Ғаян (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Ғаян — башҡорт ир-ат исеме.

Ғаян

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ғаян — башҡорттарға ғәрәп теленән килеп ингән исем. Күренекле, атаҡлы, күренеп торған, билдәле тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Лоҡманов Ғаян Лоғоман улы (30 июнь 1923 йыл — 19 октябрь 1988 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1969 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (06.04.1985).

Сафин Ғаян Сафа улы (рус. Сафин Гаян Сафинович (1904 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты.

Фамилияла

үҙгәртергә

Ғаянов Илдар Ихсан улы (19 март 1957 йыл) — рәссам, график. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар Союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004) (Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы менән берлектә).

Ғаянов Зөфәр Ғаян улы (14 май 1941 йыл — 7 март 2015 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) һәм атҡаҙанған (1996) рәссамы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ғаян Лоҡманов исемендәге премия — 2007 йылда Ҡариҙел районы хакимиәте яҡташтары иҫтәлегенә Ғаян Лоҡманов исемендәге премия булдыра, уның бағыусыһы булып яҙыусының улы Мансур Лоғоманов сығыш яһай. Премия менән яҡшы ижади һөҙөмтәләргә ирешкән район кешеләре бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ