Маннанов Шакир Фәтих улы

Бөйөк Ватан һуғышы яугире
(Шакир Фатихович Маннанов битенән йүнәлтелде)

Маннанов Шакир Фәтих улы (1 октябрь 1917 йыл — 23 апрель 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире. Уҡсылар полкының тоҫҡаусыһы, орудие командиры, старшина. Дан орденының тулы кавалеры. Ошо орден менән дүрт тапҡыр бүләкләнгән 29 һуғышсының береһе.

Маннанов Шакир Фәтих улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 октябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Ҡыяуыҡ ауылы, Рәсәй
Вафат булған көнө 23 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Октябрьский ауылы, Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Шакир Фәтих улы Маннанов (рус телендәге ҡайһы бер документтарҙа Фатыхович, Фаттыхович) 1917 йылдың 1 октябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Ҡыяуыҡ ауылында тыуған.

260-сы уҡсылар дивизияһы 1030-сы уҡсылар полкының 76 миллиметрлы пушкаһы расчеты командиры.

1943 йылдың 6 декабрендә һуғышта күрһәткән саялығы һәм батырлығы өсөн сержант Маннанов Шакир Фәтих улы 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 57717).

1944 йылдың июль башында Украинаның Волынь өлкәһендәге Ковель ҡалаһы өсөн барған һуғышта 260-сы уҡсылар дивизияһы 1030-сы уҡсылар полкының сержант Ш. Ф. Маннанов командалыҡ иткән 76 миллиметрлы пушкаһы расчеты (1-се Белоруссия фронтының 47-се армияһы) дошман дзотын, ике пулемёт нөктәһен юҡ итә һәм бер отделениенан күберәк дошман һалдатын ҡырып һала.

1944 йылдың 5 сентябрендә һуғышта күрһәткән саялығы һәм батырлығы өсөн сержант Маннанов Шакир Фәтих улы 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 4212).

1944 йылдың 21 сентябрендә Польшала Шамоцин тораҡ пункты өсөн барған һуғышта сержант Шакир Маннанов, артиллерия батареяһы составында һуғышып, дошмандың ике пулемётын, дзотын һәм 15-кә яҡын дошман һалдатын юҡ итә. Орудие сафтан сыҡҡандан һуң ҡурҡыу белмәҫ артиллерист пехота ғәскәре сафында һуғышты дауам итә, автомат уты менән ундан ашыу фашисты ҡырып һала.

СССР Верховный Советы Президиумының 1945 йылдың 22 февралендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгене өсөн сержант Маннанов Шакир Фатих улы 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 9), Дан орденнының тулы кавалеры була.

Старшина булып демобилизациялана.

«Утыҙ ете яҡташыбыҙ Дан орденының тулы кавалерҙары булды (ил буйынса тотош алғанда улар ни бары 2,5 меңдән саҡ ҡына артығыраҡ), тик уларҙың береһе генә дүрт Дан Орденын тағып йөрөүгә өлгәшә. Ул — Маннанов. 1960-сы йылдар аҙағында уға икенсе тапҡыр 3-сө дәрәжә Дан орденын тапшыралар. Хәҙер ни өсөн 3-сө дәрәжә Дан орденын ҡабатлап тапшырылыуын беҙ белә алмайбыҙ (Шакир Фәтих улы 1973 йылда вафат була): моғайын, беренсе орденын алып өлгөрмәҫ борон Маннанов батырлығы өсөн тағы ла наградаға тәҡдим ителгәндер, күп йылдар үткәс, награда геройҙы эҙләп таба.»[2].

Шакир Фәтих улы Маннанов 1954—1972 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Октябрский ауылындағы элемтә бүлексәһендә эшләй.

1973 йылдың 23 апрелендә вафат була.

Октябрский ауылы мәҙәниәт йорто бинаһына Ш. Ф. Маннановҡа арнап мемориаль таҡта ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Андреев Г. И., Вакуров И. Д. Солдатская слава. — М., 1976. Кн. 4.
  • Ерошин А. Е. Не ради славы.- М., 1969.
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 5. — Уфа, 1985

Һылтанмалар

үҙгәртергә