Черногория географияһы

Черногория (черног. Црна Тауҙар, Crna Gora) — көньяҡ-көнсығыш Европала, Балҡан ярымутрауының Адриатик ярҙарындағы дәүләт. Исеме Котор ҡултығы эргәһендәге һәм илдең тарихи үҙәгендә урынлашҡан Ловчен тауынан (1749 м) алынған[1].

Черногория географияһы
карта: Черногория географияһы
Донъя ҡитғаһы Европа
Регион Көньяҡ Европа
Координаталар 42°30′ с.ш. 19°18′ в.д.
Майҙаны
Яр буйы оҙонлоғо 293,5 км
Сиктәре Хорватия,
Босния һәм Герцеговина,
Сербия, Косово, Албания
Иң юғары нөктә Зла-Колата 2 534 м
Иң түбән нөктә Адриатик диңгеҙ, 0 м
Иң ҙур йылға Тара, 144 км
Иң ҙур күл Скадар күле,
~220 км² Черногорияла

Яр буйы һыҙаттары һәм сиктәре

үҙгәртергә
 
Котор ҡултығына һәм Котор портына күренеш бейектән күренеш

Ҡоро ер сиктәренең оҙонлоғо 625 саҡрым тәшкил итә. Черногория көнбайыштан Хорватия (25 саҡрым), төньяҡ-көнбайыштан — Босния һәм Герцеговина (225 саҡрым), төньяҡ-көнсығыштан — Сербия (124 саҡрым), көнсығыштан — Косово менән (79 саҡрым), көньяҡ-көнсығыштан Албания (172 саҡрым) менән сиктәш[2].

Черногорияның яр буйының оҙонлоғо — 293,5 саҡрым, территориаль һыуҙары 12 диңгеҙ миле тәшкил итә[2]. Уның составында 14 диңгеҙ утрауы бар, яр буйының дөйөм оҙонлоғо 15,6 саҡрым тәшкил итә. Илдең төньяҡ-көнбайышында һыу өҫтөнөң майҙаны 87,3 км² тәшкил иткән иң ҙур ҡултыҡ — Бока Которск урынлашҡан. Ул ҡоро ергә 29,6 км инеп тора. Унан көньяҡта ҙур булмаған ҡултыҡтар Трашта һәм Жуковац-Лука, шулай уҡ Будва районында урынлашҡан Трстено-Лука, Язи-Лука һәм Лука бухталары бар. Төп диңгеҙ курорттары Будвань ривьерҙарында урынлашҡан.

Илдең биләмәһен шартлы рәүештә өс төбәккә бүлергә мөмкин: илдең төньяҡ-көнсығышындағы тау системалары, Адриатик диңгеҙ яры, шулай уҡ Скадар күле ҡаҙанлығы тигеҙлеге һәм уға ҡойоусы йылғалар. Унда илдең ике ҙур ҡалаһы: Подгорица һәм Никшич урынлашҡан[3].

 
Ловчен тауы

Черногорияның ҙур өлөшө Динар таулығында урынлашҡан, Унда бейек нөктәләрҙең береһе — Дурмитор массивындағы Боботов Кук тауы (2522 м). Черногорияның иң юғары түбәһе — Проклетие тауҙарындағы Зла-Колата (2534 м.). Албания һәм Косово сиктәре буйлап Төньяҡ Албан Альптары урынлашҡан. Илдең тауҙары ярымутрау тауҙары араһында һуңғы Боҙ осоронда эрозияға ҙур йоғонтоға дусар була. Уның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Балҡан ярымутрауының карст төбәге — Черногор карст ҡатламы урынлашҡан. Уның уртаса бейеклеге — 900 метр, ҡайһы бер өлөштәре 1 800 метрға тиклем күтәрелә. Таулыҡтың иң түбән өлөшө — Зета йылғаһы үҙәне (450 м), ул Никшич районында ялан уртаһында урынлашҡан[1].

Тау һырттары тар (2—6 саҡрым киңлектә) яр буйы һыҙатына терәлә. Яр буйы райондарында ҙур сейсмик әүҙемлек күҙәтелә[4][1].

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар: Бокситтар, баҡыр, ҡурғаш, тоҙ[5].

 
Будва эргәһендә Свети-Никола утрауы, декабрь, 2008

Төньяҡ Черногорияла — уртаса континенталь, Адриатик яр буйында урта диңгеҙ климаты. Диңгеҙ буйындағы өлкәлә йәй ғәҙәттә оҙайлы, эҫе (23—25 °C) һәм ярайһы уҡ ҡоро, ҡыш ҡыҫҡа, йомшаҡ (+3-7 °C) һәм ямғырлы. Таулы райондарҙа уртаса йылы йәй (19-25 °C) һәм сағыштырмаса һыуыҡ ҡыш (-10-нан °C) мартҡа тиклем, яуым-төшөм башлыса ҡар рәүешендә яуа.

Черногорияның таулы өлкәләре Европала иң күп яуым-төшөмлө райондарҙың береһе булып тора. Урта диңгеҙ райондарының күбеһендә лә яуым-төшөмдөң иң күбе ҡышҡа тура килә, әммә тауҙарҙа икенсе йәйге максимум бар. Йылына 500-ҙән 1500 миллиметрға тиклем ҡар яуа, башлыса ҡар рәүешендә, диңгеҙ яры тирәһендә урыны менән 3000 миллиметрҙан ашыу яуа. Которский ҡултығы өҫтөндә урынлашҡан Црквице ҡалаһында бер йыллыҡ яуым-төшөмдөң уртаса күләме 5 100 миллиметрға етә. Черногорияның төньяҡ өлкәләрендә ҡар йылдың 5 айы буйы ята. Ҡояшлы сәғәттәр һаны йылына: Игалола — 2386, Улцинда — 2700.

Ете ай дауамында диңгеҙ һыуҙарының температураһы 12 до 26 °C тиклем арауыҡта тирбәлә, үтә күренеүсәнлеге урыны менән 35 метрҙан ашып китә.

Һыу ресурстары

үҙгәртергә
 
Тара йылғаһында каньон — Европала иң ҙурҙарынан

Черногорияла төрлө йүнәлештәрҙә ағыусы ике төп йылға системаһына бар. Пива, Тара (144 саҡрым), Чеотина (125 саҡрым) һәм Лим (123 саҡрым) йылғалары төньяҡ-көнбайышҡа аға һәм Дрина йылғаһы ҡушылдыҡтары (Дунай бассейны) булып тора. Илдең көньяҡ йылғалары Адриатик диңгеҙ бассейнына ҡарай. Уларҙың иң ҙурҙары — Морача (99 саҡрым) һәм уның ҡушылдығы Зета (65 саҡрым) (Скадарь күле бассейны). Скадарь күленән сыҡҡан Бояна йылғаһы элек Черногорияның берҙән-бер суднолар йөрөрлөк була, әммә әлеге мәлдә суднолар йөрөй алмай. Черногорияның өс йылғаһы (Морача, Зета һәм Пива) тулыһынса ил биләмәһе буйлап аға.

Черногория йылғаларының күбеһе — таулы йылғалар, тәрән каньондар барлыҡҡа килтерә. Тара йылғаһындағы яҡынса 1200 м тәрәнлектәге каньон Европала иң тәрәне һәм донъяла тәрәнлеге буйынса икенсе урында тора. Черногория йылғалары 1 км² биләмәлә 115 кВт энергетик потенциалға эйә. Был бик юғары күрһәткес. Пива и Зета йылғаларында ГЭС-тар бар, әммә тулы гидроэнергетик потенциал төрлө сәбәптәр, шул иҫәптән экологик, сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашырыла алмай[5].

 
Пива йылғаһының Мратинья дамбаһы эргәһендәге һыуһаҡлағыс

Төбәктең карст ағымы күселек өлөшө ер аҫты каналдар буйлап үтә.

Черногория һәм Балҡан ярымутрауының иң ҙур күле — Скадар күле (40x16 км). Уның һыу өҫтөнөң дөйөм майҙаны 390-дан 530 саҡрымға тиклем тирбәлә; күлдең өстән ике өлөшө (майҙаны буйынса) Черногория, өстән бер өлөшө Албания биләмәһендә урынлашҡан. Күл карстлы уйһыулыҡта урынлашҡан, уның төбө диңгеҙ кимәленән түбән.

Скадарҙан тыш, Черногорияла тағы ла яһалма Пива күле (Пива йылғаһында), Улциняға яҡын урынлашҡан Шаско күле (3,64 км²), Никшич янында Крупач һәм Слан күлдәре бар. Шулай уҡ боҙлоҡ осоронда барлыҡҡа килгән ҙур булмаған тау күлдәре (Биоград, Плав күле, Црно-Езеро күлдәре һәм башҡалар) байтаҡ.

 
Биоград тауы ҡурсаулығы

Черногорияның төп үҙенсәлеге — яр буйы районында ҡыҙыл тупраҡ тупланыуы. Доломит һәм эзбизташ тоҡомдарҙың ашалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тупраҡтың был тибы шулай уҡ карст районы уйпатлыҡтарында таралған; көньяҡ өлөшөндәге тау битләүҙәрендә карстлы тупраҡ юҡ тиерлек. Таулы райондар ябай һоро урман һәм көлһыу тупраҡлы. Көнсығыш райондары күпкә уңдырышлы һәм үлән, урман менән ҡапланған.

Һөрөнтө ерҙәр — 13,7 %, даими иген культуралары менән биләнгән ерҙәр — 1 % (2005). Һуғарылыусы ерҙәр юҡ. (2003).

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә
 
Дурмитор тау массивына көнбайыштан күренеш

Черногорияныңның үҫемлектәр донъяһы төрлө: бөтә ил биләмәһендә бөтәһе 2833 үҫемлек төрө теркәлгән, шуларҙың 212-һе — Балҡан ярымутрауы эндемикаһы, 22-һе — Черногория эндемикаһы. Илдең 1/3 өлөш майҙаны урмандар (ылыҫлы һәм ҡатнаш), 39,58 % көтөүлектәр. Антик осорҙа Адриатик диңгеҙе ярында башлыса имән һәм кипарис үҫә, ләкин уларҙы ҡырҡыу тупраҡ эрозияһына һәм урмандарҙы урта диңгеҙ ҡыуаҡлыҡтары алмаштырыуына килтергән.

Черногория халҡының тығыҙлығы юғары түгел, шуға күрә уның биләмәһендә ҙур һөтимәрҙәр: айыу, болан, һыуһар, ҡырағай сусҡа табырға мөмкин. Шулай уҡ бүре, төлкө һәм урман бесәйҙәре осрай. Ил шулай уҡ төрлө ҡоштар төрҙәренә, рептилияларға һәм балыҡтарға бай[1].

Экология һәм һаҡланылыусы тәбиғәт биләмәләре

үҙгәртергә

Интенсив туризм райондарында, мәҫәлән, Которҙа, яр буйы райондарының ағынты һыуҙар менән бысраныуы күҙәтелә[2].

Черногория Конституцияһына ярашлы, республика «экологик дәүләт» булып тора, территорияның 8,1 % төрлө тәбиғәтте һаҡлау режимы аҫтында (шул иҫәптән Дурмитор, Ловчен милли парктары, Биоград тауы һәм Скадар күле).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Montenegro — Britannica Online Encyclopedia
  2. 2,0 2,1 2,2 Montenegro 2009 йыл 12 сентябрь архивланған. — The World Factbook, CIA
  3. Черногория // Энциклопедия «Кругосвет».
  4. Черногория // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  5. 5,0 5,1 Черногория // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.