Юлдаш (Ишембай районы)
Мәләүез районындағы Юлдаш ауылы менән бутамаҫҡа
Ауыл | |
Юлдашево башҡ. Юлдаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453227 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Юлдаш (рус. Юлдашево) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 16 кеше[2]. Төп халҡы- башҡорттар. Скворчиха ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 010.
Тарихы
үҙгәртергәЮлдаш исеме 1786 йылдағы Өфө наместниклығы картаһында Ағиҙел йылғаһының уң ярында осрай.
Элегерәк (XIX быуатта) Түбәнге Юлдаш йәки 2-се Юлдаш ауылы тип йөрөтөлә. Ағиҙел йылғаһының һул ярындағы бүлендек ауыл- Үрге Юлдаш (хәҙер Мәләүез районы).
Ауыл Тәлтем‑Юрматы улусы старшинаһы Юлдаш Ҡотлин исемен йөрөтә. 1774 йылда йәшәгән урыны тураһында бер документта былай тиелә: «Стәрлетамаҡ пристане артында һәм Воскресенский заводы янында йәшәүсе» Юлдаш Ҡотлин пугачевсы була. Уның улдары һәм ейәндәре билдәле: өлкән улы Бикбулат Юлдашев (1744—1822), уның балалары: Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтшариф, Мөхәмәтйән; Кесе улы — Ғөбәйҙулла (1762—1813).
Исмәғил Солтанморатов — элекке 12-се Башҡорт полкының һалдаты, 1840 йылда тере була.
Малсылыҡ — ауыл халҡының төп шөғөлө. 395 кеше 720 ат, 431 һыйыр, 66 һарыҡ һәм 575 кәзә тотҡан, 160 умарта тотҡан. Иген үҫтереү тәүге аҙымдарын яһаған. 1842 йылда 600 бот ужым һәм 1944 бот яҙғы иген сәсәләр.
Ауылдың үҫешен түбәндәге һандар дәлилләй: 1795 йылда 35 ихатала 274 кеше йәшәгән. 55 йылдан һуң 47 йорттың һәр береһенә 10,5 кеше тура килә. 1920 йылда бында 311 кеше һәм 66 йорт хужалығы булған[3]. Бында Ҡурғашлы йылғаһында рус кешеләре дүрт һыу тирмәне тота. Ауылдың элекке урыны Ҡурғашлы йылғаһы буйлап өҫтәрәк, был урынды «Иҫке йорт» тип йөрөтәләр.
Бында революцияға тиклем үк рус-башҡорт училищеһы була, башланғыс мәктәп 1990-сы йылдарға тиклем эшләй. 1920-се йылдарҙа ул Юлдаш ауыл Советы үҙәге була.
Легенда
үҙгәртергә«Кәмә тау»— был Ағиҙел йылғаһы буйында, ярҙан 100 м ситтәрәк, Ишембай районы Юлдаш ауылына яҡын ерҙә ятҡан тау. Унда боронғо ҡурған бар. Ҡурған — 15×10 м ҙурлығында, бейеклеге 1,2 м булған оҙон ҡалҡыулыҡ. Кәмә тау тураһында ерле халыҡ түбәндәге риүәйәтте һөйләй: «Был урынға башҡорттарҙың ихтилалы ваҡытында хан ҙур кәмә менән килгән. Кәмәлә хан талап йыйған байлыҡ булған. Халыҡ уны уратып алған, байҙы үлтергән, ә кәмәне таштар һәм ер менән ҡаплап, күмгән, шулай итеп, ошо ҡалҡыулыҡ барлыкка килгән. Башҡорттар был ҡалҡыулыҡты һуңыраҡ ҡаҙып ҡарайҙар, кәмәгә тиклем ҡаҙыйҙар, әмма ул тәрәнгәрәк китә. Төндәрен был ҡурғандан ат сыға имеш».
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 16 | 9 | 7 | 56,3 | 43,8 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Ҡурғашлы йылғаһының яры буйында урынлашҡан.
Алыҫлығы:[4]
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[5]:
- Тау арты урамы рус. улица Загорная)
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергә- Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Юлдаш һәм Михайловка ауылынан фронтта һәләк булған яугирҙәргә иҫтәлекле һәйкәл.
- Башҡортостан республикаһын булдырыу өсөн көрәштә әүҙем ҡатнашҡан педагог Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улына иҫтәлекле стела.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Дауытов Вилләр Йомағол улы (1.01.1933—30.11.2007, Өфө), башҡорт журналисы, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[6].
- Әлмөхәмәтова Гөлшат Әмин ҡыҙы ((20.01.1946 — 28.09.2009)- башҡорт журналисы, дәүләт эшмкәре, 1969—1971 ВЛКСМ-дың Мәләүез район комитетынң икенсе секретаре. 1985 йылдан Ишембай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1993—2000 — Ишембай ҡалаһы башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары. Азамат Әлмөхәмәтовтың (хәҙер Йәнбирҙин) әсәһе.
- Сәйетов Эрнст Миңләхмәт улы (2.06. 1936,Өфө — 4 марта 2004, Өфө) — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (1999), Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1990)
- Юлдаш Ҡотлин — (18-се быуаттың икенсе сиреге—1800 йылдан һуң) — Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Тельтем—Юрматы улусы старшинаһы, Көньяҡ Уралда күмер ятҡылығын табыусы.
- Дауытов Нәғим Яҡшығол улы (12 декабрь 1921 йыл — 1986 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант. Педагог. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Ишембай районы Юлдаш ауылында тыуа.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Юлдаш (Ишембай районы) ауылы
- ↑ 2013, 1 ғинуар. Он был одним из организаторов печати и СМИ Башкортостана (К 80-летию со дня рождения Вилляра Даутова). (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 декабрь 2017)
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә