Юлдаш (Ишембай районы)

Мәләүез районындағы Юлдаш ауылы менән бутамаҫҡа

Ауыл
Юлдашево
башҡ. Юлдаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан Республикаһы

Муниципаль район

Ишембай районы

Ауыл биләмәһе

Скворчиха ауыл советы (Ишембай районы)

Координаталар

53°19′19″ с. ш. 56°01′31″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1786

Элекке исеме

Түбәнге-Юлдаш, Юлдаш 2-се

Халҡы

16[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453227

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 231 870 010

ОКТМО коды

80 631 470 136

Юлдашево (Рәсәй)
Юлдашево
Юлдашево
Юлдаш (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Юлдашево
Юлдаш (Ишембай районы) (Ишембай районы)
Юлдашево

Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 16 кеше[2]. Төп халҡы- башҡорттар. Скворчиха ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 010.

Юлдаш исеме 1786 йылдағы Өфө наместниклығы картаһында Ағиҙел йылғаһының уң ярында осрай.

Элегерәк (XIX быуатта) Түбәнге Юлдаш йәки 2-се Юлдаш ауылы тип йөрөтөлә. Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы бүлендек ауыл- Үрге Юлдаш (хәҙер Мәләүез районы).

Ауыл Тәлтем‑Юрматы улусы старшинаһы Юлдаш Ҡотлин исемен йөрөтә. 1774 йылда йәшәгән урыны тураһында бер документта былай тиелә: «Стәрлетамаҡ пристане артында һәм Воскресенский заводы янында йәшәүсе» Юлдаш Ҡотлин пугачевсы була. Уның улдары һәм ейәндәре билдәле: өлкән улы Бикбулат Юлдашев (1744—1822), уның балалары: Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтшариф, Мөхәмәтйән; Кесе улы — Ғөбәйҙулла (1762—1813).

Исмәғил Солтанморатов — элекке 12-се Башҡорт полкының һалдаты, 1840 йылда тере була.

Малсылыҡ — ауыл халҡының төп шөғөлө. 395 кеше 720 ат, 431 һыйыр, 66 һарыҡ һәм 575 кәзә тотҡан, 160 умарта тотҡан. Иген үҫтереү тәүге аҙымдарын яһаған. 1842 йылда 600 бот ужым һәм 1944 бот яҙғы иген сәсәләр.

Ауылдың үҫешен түбәндәге һандар дәлилләй: 1795 йылда 35 ихатала 274 кеше йәшәгән. 55 йылдан һуң 47 йорттың һәр береһенә 10,5 кеше тура килә. 1920 йылда бында 311 кеше һәм 66 йорт хужалығы булған[3]. Бында Ҡурғашлы йылғаһында рус кешеләре дүрт һыу тирмәне тота. Ауылдың элекке урыны Ҡурғашлы йылғаһы буйлап өҫтәрәк, был урынды «Иҫке йорт» тип йөрөтәләр.

Бында революцияға тиклем үк рус-башҡорт училищеһы була, башланғыс мәктәп 1990-сы йылдарға тиклем эшләй. 1920-се йылдарҙа ул Юлдаш ауыл Советы үҙәге була.

«Кәмә тау»— был Ағиҙел йылғаһы буйында, ярҙан 100 м ситтәрәк, Ишембай районы Юлдаш ауылына яҡын ерҙә ятҡан тау. Унда боронғо ҡурған бар. Ҡурған — 15×10 м ҙурлығында, бейеклеге 1,2 м булған оҙон ҡалҡыулыҡ. Кәмә тау тураһында ерле халыҡ түбәндәге риүәйәтте һөйләй: «Был урынға башҡорттарҙың ихтилалы ваҡытында хан ҙур кәмә менән килгән. Кәмәлә хан талап йыйған байлыҡ булған. Халыҡ уны уратып алған, байҙы үлтергән, ә кәмәне таштар һәм ер менән ҡаплап, күмгән, шулай итеп, ошо ҡалҡыулыҡ барлыкка килгән. Башҡорттар был ҡалҡыулыҡты һуңыраҡ ҡаҙып ҡарайҙар, кәмәгә тиклем ҡаҙыйҙар, әмма ул тәрәнгәрәк китә. Төндәрен был ҡурғандан ат сыға имеш».

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 16 9 7 56,3 43,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл Ҡурғашлы йылғаһының яры буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[4]

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[5]:

  • Тау арты урамы рус. улица Загорная)

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
  • Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Юлдаш һәм Михайловка ауылынан фронтта һәләк булған яугирҙәргә иҫтәлекле һәйкәл.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Юлдаш (Ишембай районы) ауылы
  6.   2013, 1 ғинуар. Он был одним из организаторов печати и СМИ Башкортостана (К 80-летию со дня рождения Вилляра Даутова).  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә