Щербаченко Мария Захаровна

Советтар Союзы Геройы (23 октябрь 1943 йыл), запастағы гвардия старшинаһы

Щербаченко Мария Захаровна (14 февраль 1922 йыл23 ноябрь 2016 йыл) — 237-се уҡсылар дивизияһы, 835-се уҡсылар полкының рота санитары (40-сы армия, Воронеж фронты), Советтар Союзы Геройы (23 октябрь 1943 йыл), запастағы гвардия старшинаһы.

Щербаченко Мария Захаровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина Совет Социалистик Республикаһы
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Неждановка[d], Волчанский уезд[d], Харьковская губерния[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы
Вафат булған көнө 23 ноябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Ерләнгән урыны Лукьянов хәрби зыяраты[d]
Һөнәр төрө военный врач, юрист
Хәрби звание войсковой старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы Жуков миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «70 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «В память 1500-летия Киева» Медаль имени Флоренс Найтингейл орден «За заслуги» II степени Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены орден Богдана Хмельницкого III степени медаль «Защитнику Отчизны» юбилейная медаль «60 лет освобождения Украины от фашистских захватчиков» медаль «70 лет освобождения Украины от фашистских захватчиков»
 Щербаченко Мария Захаровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Мария Захаровна Щербаченко 1922 йылдың 14 февралендә Украинаның Харьков губернаһы Ефремовка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса — украин. Ун йәшендә ата-әсәһенән мәхрүм ҡала һәм уны өлкән ағаһы тәрбиәләй. 7-се синыфты тамамлағандан һуң, хисапсылар курсын тамамлай. Колхозда бухгалтер ярҙамсыһы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында оккупация ваҡытында үҙ ауылында йәшәй.

Ҡыҙыл Армия сафына 1943 йылдың мартынан саҡырыла. Сәмәрҡәнд медицина училищеһында санитаркалар курсын тамамлағандан һуң 1943 йылдың июнендә хәрәкәттәге армияға ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында ҡатнаша.

1943 йылдың 24 сентябре төнөндә санитарка Щербаченко үҙенең подразделениеһы менән бергә Киев өлкәһенең Ҡағарлыҡ районында урынлашҡан Гребни ауылы районында Днепр йылғаһын беренсе булып аша сыға. 10 көн эсендә ул һуғыш яланынан 112 яралы һалдатты алып сыға һәм медицина ярҙамы күрһәтә. Ҡаты яралы һалдат һәм офицерҙарҙы Мария Захаровна шәхсән йылға аша сығара һәм яҡындағы медпунктҡа оҙата. Һуғыштың беренсе көнөнән алып яугирҙәр рәтендә ҡулына автомат тотоп алыша[1].

1943 йылдың 23 октябрендә СССР Юғары Совет Президиумының Указы менән ҡыҙылармеец Мария Захаровна Щербаченкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыштан һуң старшина Мария Щербаченко демобилизациялана. Ташкент юридик мәктәбен тамамлағандан һуң юрист булып эшләй.

Украина оборона министрының 2000 йылдың 22 июнендәге 188-се бойороғо менән Мария Захаровна Төньяҡ оператив командованиеның 407-се үҙәк хәрби госпиталенең почётлы һалдаты булып теркәлә[2].

Киевта йәшәй. Киевта Лукьянов хәрби зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Список женщин — Героев Советского Союза
  • Щербаченко Мария Захаровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 814. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Дворецкая В. Славная патриотка // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Sakaida H. Heroines of the Soviet Union. Osprey Pub. Oxford. 2003.
  • Герои Советского Союза — узбекистанцы. Ташкент, 1984.
  • Героини. М., 1969, вып. 2.
  • Кузьмин М. К. Медики-Герои Советского Союза. М., 1970.
  • Подвиги во имя Отчизны. — 2-е изд., — Харьков: Прапор, 1985.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Щербаченко Мария Захаровна. «Герои страны» сайты.  (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2013)