Яңы Мутабаш
Яңы Мутабаш (рус. Новый Мутабаш) — Башҡортостандың Асҡын районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 45 кеше[1]. Почта индексы — 452886, ОКАТО коды — 80204840005.
Ауыл | |
Яңы Мутабаш Яңы Мутабаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәТыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәлимшин Мәлик иҫбатлауынса, Яңы Мотабаш ауылына кешеләр 1880 йылдарҙа Ҡаҙансы ауылынан вотчина башҡорттары булараҡ күсеп килгәндәр. Яңы Мотабаш ауылына Иҫке Мотабаш ауылынан да күсенеп килгәндәр. Ауыл соҡорҙа булып, тирә-яғын бейек булмаған тауҙар уратып алған, бары тик көньяҡта ғына тирә-яҡта берҙәнбер ҡара тупраҡлы тигеҙ Ыйыҡ яланы йәйелеп ята. Ауылға нигеҙ һалыусылар Мостафа, Хәйерҙаман, Дауыт, Тауаҡай, Шәймәрҙан, Гата, Хәйҙәрша, Вилдан (Уйылдан), Тайуп ҡарттар булған, тип иҫәпләнә. Башта ауыл юғары оста тау башында булған, һуңынан (һыу булмау сәбәпле) түбәнгә Мота йылғаһы буйына төшөп ултыралар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 45 | 27 | 18 | 60,0 | 40,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
1940 йылда ауылда 380 кеше, 1946 йылда — 321 кеше, 1960 йылда — 287, ә бөгөнгө көндә 17 йортта 47 кеше йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышына 79 кеше китә, 46 кеше яу яландарында баштарын һала.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Асҡын): 42 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Мутабаш): 5 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Чернушка): 60 км
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[2]
Күренекле кешеләре
үҙгәртергә- Вилданова Асиә Закиржан ҡыҙы — «Почёт билдәһе» ордены кавалеры, оҙаҡ йылдар Бөрө районы Үгеҙ мәктәбендә эшләгән
- Мөбәрәкжан Ғәлләмша улы Ғәлләмшин — Асҡын районы башҡарма комитеты сәрҡәтибы булып эшләгән, 6 синыфта уҡығанда «1941 — 1945 йылдарҙағы фиҙаҡар хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, «Почёт билдәһе» ордены кавалеры
- Рәүиә Хәйрислам ҡыҙы Гатина — Кушнаренко педагогия училищеһында уҡытыусы булып эшләгән, оҫта йырсы, уны «Кушнаренко һандуғасы» тип йөрөткәндәр, «СССРҙың мәҙәниәт алдынғыһы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре»
- Флорит Ғәни улы Ғәлин — Ҡышлауйылға мәктәбендә уҡытыусы, «Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифе отличнигы»
- Йәрис Рәфҡәт улы Зәйдуллин (7 апрель 1950 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе, 16 йыл уҡытыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары, 14 йыл мәктәп директоры булып эшләгән, хаҡлы ялда район тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте етәксеһе булып тора, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифе хеҙмәткәре»
Ер — һыу атамалары
үҙгәртергәКүп кенә урын — ер атамалары кеше исемдәре менән бәйле:
- Фәтхи соҡоро
- Ғилемша соҡоро
- Хәйерзаман соҡоро
- Шәймәрҙән тауы
- Шәйхулла болоно
- Мостафа бесәнлеге
- Вәсим күле
- Әзмүк шишмәһе
- Исламғәле соҡоро
- Хөсөн күле
Шулай уҡ, тәбиғи шарттарға бәйле исемдәр күп:
- Йыланлы күл (әйтергә кәрәк, ауыл тирәһендә йыландар күп: туҙбаш, ҡара йылан. баҡыр йылан, ә күлдә улар мыжғып тора)
- Балҡойған соҡор (һөйләүҙәр буйынса бирелә ҡырағай үҫкән агастар бик күп булгған, кешеләр ҡырағай ҡорттарҙан бал алғандар)
- Йәшелсә тау (аҫтында колхоздың йәшелчә баҡсалары булған)
- Өшөрөк тау (тау текә, ком һәм суйырташтан тора, тиҙ емерелә)
- Завод ҡаш (ҡайын туҙын эретеп дегет етештергәндәр)
- Питомник (халыҡҡа йорт алдарына ултыртыу өсөн сәрви агасы үҫтергәндәр)
- Ҡуян арҡа
- Ҙур һәм Бәләкәй Яңы баҫыуҙар
- Аклан шишмә
- Сейә тау һәм башҡалар.
Ауыл үҙенсәлектәре
үҙгәртергә- Гармунсылар күп булыуы иғтибарға лайыҡ:
Вятский, тальян, хромкала, ә һуңыраҡ баянда уйнаусылар Ғәйнелҗан Ғилманов, Зиннәтҗан Ғәйнелҗанов, Ибраһим Солтанов, Мөбарәкҗан Ғилемшин, Тәбрис Садыков, Хәбибҗан Таюпов, Глимхан Тимерғалиев, Вафый Хәсәнов, Әхнәф Фәтхетдинов, Рәйес Ғатин, Хәнис Хәйдаршин, бертуган Фәсихҗан, Ахунҗан, Ғалимҗан Сафиннар,Ғәлимҗан Ғәлимшин һәм аның улдары Мәлик, Рәлит, Рөстәм һәм башҡалар. Рәйес Ғатин, бертуған Ғәлимшиндар төбәк һәм республика конкурстары дипломанттары булды.
- Ауылдың тағы ла бер үҙенсәлеге бар: ул кешеләрҙең исемдәрен ҡыҫҡартып әйтеү. Мәҫәлән, Рәхимҗан — Рәхи, Ғиндулла — Ғиндул, Җәннәтелҗиһан — Җәннәт, Шәмғыя — Шәмғый, Ҡәтифә — Ҡәти, Ғәфиәтулла — Ғәфиәт, Яҡытылҗиһан — Яҡыт, Мирзалихан — Мирза (Мөрҗәй), Ғәйнелҗан -Ғәйнел, Хәбибҗан — Хәби, Фәхринур — Фәхри һәм башкалар. Шулай уҡ һәр ғаиләнең тейерлек ҡушаматы бар ине. Мәҫәлән, Торна, Сабаҡ (Чабаҡ), Йәбрәй(еврей) һ.б. Әйтергә кәрәк, быға асыуланыусы кеше бик һирәк ине.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ярис Зәйдуллин. «Фидакаръ хезмәте, урнәкле тормышы» «Ышаныч» № 30 16 апрель 2016 ел (Асиә Закирова тураһында).
- Ярис Зәйдуллин. Авыл тарихында якты эз калдырган. № 55 12 май 2015 ел.
- Ярис Зәйдуллин. Яңы Мотабаш авылы батырлары. № 53-54 8 май 2015 ел.
- Рәзидә Вәлитова. Кызыл таң. 12 август 2013 ел (Гатина Рәүиә тураһында)
- Ярис Зәйдуллин. Яңы Мотабаш тарихынан. «Ышаныч» 27 декабрь 2012 ел.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Мутабаш ауылы
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |