Яңы Этекәй

Ауырғазы районындағы ауыл, Башҡортостан
(Яңы Әтекәй битенән йүнәлтелде)


Яңы Этекәй, Яңы Юлдаш (рус. Новоитикеево) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 425 кеше[2]. Почта индексы — 453483, ОКАТО коды — 80 205 804 007.

Ауыл
Яңы Этекәй
рус. Новоитикеево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл биләмәһе

Батыр ауыл Советы (Ауырғазы районы)

Координаталар

54°01′39″ с. ш. 55°57′46″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1747

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Элекке исеме

Дүрттояҡ, Юлдаш

Халҡы

425[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453483

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 804 007

ОКТМО коды

80 605 404 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Этекәй (Рәсәй)
Яңы Этекәй
Яңы Этекәй
Яңы Этекәй (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Этекәй

Ауылға XVIII быуаттың 30‑сы йылдарында Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы Меркет ауылы (хәҙер Мораҙым ауылы) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Дүрттояҡ исеме менән нигеҙ һала. 1807 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса ауылға типтәрҙәр, 1811 йылда мишәрҙәр килеп ултырған. XIX быуаттың 1‑се яртыһынан хәҙерге исемен йөрөтә. 1865 йылда Яңы Этекәйҙә (Дүртүләк) 80 йортта 570 кеше йәшәгән. 1950‑се йылдарҙа Яңы Этекәйгә XX быуат башында барлыҡҡа килгән Яңы Юлдаш ауылы ҡушылған[3]. Иҫке һәм Яңы Этекәй ауылдарында башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр йәшәй, һуңғылары үҙҙәрен татар тип иҫәпләй.

Аҫаба башҡорт Этекәйҙең улдары һәм ейәндәре тураһында мәғлүмәт һаҡланған. 1774 йылда тыуған Юлбирҙе Этекәйев Яңы һәм Иҫке Этекәй ауылдарының йорт старшинаһы булған. Уның улдары тураһында ла мәғлүмәт билдәле. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ һәм төрлө кәсеп эштәре менән шөғөлләнгән. 1842 йылда 295 башҡортҡа 608 бот ужым һәм 1082 бот яҙғы иген сәселгән[4]

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 425 196 229 46,1 53,9
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (61 %), татарҙар (37 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 5 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Көйәҙебаш): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аҡкүл): 21 км

Урамдары

үҙгәртергә
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Баҫыу урамы (рус. Полевая улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[6].

Ер-һыу атамалары

үҙгәртергә
  • Көрйә йылғаһы[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә