Ырыҫҡол (Ырымбур өлкәһе)
Ырыҫҡол (рус. Рыскулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Географик урыныҮҙгәртергә
Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.
ТарихыҮҙгәртергә
Ырыҫҡол (Этбай) ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була[1]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1769 йылда телгә алына[2]. 1917 йылда Үрге Ырыҫҡол (247 кеше), Урта Ырыҫҡол (264 кеше) һәм Түбәнге Ырыҫҡол (176 кеше) ауылдары теркәлгән.
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә[4].
ХалҡыҮҙгәртергә
1795 | 1816 | 1834 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1920 | 1926 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
93 | 28 | 504 | 492 | 542 | 492 | 431 | 709 | 151 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[5] |
120 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 90 % тәшкил итә[6].
Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә
- Аҡманов Ирек Ғайса улы (19.08.1933), башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование — Уфа, 2016. — Б. 28, 45. — 184 б. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 2,0 2,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22-02-2015). 25 сентябрь 2015 тикшерелгән.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 июнь 2014. 5 июнь 2014 тикшерелгән.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.