Яңы Зеландия тарихы
Яңы Зеландия тарихы, төрлө сығанаҡтар буйынса яҡынса 700 йыл элек башланған. Нидерланд диңгеҙсеһе Абель Тасман европалылар араһынан тәүгеләрҙән Яңы Зеландия территорияһында булған. Капитан Джеймс Кук 1769 йылдың октябрендә Яңы Зеландияға килгән һәм уны уратып йөрөп картаға төшөргән. XVIII быуат аҙағынан илгә даими рәүештә тикшеренеүселәр, диңгеҙселәр, миссонерҙар, сауҙагәрҙәр һәм авантюристар килгән. 1840 йылда Бөйөк Британия һәм маориҙар араһында Вайтанги килешеүе төҙөлгән, уға ярашлы һуңғыларға британдарға кеүек гражданлыҡ хоҡуҡтары бирелгән. Артабанғы быуаттарҙа Яңы Зеландияны колониялаштырыу дауам итә. Аҙаҡ Европа иҡтисади һәм хоҡуҡи системаларын индереү аҫаба халыҡтың (маориҙарҙың) ярлыланыуына һәм властың пакехаларға (европалыларға) күсеүенә килтерә.
Яңы Зеландия тарихы | |
Яңы Зеландия тарихы Викимилектә |
1890-сы йылдарҙан Яңы Зеландия парламенты бер нисә прогрессив инициативалар, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы һәм пенсия тураһында, ҡабул иткән. Ил Британ империяһының әүҙем ағзаһы булып ҡалған, Яңы Зеландиянан 110 мең кеше Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан һуң Яңы Зеландия Версаль килешеүенә ҡул ҡуйған һәм Милләттәр Лигаһына ингән. Ил бойондороҡһоҙ тышҡы сәйәсәт алып барған, шул уҡ ваҡытта уның оборонаһы элеккесә Бөйөк Британия тарафынан контролдә тотолған.
1973 йылда глобаль энергетик көрсөк арҡаһында илдең иҡтисады ныҡ зыян күргән. Бынан тыш Яңы Зеландия тауарҙарын һатыуҙың иң ҙур баҙары Бөйөк Британия юғалған, сөнки ул Европа иҡтисади йәмәғиәт ағзаһы булып киткән. 1985 йылда Яңы Зеландия рәсми рәүештә ядроһыҙ ил булып киткән һәм үҙ территориаль һыуҙарына ядро ҡораллы һәм ядро энергетик ҡорамаллы караптарҙы индереүҙе тыйған. 1987 йылда инглиз теле менән бер рәттән маори теле рәсми тел итеп танылған.
Тарихи даталар
үҙгәртергә
1642, 13 декабрь — Голланд диңгеҙсеһе Абел Тасман европаларҙан тәүге булып Яңы Зеландия ярҙарын күргән. Был Көньяҡ утрауҙың көнбайыш яр буйы булған.
1769, 6 октябрь — Британ диңгеҙсеһе Джеймс Кук идара иткән караптың бортынан Яңы Зеландия ярҙарын күргәндәр.
1769, 8 октябрь — Джеймс Кук экспедицияһы ағзалары Яңы Зеландия ярына төшкән. Джеймс Кук был ерҙәрҙе король Георг III-нөң милке тип иғлан иткән.
1773 — Джеймс Куктың икенсе экспедицияһы Яңы Зеландияға килгән.
XIX быуат башы — атыу ҡоралын импортлау һөҙөмтәһендә урындағы ҡәбиләләр араһында Мушкет һуғыштары булған.
1814 — Тәүге христиан миссионер торамаһы ойошторолған.
1815 — Илдә европалар халҡынан тәүге сабый тыуған.
1820 — Маори ҡәбиләләренең береһенең башлығы Ои Хика был халыҡтың ырыу башлыҡтарынан тәүгеләрҙән булып Бөйөк Британияға барған.
1821 — Мушкет һуғышының башланыуы.
1823 — Яңы Көньяҡ Уэльс британ колонияһының (Австралия) юрисдикцияһы Яңы Зеландияла йәшәгән британ граждандарына киңәйтелгән.
1834 — Маори халҡының 34 ҡәбиләһенән торған «Берләшкән Ҡәбиләләр Конфедерацияһы» (инлизсә: Confederation of United Tribes) «Яңы Зеландияның бойондороҡһоҙлоғо декларацияһына» (Declaration of Independence of New Zealand) ҡул ҡуйған. Һуңыраҡ уларға тағы 18 ҡәбилә ҡушылған.
1840 — Ҡалып:Lang-mi2 тигән маори торамаһы тирәһендә күскенселәр Порт-Николсон тораҡ пунктына нигеҙ һалғандар. Һуңыраҡ был урында хәҙерге Яңы Зеландияның баш ҡалаһы — Веллингтон барлыҡҡа килгән. Вайтанги килешеүенә ҡул ҡуйылған, уға ярашлы маори халҡы үҙәк хөкүмәттең уларҙың хоҡуҡтарын таныуға алмашҡа бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәштән баш тартҡан.
1845 — Флагшток өсөн һуғыш (киләһе йылда тамамланған).
1846 — Яңы Зеландия һыуҙарына беренсе пароход килә.
1846 — Беренсе «Яңы Зеландия конституцион указы» (New Zealand Constitution Act) раҫланған.
1848 — Илдә таш күмерҙең тәүге ятҡылығы табылған.
1848 — Ҡеүәтле ер тетрәүе Веллингтон ҡалаһын тулыһынса тиерлек емергән.
1852 — Икенсе «Яңы Зеландия конституцион указы» (New Zealand Constitution Act) раҫланған, ул идара итеүҙең һайлау формаһы менән 6 провинцияны һәм Генераль Ассамблеяны булдырыуҙы нығытҡан.
1854 — Оклендта Яңы Зеландия Генераль Ассамблеяһының тәүге ултырышы асылған.
1858 — Беренсе маори короле һайлана, ул таж кейгәндән һуң Потатау I (маори Pōtatau I) исемен алған.
1859 — Илдә алтындың тәүге ятҡылығы асылған.
1861 — «Яңы Зеландия банкы» (Bank of New Zealand) булдырылған, ул хәҙерге көндәлә эшләй.
1862 — Ил эсендә электр телеграф элемтәһенең тәүге линияһы асылған.
1862 — Яңы Зеландия алтынды экспортлауҙы асҡан. Яңы Зеландияла табылған алтындың беренсе партияһы Лондонға ебәрелгән.
1863 — Пар көсөндә йөрөүсе локомотив менән беренсе тимер юл линияһы асылған.
1865 — Ил хөкүмәтенең ултырыш урыны Оклендтан Веллингтонға күсерелгән.
1866 — Кук боғаҙы аша телеграф кабеле һалынған.
1870 — Бөйөк Британия Ҡораллы көстәренең һуңғы подразделениелары Яңы Зеландиянан китә.
1873 — «Яңы Зеландия пароход компанияһы» (New Zealand Shipping Company) ойошторолған.
1874 — Илдә тәүге пароход төҙөлгән.
1876 — Яңы Зеландияны Австралия менән тоташтырыусы телеграф элемтәһе кабеле һалынған.
1877 — «Мәғариф тураһында указ» (Education Act) ҡабул ителә, ул илдә мәжбүри, түләүһеҙ донъяуи белем иғлан иткән.
1881 — «Тараруа» карабы батҡан, һөҙөмтәлә 131 кеше һәләк булған, был илдә иң ҙур һәләкәттәрҙең береһе булып киткән.
1882 — Британ утрауҙарына йүнәлгән «Данедин» рефрижератор карабында туңдырылған итте беренсе тапҡыр ебәреү менән илдән итте экспортлау башланған, был Яңы Зеландияның хәҙерге иҡтисадының төп тармаҡтарының береһе.
1883 — Яңы Зеландия һәм Бөйөк Британия порттары араһында тәүге пароход линияһы ойошторолған.
1886 — Илдә нефттең тәүге ятҡылығы асылған.
1890 — Бөтә ир-егеттәр һайлаусы йәше етеү менән тиң хоҡуҡлы һайлаусы хоҡуғын алған.
1892 — Маори парламенты булдырылған, ул үҙәк властар алдында төп халыҡтың мәнфәғәттәрен күрһәткән. Парламент башлығының ҡатыны Мери Те Таи Мангакахиа ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғын биреүҙе талап итеү менән сығыш яһаған. Премьер-министр итеп Ричард Седдон һайланған, ул бөтә ил тарихында Яңы Зеландияның иң эффектив сәйәсмәндәрҙең береһе булған.
1893 — Илдең бөтә ҡатын-ҡыҙҙарына тиң һайлау хоҡуғы бирелгән, шулай итеп Яңы Зеландия үҙенең барлыҡ граждандарына һайлау хоҡуғы биргән донъяла тәүге дәүләт булған.
1896 — Илдә булған халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы халыҡ һаны 743 214 кеше тәшкил иткән.
1896 — Илдә тәүге кинематографты асыҡ ҡарау ойошторолған.
1898 — Илгә тәүге автомобиль килтерелгән.
1899 — Яңы Зеландияның хәрби подразделениелары Бөйөк Британияға ярҙамға Көньяҡ Африкаға инглиз-бур һуғышында ҡатнашырға ебәрелгән. Был ваҡиға Яңы Зеландия тарихында тәүге сит ил һуғышы булған.
1901 — Яңы Зеландия Кук утрауын аннекциялай.
1902 — Маори парламенты үҙ-үҙен тарҡатҡан, маори халҡы үҙәк властар менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында ҡарар ҡабул иткән.
1905 — Бөйөк Британияла регби буйынса Яңы Зеландияның милли командаһының беренсе туры булған. Тап шул ваҡытта команда хәҙерге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған «Олл Блэкс» (All Blacks) атамаһын алған.
1907 — Көслө янғын парламент бинаһын емергән.
1908 — Яңы Зеландияның халыҡ иҫәбе бер миллион кешенән артҡан.
1909 — Илдә мотлаҡ хәрби әҙерлек индерелгән.
1914 — Яңы Зеландия хәрби подразделениелары Мысырға ебәрелә, шулай итеп Яңы Зеландияның Беренсе донъя һуғышында хәрби ҡатнашыуы башлана.
1918 — Грипп эпидемияһы (испанка) 8 500 кешенең ғүмерен алып киткән.
1920 — Милләттәр Лигаһы ҡарары буйынса Яңы Зеландия Көнбайыш Самоа өҫтөнән идаралыҡ мандаты алған.
1935 — Яңы Зеландияның төп ике утрауы араһында даими пассажир авиаташыуҙары башланған.
1936 — Яңы Зеландияла 40-сәғәтле эш аҙнаһы индерелгән.
1939 — Яңы Зеландия Германияға ҡаршы һуғыш иғлан итә (Икенсе донъя һуғышы). Һуғыш иғлан иткәндән һуң бер нисә көн уҙғас та уҡ Яңы Зеландия лётчиктары Бөйөк Британия күк йөҙө өҫтөндә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан.
1940 — Яңы Зеландия Экспедиция Корпусының тәүге подразделениелары Яҡын Көнсығышҡа ебәрелгән.
1940 — Яңы Зеландия Италияға ҡаршы һуғыш иғлан иткән.
1942 — Донъяла хәрби хәрәкәттәр һөҙөмтәһендә аҙыҡ-түлек етмәүгә бәйле илдә уны һатыуҙы нормаллаштырыу индерелгән.
1950 — Яңы Зеландияның хәрби подразделениелары һәм караптары Корея ярымутрауында һуғышта ҡатнашыу өсөн ебәрелгән.
1953 — Яңы Зеландия сәйәхәтсеһе Эдмунд Хилари планетаның иң бейек түбәһенә Эверестҡа күтәрелгән.
1957 — Яңы Зеландия Антарктидала үҙ тикшеренеүҙәр базаһын ойошторған.
1958 — Тәүге геотермаль электростанцияһы төҙөлгән.
1960 — Оклендта даими телетапшырыу асылған.
1964 — Илдең иң ҙур ҡалаһы — Оклендтың халыҡ иҫәбе ярты миллион кешенән артҡан.
1965 — Яңы Зеландияның хәрби подразделениелары Вьетнамға (Вьетнам һуғышы) ебәрелгән.
1969 — Һайлаусылар өсөн минималь йәш сикләүе 20 йәшкә тиклем кәметелгән.
1973 — Яңы Зеландияның халыҡ иҫәбе өс миллионға тиклем барып еткән.
1975 — Милли телевидениеның икенсе каналы асылған.
1981 — Яңы Зеландия опера йырсыһы Кири Те Канава принц Чарльз һәм Диана Спенсерҙең туйында арияны башҡарған. Трансляцияны бөтә донъя буйлап 600 миллион кеше тыңлаған.
1985 — Яңы Зеландия ядроһыҙ ил статусын ҡабул иткән һәм үҙ территориаль һыуҙарына ядро ҡоралы һәм ядро энергетик ҡорамалы менән караптарҙы индерергә тыйған, был АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе һыуытыуға килтергән.
1986 — Принятие «Конституцион Указды» (Constitution Act) ҡабул итеү Бөйөк Британия парламенты өсөн Яңы Зеландияла үтәлергә тейешле закондарҙы сығарыу мөмкинлеген бөтөргән.
1987 — Маори теле илдең икенсе дәүләт теле (инглиз теле менән бергә) тип танылған.
1989 — Телевидениеның өсөнсө дөйөм милли каналы эшләй башлаған.
1994 — Яңы Зеландияның 250 хәрбиҙәре Босния һәм Герцеговинаға ебәрелгән.
2019 — Крайстчерч ҡалаһы мәсеттәрендә ил тарихында иң ҙур терракт була, һөҙөмтәлә 49 кеше һәләк булған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Mein Smith Philippa. A Concise History of New Zealand. — Australia: Cambridge University Press, 2005. — ISBN 0-521-54228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- New Zealand History
- Timeline New Zealand 2019 йыл 8 август архивланған.
- New Zealand in History