Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы

мәғариф хеҙмәткәре

Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы (10 июнь 1920 йыл — 1996 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены[1] кавалеры (1985). Күгәрсен районының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире (19721978)[2].

Шәфиев Гәрәй Гәрәй улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 10 июнь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны 1-се Иманғол, Иманғол ауыл Советы[d], Октябрьск районы (Ырымбур өлкәһе), Ырымбур өлкәһе, РСФСР
Вафат булған көнө 1996
Вафат булған урыны Мораҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, мәктәп директоры
Уҡыу йорто Ырымбур дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Гәрәй Гәрәй улы Шәфиев 1920 йылдың 10 июнендә Башҡортостан АССР-ы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны Иманғол ауылында (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Октябрьский районы Беренсе Иманғол ауылы) урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Туғыҙ йәштән хеҙмәт юлын башлай, йәйен ауыл халҡының быҙауҙарын көтә, ҡышын башланғыс мәктәптә уҡый. Уны тамамлағас, Гәрәй Шәфиев Башҡортостандың Ейәнсура районы Абзан мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән апаһына күсеп килә.

1936 йылда Абзан колхоз йәштәре мәктәбен тамамлағандан һуң, Ырымбур педагогия рабфагына уҡырға инә.

1939 йылда Аҡтүбә ҡалаһының тулы булмаған урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә, бер үк ваҡытта Аҡтүбә уҡытыусылар институтында уҡый[2].

1940 йылда Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1945 йылда демоблизацияланғандан һуң, Күгәрсен районының Юлдыбай башланғыс мәктәбенә директор итеп ебәрелә.
Район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, педагогия кабинеты мөдире итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ ваҡытта Абзан урта мәктәбендә математика һәм физика уҡыта.

1947- 1951 йылдарҙа Ырымбур педагогия институтының (хәҙер Ырымбур дәүләт педагогия университеты) физика-математика факультетында ситтән тороп уҡыЙ.

1953 йылда Күгәрсен районы Мораҡ педагогия училищеһына математика уҡытыусыһы итеп күсерелә.

1957 йылда Мораҡ урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә.

19721978 йылдарҙа Күгәрсен район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

Ул мәктәптәр селтәрен яҡшыртыу, уларҙың матди базаһын нығытыу, уҡытыусылар әҙерләү, методик эште юғары кимәлдә ойоштороу буйынса һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәтә[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Гәрәй Гәрәй улы Шәфиев йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, айырыуса тыуған яҡты өйрәнеүгә ныҡлы иғтибар бирә. Ул башҡорт революционеры Бәхтегәрәй Әғзәм улы Шәфиевтың (Гәрәй Гәрәй улы — уның ике туған ҡустыһы, уларҙың аталары Әғзәм менән Гәрәй — бер туғандар) тормошон, революцион эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса ҙур эш алып бара. Шуның һөҙөмтәһендә Башҡортостанда һәм Ырымбур өлкәһендә яңы тормош өсөн көрәштә Бәхтегәрәй Әғзәм улы Шәфиевтең тотҡан урыны асыҡлана[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Память Народа. Шафеев Гарей Гареевич
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 К.Ғ.Яйыҡбаев. «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре». — Өфө: «Китап», 2003 й. — С. 197—198-се б.б..

Һылтанмалар

үҙгәртергә