Яхъя (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Яхъя — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Яхъя исеме бар.
Этимология
үҙгәртергәЯхъя [боронғо йәһүд, ғәрәп] Яхъя пәйғәмбәр исеменән алынған, шулай уҡ рухландырыусы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәЯхъя, Яхъя́ ибн Зәкәрийә (ғәр. يحيى ابن زكريا) — Аллаһы тәғәлә тарафынан Бәни Исраил ҡәүеменә Мәрйәм улы Ғайсаның пәйғәмбәрлек миссияһын раҫларға ебәрелгән Ислам пәйғәмбәре. Зәкәрийә пәйғәмбәр улы. Библиялағы пәйғәмбәр Иоанн Креститель менән бер тип һанала. Ҡөрьәндә 5 тапҡыр телгә алына. Исламс риүәйәтенә күрә, Яхья пәйғәмбәр Ғайсаның пәйғәмбәрлеген беренсе булып әйткән, уға ышанған һәм йәһүдтәр араһында рисәләтенә ярҙам иткән.
Яхъя Шәрәф улы Сәлихов (1893 йыл — 1937 йыл) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1893 йылда Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Туҡ районы) Ҡыҙыл Мәсет ауылында тыуған.
Яхъя Яҡшыев (тыуыу һәм вафат көндәре билдәле түгел) — Ҡыр-Көҙәй улусы старшинаһы.
Яхъя Кемал Бейатлы (төр. Yahya Kemal Beyatlı; тыуғанда исеме Әхмәт Агях; 2 декабрь 1884 йыл — 1 ноябрь 1958 йыл) — төрөк шағиры һәм яҙыусыһы, сәйәсмән һәм дипломат.
Яхъя Килдеғолов (1790 йыл—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы
Ҡәйепов Яхъя Зәйнулла улы (18 июнь 1955 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015).
Ауылдар
үҙгәртергәЯхъя (рус. Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл. Ишембай ауыл биләмәһенә ҡарай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәХциси Яхъя сиркәүе — Грузияла, Шида-Картли төбәгенең Хашури муниципалитетындағы Хциси ауылынан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан сиркәү.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |