Көньяҡ утрау (Яңы Зеландия)
Көньяҡ утрау (ингл. South Island, маори Te Wai-pounamu — Те-Ваи-Поунаму) — Яңы Зеландияның иң ҙур утрауы (ҙурлығы буйынса икенсе урында — Төньяҡ утрау).
Көньяҡ утрау | |
---|---|
ингл. South Island | |
Характеристики | |
Майҙаны | 150 437 км² |
Иң бейек нөктәһе | 3754 м |
Халҡы | 1 038 600 чел. (2010) |
Урынлашыуы | |
43°59′00″ ю. ш. 170°27′00″ в. д.HGЯO | |
Акватория | Тымыҡ океан |
Көньяҡ утрау Викимилектә |
География
үҙгәртергәМайҙаны — 150 437 км²[1], ҙурлығы буйынса донъяла 12-се урында.
Төньяҡ утрау менән Кук боғаҙы аша айырыла.
Көнбайыш яр буйҙары буйлап Көньяҡ Альп тауҙар теҙмәһе һуҙылған. Бында ҡар менән ҡапланған Кук тауы — Яңы Зеландияның иң бейек нөктәһе урынлашҡан (3754 м). Утрауҙың 18 сусаҡтарының бейеклеге 3000 метрҙан юғары. Тауҙарҙа 360 боҙлоҡ бар, уларҙан иң ҙурҙары — Тасман, Франц-Иосиф һәм Фокс боҙлоҡтары.
Көньяҡ утрауҙа Яңы Зеландияның иң бейек шарлауыҡтарҙың береһе — Сатерленд (580 м) урынлашҡан.
Халҡы
үҙгәртергә2010 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы утрауҙа 1 038 600 кеше йәшәй, был Яңы Зеландия халҡының 24 %-ын тәшкил итә. Иң эре ҡалалары — Крайстчерч, Данидин.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Quick Facts - Land and Environment : Geography - Physical Features . Statistics New Zealand (2000). Дата обращения: 13 август 2012. Архивировано 14 октябрь 2012 года. 2013 йыл 8 апрель архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәКөньяҡ утрау (Яңы Зеландия) Викимилектә |
- Атлас Новой Зеландии (инг.)
- Atkinson, Brett, et al. New Zealand's South Island (2010) excerpt and text search (инг.)
- Bull, Mary P. New Zealand Tales and Tours: South Island Adventures. — Trafford Publishing, 2004. (инг.)