Ҡәһҡәһә — башҡорт мифологияһында яуыз иблес.

«Урал батыр» эпосында Ҡәһҡәһә — төрлө ҡиәфәткә инә алған йыландар батшаһы.

Ҡыҫҡаса аңлатмаҮҙгәртергә

Тәбиғәт афәттәре тыуҙыра алған тылсымлы таяғы була. Улы Зәрҡүм менән Урал батырҙы үлтермәксе була. Үҙенең батшалығы ҡолатылғандан һуң, Ҡәһҡәһә Әзрәҡә менән берләшә һәм Урал батырға ҡаршы яуҙа һәләк була. «Аҡбуҙат» эпосында Ҡәһҡәһә — Иҙелдең улы, Урал батырҙың ейәне. Аҡбуҙатты эҙләп Шүлгәндең һыу аҫты батшалығына төшә һәм уның ҡыҙы Нәркәскә ғашиҡ була. Шүлгән уны, 12 башлы дейеүгә әйләндереп, Ҡәһҡәһә тип атай, үҙенә сибәр ер ҡыҙҙарын урларға мәжбүр итә. Һәүбән үҙ халҡына хыянат иткәне өсөн Ҡәһҡәһәне ярғанатҡа әйләндерә. «Дандан батыр» әкиәтендә Ҡәһҡәһә — Ҡаф тауы артында йәшәгән дейеү итеп һүрәтләнә.

ЭтимологияҮҙгәртергә

Фарсы теленән килеп ингән һүҙ. Шарҡылдаҡ, мыҫҡыллап көлөүсе мәғәнәһендә.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1—16 томдар.
  • Батырҙар тураһында әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә