Якушенко Николай Иванович
Якушенко Николай Иванович (29 ноябрь (11 декабрь) 1897 йыл— 7 февраль 1971 йыл) — театр актеры, нәфис һүҙ оҫтаһы (тасуири уҡыусы), педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1955)[2].
Якушенко Николай Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 29 ноябрь (11 декабрь) 1897 |
Тыуған урыны | Калуга, Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 7 февраль 1971[1] (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Ҡазан, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Арса зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | актёр |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Жанр | Театр |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Иванович Якушенко 1897 йылдың 29 ноябрендә (11 декабрендә) Калугала тыуған[2].
Иртә атайһыҙ ҡала. 1-се Калуга гимназияһында уҡыған осорҙа репетитор була, сиркәү хорында йырлай, артистар өсөн ролдәрҙе күсереп яҙа, шулай уҡ Калуга ҡала театры спектаклдәрендә ҡатнаша.
Коммерция институтында һәм бер үк ваҡытта Киевта Соловцов театрының театр мәктәбендә уҡый.
Театр сәхнәһенә 1918 йылда В. Ленин исемендәге Украина совет республикаһының 2-се театрында (элекке Соловцов театры) сыға. Һуңынан бер нисә миҙгел Калуга ҡала театрында (1919, 1922—1923, 1924, 1926), һәүәҫкәр эшселәрҙән һәм бер нисә профессиональ актёрҙан торған "Революцион сатира театры"нда эшләй. Күпмелер ваҡыт сәхнәнән ситтә лә була — клубта эшләй, китапхана мөдире була, «Зәңгәр блуз»ға, аллаһыҙҙар түңәрәгенә етәкселек итә. 1928 йылда йәнә театрға саҡырыла. Тула, Омск, Новосибирск (1929), Архангельск (1933), Ярославль (1934) театрҙары сәхнәләрендә уйнай. Бер миҙгел, 1934—1935 йылдарҙа, Мәскәүҙең МОСПС исемендәге театрҙа (хәҙерге Моссовет исемендәге театр) эшләй. Мәскәүҙә оҙаҡҡа ҡалмай, сөнки яҡшы ролдәр ала алмай, опера театрында эшләгән ағайы арҡаһында К. С. Станиславскийҙың үҙенең репетицияларында булыу һәм хатта бер тапҡыр уның менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге ала. Н. Якушенко үҙе яҙғанса, Станиславский дәрестәрендә йөрөгәндә, уға бөтә актёрлыҡ тормошоноң нигеҙе булып торған дәрестәр бирелгән.
1935 йылдан 1967 йылға тиклем — В. Качалов исемендәге Ҡаҙан Ҙур драма театры труппаһында[2].
Режиссерҙар И. А. Ростовцев (уның бер нисә спектаклдә уйнай) һәм А. Д. Диким (1943 йылда Ҡаҙан Ҙур театрында А. Островскийҙың пьесаһы буйынса «Горячее сердце» спектакленең ҡуйылышы өҫтөндә эшләй) менән эшләй.
Һуғыш ваҡытында фронт концерттарында ҡатнаша.
Сәхнәлә тасуири уҡыусы булараҡ сығыш яһай.
1954 йылдан Ҡазан консерваторияһының опера класында сәхнә оҫталығы һәм телмәр мәҙәниәтен уҡыта.
1952 йылдан КПСС ағзаһы. Татар АССР-ының 2-се һәм 6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана[2].
Николай Иванович Якушенко 1971 йылдың 7 (йәки 8) февралендә[3] Ҡаҙанда вафат була[2]. Ар зыяратында ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Ҡыҙы — Якушенко Виктория Николаевна (1924—1997), артист. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Татар АССР-ының халыҡ артисы (1939)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1940)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1950)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1955)[2]
- Ленин ордены (1957, Мәскәүҙә татар сәнғәте декадаһы айҡанлы)
- Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1940 шул иҫәптән[4])[5]).
- Миҙалдар
Хәтер
үҙгәртергә- Казанда, Н. И. Якушенко йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- «Актёр һәм граждан. Мәҡәләләр, хәтирәләр, хаттар» китабы актёрға арналған. — Казань, 1979.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Якушенко Николай Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 30. Экслибрис — Яя. 1978. 632 стр., илл.; 30 л. илл.; 9 л. карт.
- ↑ Николай Якушенко: в искусстве нельзя «работать», искусству надо служить . Дата обращения: 27 ноябрь 2019. Архивировано 23 декабрь 2019 года.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 23 июня 1940 года «О награждении передовиков промышленности и сельского хозяйства, работников науки и искусства Татарской АССР» 2021 йыл 20 октябрь архивланған.
- ↑ Якушенко Николай Иванович (1897-1971) . Дата обращения: 25 апрель 2013. Архивировано из оригинала 29 июнь 2015 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Николай Якушенко // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Имена Республики — Якушенко Николай Иванович