Йомаҙыбаш

(Юмадыбаш битенән йүнәлтелде)

Йомаҙыбаш (рус. Юмадыбаш) — Башҡортостан Республикаһының Шаран районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 519 кеше булған[3]. ОКАТО коды — 80258875004.

Йомаҙыбаш
Йомазыбаш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Салмалы ауыл Советы (Шаран районы)
Халыҡ һаны 519 кеше (2010)[1],
622 кеше (2002)[2],
588 кеше (2009)[2]
Почта индексы 452646
Карта

Этимологияһы

үҙгәртергә

Архив документтарында "«Йомаҙыбаш» (Юмадыбаш) топонимы башҡа әйтелештә лә ҡулланышта бар тип иҫбатлай. Шаран районының Дүрмән ауылы ревизия һәм метрик яҙмаларында күрше ауыл булған Йомаҙыбаш ауылы «Емәҙебаш», «Ямаҙыбаш», «Жамаҙы» тип тә аталғанын күрһәтә.

Шулай уҡ «Ямаҙытамаҡ» топоним верияһы ла бар. Гидроним булыуы ла ихтимал, сөнки йылға исеменә бәйле булыуы мөмкинлеген дә фаразлайҙар. «Юмаҙы», «Ямаҙы», «Йомаҙы» — йылға исеме, ә «Йомаҙыбаш», «Ямаҙыбаш», «Юмаҙыбаш» — йылға башы. 1755 йылға ҡараған картала Йомаҙы йылғаһы асыҡ һүрәтләнгән, шулай уҡ «Верх-Емады»(татар теле тәржемәһенән — Емадыбаш) йә ябай Емаҙы. «Юмаҙыбаш» исеме 1834 йылғы ревизия яҙмаларында ғына күрһәтелә. Бәлки ул исем алышынып тороп. перепись ваҡытында дөрөҫ яҙылмауы ла мөмкинлеге бар ти тарихсылар. Иҫке славян алфавиты буйынса «Е», «Ю», «Я» хәрефтәре бик оҡшаш, буталыуҙары ла ихтимал. Ауылда йәшәгән татарҙар әлеге көндә лә «Ямады», «Юмады» исемен ҡулланалар.

«Статистические сведения по Белебеевскому уезду Уфимской губернии» (оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1896г) китапта Йомаҙыбаш ауылының ҡайҙа урынлашыуы хаҡында күрһәтелә: «по пологому склону на востоке при небольшой р. Юмады, впадающей в р.Сюнь, которая протекает по северной границе; по западной границе протекает ручей Кайраклы; по восточной границе протекает р. Сакай, первый берег который служит покосом; в полях протекает пересыхающий ручей Кургула…»

Шулай уҡ, ауыл исеменә ҡағылышлы аҡһаҡалдар араһында, ауылға иң беренсе килеп урынлашҡан Йәмәли (Йәмәҙи, Ямаҙи) исемле кеше урынлашыуы тураһында версия ла йәшәй, тимәк Йомаҙыбаш, Ямаҙыбаш, Ямаҙы - антропоним. Гидорним версияһына ҡағылышлы документтар бар.

Ауыл исеме тарихына бәйле ауылда элек уҡытҡан уҡытыусы Шәйсолтан Фәйзуллин бына ниндәй легенда һәйләй. Легенда буйынса, ауылдың аҫҡы урамында ирекле казактар, өҫкө өлөшөндә һәр ваҡыт төп ауыл халҡы йөшөгән.Халыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнгән, ерҙе эшкәртеү менән бик ҡыҙыҡһынмаған. Ерҙәре бик уңдырышлы булһа ла, уны арендаға бирер булғандар.

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 622
2010 йыл 14 октябрь 519 245 274 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Шаран): 15 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Салмалы): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 40 км

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә