Татар Димескәйе
Татар Димескәе (Димескәй; татар. Татар Димескәе, рус. Татарская-Дымская) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Бөгөлмә районы ауылы.
Татар Димескәйе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Татарско-Дымское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Татарско-Дымское сельское поселение[d][1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 365 метр |
Почта индексы | 423213 |
Урындағы телефон коды | 85594 |
Атамаһы
үҙгәртергәРеволюцияға тиклем ауыл Димескәй тип атала.
География
үҙгәртергәАуыл Димескәй йылғаһы буйында, Бөгөлмә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәАуылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Димескәй улусы составына керә һәм уның үҙәге була.
XX быуат башында ауылда улус идаралығы, земство станцияһы, тимерлек, 3 һыу тирмәне, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Баулы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы составында була[2].
Халҡы
үҙгәртергә1859 йылда ауылда 970 башҡорт һәм ҡаҙна крәҫтиәндәре иҫәпләнгән[3].
1795 | 1859 | 1889 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
449 | 971 | 1527 | 1865 | 2481 | 1994 | 1139 | 835 | 722 | 915 | 760 | 681 | 675 | 704 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 581. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.