Тибет таулығы

Үҙәк Азиялағы таулыҡ.

Тибет таулығы — Был Үҙәк Азияла[1]. донъяның[2] майҙаны буйынса иң ҙур (2,5 млн км² самаһы) һәм иң юғары (уртаса бейеклеге 4877 м) таулыҡ.

Тибет таулығы
ҡыт. 青藏高原
Рәсем
Дәүләт  Ҡытай
Оҙонлоҡ 2500 km
Киңлек 1000 km һәм 35 555
Майҙан 2 500 000 км²
Карта
 Тибет таулығы Викимилектә

Оҙонлоғо көнбайыштан көнсығышҡа 2500 км, көньяҡтан төньяҡҡа 1000[3] км. Рельефы, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы бик ныҡ күп төрлө. Тибет таулығығының күп өлөшө Ҡытайҙың Тибет милли районында урынлашҡан. Ә көньяҡ өлөшө Һиндостанға ҡарай. Туристарҙың күпләп килеүе Тибеттең будда монахтары һәм изгеләренең (махатма) төйәге булараҡ билдәлелегенә бәйле.

Таулыҡ төньяғында Куньлунь һырты менән сикләнгән. Ә төньяҡ-көнсығышында уны Гоби сүллегенән Циляньшань һырттары системаһы айырып тора.

Тибет таулығынан донъяның ғәйәт ҙур йылғалары: Һинд, Брахмапутра, Салуин, Меконг, Янцзы, Хуанхэ йылғалары башланғыс ала. Көнбайышында Тибет таулығы Памир һырттары менән, көнсығышта Син-тибет тауҙары[4].менән сикләшә.

Таулыҡ файҙалы ҡаҙылмаларға, шул иҫәптән алтынға бик бай. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был 1951 йылда Тибеттең Ҡытай халыҡ Республикаһы тарафынан баҫып алыныуына сәбәпсе була һәм артабан байлыҡтарының таланыуына килтерә.[5] Шулай уҡ, Ҡытай Азияның барлыҡ оло йылғаларының сығанаҡтарына контролде үҙ ҡулына эләктерә.

Геологияһы, файҙалы ҡаҙылмалары

үҙгәртергә

Таулыҡта 28,1 мең км2. самаһы дөйөм майҙанды алып торған 54 мең оло һәм кесе боҙлоҡ урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмаларына тоҙ, слюда, нефть, күмер, алтын, бур һәм сода ятҡылыҡтары, шулай уҡ, мәғдәндән тимер, хром, баҡыр, цинк, литий тоҙҙары сығанаҡтары инә. Тауҙың иң бейек нөктәһе: Гурла-Мандхат тауы(7694 м)[3].

Таулыҡ яҡынса 50-55 миллион йыл элек, иртә кайнозой осоронда Һинд һәм Евразия тектоник плиталарының үҙ-ара бәрелешеүенә бәйле барлыҡҡа килгән тип һанайҙар. Йыйырсалар Гималай тауҙарын, һәм Евразия плитаһының бер өлөшө күтәрелеп, Тибет таулығын барлыҡҡа килтерә . Йыйырсыҡлы структуралар палеозой, мезозой һәм кайнозой йәшендәләр. Әммә хәҙерге заман рельефы һуңғараҡ, неоген һәм хатта антропоген осорҙарында барлыҡҡа килгән. Таулыҡтың күтәрелеүе Үҙәк Азияла дөйөм ҡоролоҡҡа килтерә. Төбәк сейсмик яҡтан тотороҡһоҙ һәм өҫкә күтәрелеүен дауам итә[6].

200 миллион йыл самаһы элек (палеозой) Тибет таулығының байтаҡ өлөшө боронғо Тетис диңгеҙен барлыҡҡа килтереп, һыу аҫтында була. Шуға ярашлы, тоҙ ятҡылыҡтары (ултырма тоҡомдары) һәм рудаларҙың (пирокластик һәм магма процестары) барлыҡҡа килеүе шул геологик дәүерҙәргә ҡарай. Таулыҡ аҫтындандағы ер ҡабығының ҡалынлығы бик ҙур: 65 километр самаһы, урыны менән 100 километрға тиклем[4].

Үҙәк һәм көнбайыш райондарында таулыҡ түбәләре шымара биргән арҡаларҙан һәм уйпатлыҡтарҙан тора. Бейеклеге 4500-5000 м самаһы. Көнсығыш өлөшө тәрән үҙәндәр менән бүленгән. Улар аша Хуанхэ, Янцзы Меконг йылғаларының үрге ағымы үтә.

Тәбиғәт шарттары, рельефы

үҙгәртергә

Таулыҡта һырттар менән бүлгеләнгән ҡоро тау далалары өҫтөнлөк итә. Көнсығышта һәм көньяҡта йыш ҡына туғайҙар осрай. Күлдәре ғәҙәттә тоҙло. Сөнки йыллыҡ яуым-төшөм микдары аҙ (уртаса 100—300 мә, әммә көньяҡта 700 мм тиклем). Яуым-төшөм ямғыр йәки ҡар түгел, ә йыш ҡына боҙ рәүешендә була. Таулыҡтың байтаҡ майҙаны мәңгелек боҙ менән ҡапланған. Климат ҡырҡа континенталь, елле, ҡышҡыһын температура −40 °C -ҡа, йәйгеһен (көньяҡта) +14 — +18°С-ҡа тиклем етә. Һауа дымлылығы уртаса, 60 — 70 % самаһы[3]. Йыш ҡына дауылдар була. Ҡыш ҡар ҡатламы булмай.

Ситтән килеүселәр тау һауаһының һирәклеген (разреженный воздух) ауыр кисерә. Әммә урындағы халыҡ һәм ундағы хайуандар был шарттарға өлөшләтә яраҡлашҡан. Шулай ҙа, ҡышҡы һыуыҡ ҡоро һауа менән бергә тире һәм тырнаҡтарҙың ярылыуын тыуҙыра. Таулыҡтың көньяғы дымлыраҡ һәм йылыраҡ. Лхасы районында (дин һәм административ үҙәктәре) яуым-төшөм миҡдары 500 мм тәшкил итә[2].

Күлдәрҙән иң ҙурҙары — Намцо, Селлинг, Данграюм .Күлдәрҙең күпселеге тоҙло күл тоҙло йәки татырлы., Ғәҙәттә тәрән түгелдәр.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы

үҙгәртергә

Тибет ҡалҡыулығында иң ныҡ таралған эре хайуандарҙан антилопа оронго, кабарга, мускуслы болан, ҡырағай яҡ (Bos mutus), кианг, тибет тау һарығы, аҡ иренле болан (эндемиктар Ҡытай) һанап китергә була. Ҡоштарҙан күпселекте ҡара муйынлы торна, тибет ҡолаҡлы фазаны, тау ҡаҙы, тибет саджаһы тәшкил итә. Ҡулға эйәләштерелгән хайуандарҙан яҡ киң ҡулланыла. Бындағы ҡырыҫ шарттарҙа ул алыштырғыһыҙ йөк хайуаны булып тора. .Ваҡ хайуандарҙан сысҡандар, байбаҡтар, ҡуяндар һәм сипылдаҡтар (бесәнсе ҡомаҡ) таралыш алған.

Йыртҡыстарҙан: йәтсә, һыуһар, төлкө, тибет бүреһе, айыу(медведь-пищухоед).

Ҡоштарҙан саджа, аҡбауыр турғай (вьюрок), гриф, ҡарсыға, ҡаҙҙарҙы[7] һанап китергә була.

Таулыҡтың төньяғында һәм көнбайышында үҫемлектәр донъяһы ярлы. Унда күберәк тамыр системаһы тәрән киткән тәпәшәк сүл үҫемлектәре өҫтөнлөк итә. Шишмә һәм йылға буйҙарында күрән һырғанаҡ, курил сәйе, тибет кобрезияһы, бажат, һолүлән үҫә. Йылға үҙәндәрендә тәбиғи үҫемлектәр баҫыуҙарҙағы игендәр менән сиратлашып (арпа, һоло) килә. Шулай уҡ, көнсығышында һәм көньяғында урман һәм ҡыуаҡлыҡтар бар[2]. Үҫемлектәрҙән терескен, танацетум, эфедра, мирикария, реомюрий, әрем, астрагал, акантолимон һәм башҡа төрҙәр үҫә[8].

Тибеттең ерле халҡы 3 миллион самаһы кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы 1,2 кеше /кв.км тәшкил итә. Мәшғүллек: ауыл хужалығы, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, сауҙа һәм транспорт хеҙмәттәре, туризм өлкәһендә. Ауыл хужалығының төп өлөшөн малсылыҡ (күсмә) тәшкил итә. Күберәк яҡ, һарыҡ, кәзә, ишәк, мул аҫырайҙар. Ауыл хужалығы үҫемлектәренән арпа, борсаҡ, бойҙай, ҡарабойҙай һәм һоло үҫтерәләр. Йәшелсәләрҙән шалҡан, гәрәнкә (брюква), картуф һәм һуғанды һанарға була. Урыны менән алмағас һәм груша ултырталар. Үҙәндәрҙән тыш, тау битләүҙәрендә терраслар ҡулланыла.

Ризыҡтарҙан цзамба (цамп), йәғни, сәй, һөт, май һәм тоҙ менән ҡурылған арпа ононан эшләнгән аҙыҡ, һөт һәм ит продукттары ғәҙәти булып тора. Тибет халҡы ғәҙәти йәшәү рәүеше алып бара, таш торлаҡтарҙа йәки яҡ йөнөнән палаткаларҙа йәшәй. Диндәрендә ламаизм өҫтөнлөк итә. Ҡытайҙар тарафынан төҙөлгән компактлы йәшәгән тораҡ пункттары сәнәғәт объекттарын янына урынлашҡан (шахта, тау-байыҡтырыу предприятиеларында)[4]. Таулыҡтың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан Чантханг кешеһеҙ төбәк булараҡ, Гренландия һәм Антарктиданан ҡала планетала өсөнсө урын биләй.

  1. ТИБЕТСКОЕ НАГОРЬЕ • Большая российская энциклопедия - электронная версия. Дата обращения: 4 июль 2019. 2019 йыл 4 июль архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Тибетское нагорье (22 декабрь 2013). Дата обращения: 20 ноябрь 2018. 2018 йыл 20 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 Тибетское нагорье. Дата обращения: 20 ноябрь 2018.
  4. 4,0 4,1 4,2 Энциклопедия Китая. Дата обращения: 20 ноябрь 2018. 2016 йыл 23 март архивланған.
  5. Как Тибет стал частью КНР. О чем молчит китайская пропаганда » Сохраним Тибет! &124; Тибет, Далай-лама, буддизм. Дата обращения: 25 ноябрь 2018.
  6. Согласно новым исследованиям подъем Тибетского нагорья начался 30 миллионов лет назад » Сохраним Тибет! &124; Тибет, Далай-лама, буддизм. Дата обращения: 15 июнь 2019.
  7. Wild China: The Tibetan Plateau. Дата обращения: 21 март 2013.
  8. Синицын В.М. Центральная Азия. — Москва, 1964.
  • Тибетское нагорье // Ҙур совет энциклопедияһы : [30 т. / гл. ред. а. м. Прохоров. — 3-изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Журавлёв Ю. И. К истории путешествий русских по Тибетскому нагорью (Ф. С. Ефремов) / Ю. И. Журавлёв // Очерки истории русской этнографии, фольклористики и антропологии: Выпуск II / Отв. ред. Р. С. Липец, В. К. Соколова; Институт этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая АН СССР. — М.: Наука, 1963. — 272 с. — (Труды Института этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая АН СССР. Новая серия; Т. 85).
  • Гвоздецкий Н. А., Голубчиков Ю. Н. Горы / Н. А. Гвоздецкий, Ю. Н. Голубчиков. — М.: Мысль, 1987. — 400 с. — (Природа мира). — 50 000 экз. (в пер)