілме атты.
Ауылды Деніс деген мекен етіп,
Тағдырдың басқа жазған бәрін күтіп.
Ғази атты атадан тарап өскен,
Сегіз туыс қатардан бәрі ержетіп.
Сол сегіздің біреуі біздің баба,
Шашқан ырызық тергізіп Хақ тағала.
Сарыарқаға дәм айдап кеткен шығар,
Тағдырдың айдауына бар ма шара?— Ықылас Ожайұлы. Сәдуақас Ғылманидың өмірі мен өнегесі // Qazaqstan Tarihy порталы. (ҡаҙ.)
- ↑ Ғылмани, С., 2015, с. 9
- ↑ Зийа’ ад-дин ибн Ишан Бабахан, Қази Назарбеков, Қази ‘Абдуллах Каланов, Йусуф-хан Шакиров, ‘Абд ал-Ғани ‘Абдуллаев. Сакин Са‘д-и Ваққас Ғилманов [Некролог] // Совет шарқи мусулманлари. — 1972. — № 2 (14).
- ↑ Султангалиева, А. К. Ислам в Казахстане: история, этничность и общество. — Казахстанский институт стратегических исследований при Президенте Республики Казахстан, 1998. — С. 151. — 182 с.
- ↑ Запись беседы уполномоченного Совета по делам религиозных культов при Совмине СССР по Казахской ССР Н. Сабитова с муллой Акмолинском мечети . islamperspectives.org. Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано 27 апрель 2019 года. 2019 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 Қамзабекұлы, Д. Садуақас Ғылмани мұрасы: Көкейкестілігі және жүйелену негізі // Л. Н. Гумилев атындағы ЕҰУ Хабаршысы. — 2012. — № 1 (86).
- ↑ Ғылмани, С., 2015, с. 10
- ↑ Встреча первая // Наука и религия. — 1973. — № 1.
- ↑ Жандосова, Д. Ғалым-ұстаз Сәдуақас Ғылмани туралы естелік (ҡаҙ.). egemen.kz (31 май 2015). Дата обращения: 28 апрель 2019. Архивировано 28 апрель 2019 года.
- ↑ 10,0 10,1 Ғылмани, С., 2015, с. 11
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ғылмани, С. Заманымызда болған ғұламалардың ғұмыр тарихтары / ред. Ә. Қ. Муминов, А. Дж. Франк. — 2. — Алма-Ата: Дайк-Пресс, 2015. — Т. 1. — ISBN 978-601-290-072-9.
- Максутбек Сулеймен Сәдуақас Ғылмани. — www.info-tses.kz. Архивировано из первоисточника 6 октябрь 2014.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Үкіжан Садуақасқызы Ғылмани: Әкемнің қай кезде де рухы күшті болды (17 июль 2014). Дата обращения: 27 апрель 2019. 2019 йыл 13 ноябрь архивланған.