Ҡатил (ғәр. — үлтереүсе) — «Урал батыр» эпосы персонажы.

Ҡыҫҡаса тасуирлама

үҙгәртергә

Ерҙәре тау‑тау кеше һөйәктәре менән ҡапланған һәм ҡан менән һуғарылған илдең аяуһыҙ һәм ҡан эскес батшаһы; тыуына ҡоҙғон һүрәте төшөрөлгән (башҡорттарҙың һәм байтаҡ башҡа халыҡтарҙың инаныуҙары буйынса, ҡоҙғон — үлем символы). Ҡот осҡос ҡиәфәтле итеп һүрәтләнә.

Һүрәтләнеше:
“Бураланған дөйәләй,
Ҡанһыраған айыуҙай,
Күҙ ҡабағын тойҙороп,
Ужар сәсеп, мат ҡурып,
Ҡабан сусҡа елкәле,
Филдәй йыуан балтырлы,
Имәнес йыуан ҡорһаҡлы...”
Урал батыр эпосынан өҙөк»

Ҡатил тыуған көнөндә ҡорбан килтереү йолаһы башҡарыла: ҡыҙҙарҙы ҡоҙоҡҡа ташлайҙар, ир-атты утта яндыралар. Был көндө йыл һайын уның ҡыҙы үҙенә кейәү һайлай. Көслө, ҡыйыу Урал батыр, Ҡатил иленә килеп сыҡҡас, батшаның дәү үгеҙен һәм имәнес ҡиәфәтле 4 батырын еңә, халыҡты ҡоллоҡтан ҡотҡара һәм Ҡатил ҡыҙына өйләнә, уларҙан Яйыҡ батыр тыуа.

Этимология

үҙгәртергә

Ғәрәп теленән килеп ингән һүҙ. Үлтереүсе мәғәнәһендә.

  • Башҡорт халыҡ ижады. 3‑сө т. Эпос. Өфө, 1998.
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1-16 томдар
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Башкирское народное творчество. Т. 1. Эпос. Уфа, 1987.
  • Мирбадалева А. С. Башкирский эпос «Урал-батыр» //Башкирский фольклор. Уфа, 2000. Вып. 4.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә