Бикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улы
Бикҡолов Шәриф Сәғҙәтулла улы, Шәриф Бикҡол (28 май 1924 йыл — 3 сентябрь 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. 1950 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1969). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры.
Шәриф Бикҡол | ||||||
Исеме: |
Бикҡолов Шәриф Сәғҙәтулла улы | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө: | ||||||
Тыуған урыны: |
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылы | |||||
Вафат булған көнө: |
3 сентябрь 1995 (71 йәш) | |||||
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы | |||||
Гражданлығы: | ||||||
Эшмәкәрлеге: |
Шағир, прозаик, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре | |||||
Наградалары: |
| |||||
Биографияһы
үҙгәртергәШәриф Сәғҙәтулла улы Бикҡолов 1924 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Ҡарлыман ауылында тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1940 йылда тамамлай. Артабан уҡытыусы, совхозда партия ойошмаһы секретары булып эшләй.
Наградалары
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты
- 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[1]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (31.10.1944)[2]
- Миҙал «Батырлыҡ өсөн» (26.07.1944)[3]
- «Почёт Билдәһе» ордены
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
үҙгәртергәБикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.