Шәриф (исем)
Шәриф — ир-ат исеме.
Шәриф |
Этимологияһы
үҙгәртергәШәриф исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Мәғәнәһе дәрәжәле, данлы, юғары намыҫлы, мәрхәмәтле, күренекле, аҡһөйәк, затлы нәҫел, арҙаҡлы, юғары ҡатлам тигәнде аңлата[1]. Шәриф исеменән Шәрифә тигән ҡатын-ҡыҙ исеме барлыҡҡа килә. Мәғәнәһе — ҡәҙерле, маҡтаулы, мәрхәмәтле[2].
Күренекле кешеләр
үҙгәртергәБикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улы, Шәриф Биҡҡол — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист.
Шәриф Манатов (20 октябрь 1892 йыл — 1936 йыл) — башҡорт дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (13 октябрь 1920 йыл — 12 февраль 1994 йыл) — дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры, ете саҡырылыш (IV—XI) БАССР Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Отставкалағы полковник.
Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (9 август 1913 йыл — 10 май 1998 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре, 1957—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Райондың почётлы гражданы (1987).
Шәриф Сөнчәләй (төп исеме — Шәриф Хәмиҙулла улы Сөнчәләев; 3 ноябрь 1885 йыл — 9 ноябрь 1959 йыл) — Башҡортостан мәғарифы тарихында мәктәп һәм башҡа балалар ойошмаһы эштәрен яңыса ойоштороусы күренекле хеҙмәткәр, этнограф, иҡтисадсы, педагог. Милләте — татар.
Әбү Бәкер Шәриф үл-Хәшим — Сулу солтанатына нигеҙ һалыусы
Шәриф — йырсы Шәрип Умхановтың сәхнә псевдонимы.
Фамилияла
үҙгәртергәШариф, Азиз (1895—1988) — әзербайжан совет әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе һәм тәржемәсе.
Шариф, Мершад (1952 йыл) — француз, унан алда иран шахматсыһы, халыҡ-ара мастер (1975).
Шариф, Наваз (1949 йыл) — Пакистан сәйәсмәне һәм бизнесмены, Пакистандың дүрт тапҡыр премьер-министры.
Шариф, Омар (1932 йыл — 2015 йыл) — голливуд актёры, сығышы менән Мысырҙан.
Шариф, Рахиль (1956 йыл) — Пакистан ҡораллы көстәре генералы.
Шариф, Шаббир (1943 йыл — 1971 йыр) — өсөнсө һинд-пакистан һуғышы ваҡытында һәләк булған Пакистан хәрбиһе.
Шариф, Захид (1967 йыр) — Пакистандың үләндә хоккейсыһы.
Шариф, Шахбаз (1950 йыр) — Пакистан сәйәсмәне, Пенджаб провинцияһының баш министры (2009 йылдан).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҠол Шәриф мәсете (татар. Колшәриф мәчете, Qolşərif məçete) — Татарстандың һәм Ҡазандаң төп йома мәсете (2005 йылдан); Ҡазан кремле биләмәһендә урынлашҡан.
Мазари-Шәриф күк мәсете— йәки Хаҙрәт Әли изге мәсете — Афғанстанда Мазари-Шәриф ҡалаһында урынлашҡан мәсет. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған ҡустыһы һәм кейәүе Имам Әли хәлифтың ерләнгән урыны
Мазари-Шәриф Mazār-e Šarif (дари مزار شریف, үзб. مزار شریف/Mazori Sharif — «бөйөк төрбә») — Афғанстандың төньяғында урынлашҡан ҡала. Балх провинцияһының административ үҙәге.
Ҡөрьән-Шәриф — Аллаһы тәғәләнең пәйғәмбәре Мөхәммәт Саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аша кешеләргә ебәрелгән изге китабы. Китаптағы һүҙҙәр — Аллаһы тәғәлә һүҙҙәре.
Шәриф (рус. Шери́ф, шари́ф, ғәр. شريف — абруйлы, аҫыл һөйәк, намыҫлы; күплектә ғәр. أشراف) — мосолмандарҙың абруйлы титулы, атай яғынан да, әсәй яғынан да быуындан-быуынға бирелә.
Бөйөк шәриф — Мәккә шәрифлеге юлбашсыһының һәм быуындан-быуынға Мәккә һәм Мәҙинәне һаҡлап тороусыларҙың титулы.
Шериф (ингл. sheriff) — инглиз телле ҡайһы бер илдәрҙә административ-суд вазифаһы.
Мәҙәниәттә
үҙгәртергә«Шериф (Le shérif)» операһы — Фроманталь Галевиҙың комик операһы.
«Шериф» — поп-группа.
«Sheriff — Шериф» (ингл. Sheriff) — Канада рок-группаһы
Шериф — команда ролле «Мафия» уйынындағы персонаж.
Шериф Вуди — мультфильм геройы.
Шериф Хойт — «Техасская резня бензопилой» фильмындағы яуыз персонаж.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- ↑ Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. 2018 йыл 16 май архивланған. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |