Шәкүров Рәшит Закир улы
Рәшит Шәкүр (тулы исеме — Шәкүров Рәшит Закир улы, 11 ғинуар 1937 йыл — 23 июнь 2024 йыл [2] [3] ) — башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018).
Рәшит Шәкүр | |||||
Шәкүров Рәшит Закир улы | |||||
Тыуған көнө | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Әлшәй районы[1] Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылы | ||||
Вафат көнө | |||||
Вафат урыны | |||||
Ил | |||||
Ғилми даирәһе | |||||
Ғилми дәрәжәһе |
Филология фәндәре докторы | ||||
Ғилми исеме |
Профессор | ||||
Награда һәм премиялары |
| ||||
Биографияһы
үҙгәртергәРәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй[1] районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.
Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслыла оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Һуңынан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, «Ағиҙел» журналы, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» авторҙарының береһе.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергәРәшит Шәкүр — 180-дән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Уның фәнни эҙләнеүҙәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған. 1998 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле кафедраһы профессоры.
Әҙип, публицист һәм ғалим булараҡ, өс тиҫтәгә яҡын китап сығарған, шул иҫәптән: 10 шиғыр һәм публицистика йыйынтығы; 7 башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, топонимияһы һәм диалектологияһы буйынса монография; күп һанлы ғилми-популяр хеҙмәттәр. 1996 һәм 1997 йылдарҙа уның мөхәррирлеге аҫтында башҡорт һәм рус телдәрендә «Башҡортостан» ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрҙе.
Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.
Башҡорт фольлоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе, уның шиғри шәлкемдәре, төрлө темаға яҙылған публицистик һәм ғилми мәҡәләләре республика гәзит һәм журналдарында даими баҫылып тора.
2012 йылда «Ыласындар оса бейектә» китабы өсөн Рәшит Шәкүргә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012) бирелде. Ул шулай уҡ Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007).
Шиғри йыйынтыҡтары
үҙгәртергә- «Йөрәгемдә - ҡояш» (1970)
- «Шиғриәт йондоҙо» (1981, 1996, 2006)
- «Тауҙарым, далаларым» (1982)
- «Ерҙең хәтер китабы» (1984)
- «По следам географических названий» (1986)
- «Заманалар юлында» (1988)
- «Исемдәрҙә - ил тарихы» (1993)
- «Сыңрау торналар иле. Мәҡәләләр һәм очерктар» (1996)
- «Башкортостан: Краткая энциклопедия» (1996)
- «Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия» (1997)
- «Малин-ҡала» (1997)
- «Арҙаҡлы башҡорттар» (1998, 2006)
- «Быуаттар аманаты» (2002)
- «Истоки духовности. Исследования. Публицистика» (2009)
- «Ыласындар оса бейектә» (2011)
- «Башҡорт диалектологияһы» (2011)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021)[4]
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2020)[5].
- Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2018) [6].
- Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012)
- Салауат Юлаев ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989)
- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1989)[7]
- Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Стәрлетамаҡ районы
- ↑ Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле шағир, ғалим Рәшит Шәкүр вафат.
- ↑ В Уфе ушел из жизни народный поэт Башкортостана Рашит Шакур
- ↑ Башинформ Радий Хәбиров «ХХI быуат яҙыусыһы» форумында республика яҙыусыларын һәм шағирҙарын бүләкләне
- ↑ Глава Башкирии вручил государственные награды накануне Дня республики (10.10.2020).
- ↑ Новым Почетным гражданином Уфы стал соавтор текста Государственного гимна РБ
- ↑ Литературная карта Республики Башкортостан: Премия имени Акмуллы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- 450 лет вместе с Россией 2007 йыл 4 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шәкүров Рәшит Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 5 ғинуар 2022)